Кызласов Игорь Леонидович

Кызласов Игорь Леонидович (28 август 1951 йыл) — ғалим-тарихсы, археолог. Тарих фәндәре докторы. Рәсәй Фәндәр академияһы Археология институтының Урта быуат археологияһы бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре. Л. Н. Гумилев исемендәге Евразия милли университетының почетлы профессоры (2007), Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге Башҡорт дәүләт университетының почётлы докторы (2007), Хакас Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2001). «Ҙур Рәсәй энциклопедияһы» авторҙарҙың береһе. Л. Р. Кызласовтың улы, И. Л. Кызласованың ҡустыһы.

Кызласов Игорь Леонидович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 28 август 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:28|2|0}}) (73 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Туған тел урыҫ теле
Һөнәр төрө ғалим
Эшмәкәрлек төрө тарих
Эш урыны М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
Уҡыу йорто исторический факультет МГУ[d]
Ғилми дәрәжә тарих фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Артемий Владимирович Арциховский[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Игорь Леонидович Кызласов 1951 йылдың 28 авгусында Мәскәүҙә билдәле совет археологы Л. Р. Кызласов ғаиләһендә тыуа. Мәскәү дәүләт университетының Тарих факультетын археология йүнәлеше буйынса (1974), Рәсәй Фәндәр академияһының Археология институты аспирантураһын тамамлай (1977).

1977 йылда «Көньяҡ Себерҙең аскиз мәҙәниәте. Килеп сығышы һәм үҫеше (X—XIV бб.)» темаһы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Ошо ваҡыттан алып РФА-ның Археология институтында өлкән лаборант, кесе ғилми хеҙмәткәр, өлкән, төп ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1990 йылда «Евразия далаларының рун яҙмалары. Сығанаҡтарҙы өйрәнеү проблемаһы» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].

Мәктәп йылдарында уҡ ике тапҡыр археологик экспедицияла була. Һуңынан Рәсәйҙең үҙәк төбәктәрендә: Хакасия, Тыва, Яҡутстан, Алтай, Украина, Тажикстан, Болгария һ.б. әүҙем үҙ аллы экспедиция эшмәкәрлеге алып бара.

Төп фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары: Үҙәк Азия һәм Көньяҡ Себер археологияһы, төрки халыҡтарының тарихы һәм мәҙәниәте, боронғо һәм урта быуаттың донъяға ҡарашы, Евразия далаларының руна яҙмалары (палеография һәм эпиграфика). РФА Археология институтының ғилми советы, РФА Археология институтының диссертация советы ағзаһы.

Педагогик эшмәкәрлек менән әүҙем шөғөлләнә: МДУ ҡарамағындағы Азия һәм Африка илдәре институтында, Башҡорт дәүләт университетында, Хасак, таулы Алтай дәүләт университеттарында, Тобольск һәм Липецк дәүләт педагогия университеттарында «Төрки халыҡтар мәҙәниәте тарихы. Мослманлыҡҡа ҡәҙәр осор», «Төрки халыҡтарының боронғо яҙмалары (төрки пун яҙмаһының тарих-филология рунология нигеҙҙәре)» курстарын уҡый. Рәсәй дәүләт гуманитар университетының Көнсығыш мәҙәниәте һәм антиклыҡ институтында «Төрки халыҡтарының тарихы һәм археологияһы» лекциялар курсы менән сығыш яһай. Ике курс программаһы ла баҫылып сыҡҡан. Мәскәү дәүләт университетыАрхеология кафедраһының «Археология» дәреслегенең авторҙар коллективы ағзаһы[2].

2007 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһының Тарих-филология фәндәре бүлеге ҡарамағындағы Рәсәй төркиәтселәр комитеты ағзаһы булып тора, «Вестник Академии наук Республики Башкортостан» (Өфө, Башҡортостан), «Российская тюркология» (Мәскәү, Рәсәй Фәндәр академияһының Тел ғилеме институты) журналдарының редколлегияһына инә.

Ҡыҫҡаса библиографияһы

үҙгәртергә
  • Аскизская культура Южной Сибири. X—XIV вв. // САИ. Вып. Е 3-18. М., 1983.
  • Древнетюркская руническая письменность Евразии: Опыт палеографического анализа. — М., 1990.
  • Sayan-Altay turkcelerinin yeni runik yazisi // Turk Dili Arasirmalari Yilligi. Belleten 1990. Ankara, 1994, s. 85-136 (совместно с Л. Р. Кызласовым).
  • Sphere of Applications of the 8-th — 10-th Centuries Steppe-Runic Alphabets // The Archaeology of the Steppes. Methods and Strategies. Napoli, 1994, p. 619—631.
  • Горноалтайские рунические надписи на стелах // Археологические и фольклорные источники по истории Алтая. Горно-Алтайск, 1994, с. 81-94, 256
  • Картина неба, скрытая землёй // Природа, 1994, № 9, с. 72-75.
  • Новый этап развития енисейской письменности (конец XIII — начало XV в.) // Российская археология, 1994, № 1, с. 33-50 (совместно с Л. Р. Кызласовым).
  • Раскопки кольцевого городища на р. Ербе в Хакасии // Археологические открытия 1993 года. — М., 1994, с. 172—173.
  • Рунические письменности евразийских степей / И. Л. Кызласов ; Рос. акад. наук. Ин-т археологии. — М.: Восточная литература, 1994. — 327 с., [8] л. ил : ил. — Библиогр. в конце гл. — ISBN 5-02-017741-5.
  • Древняя письменность саяно-алтайских тюрков : рассказы археолога. — М.: Восточная литература, 1994. — 100 с. : ил. — ISBN 5-02-017838-1.
  • The New Stage in the Development of the Eniseian Written Language (End of the Thirteenth to the Beginning of the Fifteenth Centuries) // Anthropology and Archeology of Eurasia. NY, 1995, vol. 33, № 4, p. 73-101 (совместно с Л. Р. Кызласовым).
  • Разновидности древнетюркской рунической орфографии // Acta Orientalia. Т.L. Budapest, 1997.
  • Гуннский дворец на Енисее: Проблема ранней государственности Южной Сибири — М.: Восточная литература, 2001 (совместно с Л. Р. Кызласовым).
  • 280 лет исследования древнетюркской рунической письменности // Древности Алтая. Известия лаборатории археологии. № 8. — Горно-Алтайск, 2002, с. 105—119.
  • Средневековая археология степной Евразии: три открытия на пороге нового века // Межкультурный диалог на евразийском пространстве. История народов, государств и международных связей на евразийском пространстве сквозь тысячелетия. Материалы международной научной конференции. — Уфа, 2002, с. 6-8.
  • Материалы к ранней истории тюрок. Древнетюркские обиталища // Природное окружение и материальная культура пратюркских народов. — М.: Восточная литература, 2008. — С. 273—341. — 342 с. — ISBN 978-5-02-036344-1.
  • Кольцевые городища Хакасии : к истории монументальной архитектуры на Енисее: (храмовая архитектура древности) / И. Л. Кызласов ; Рос. акад. наук, Ин-т археологии РАН. — М.: Таус, 2011. — 62, [1] с. : ил. ; 30 см. — 200 экз. — ISBN 978-5-903011-79-7.
  • Алтаистика и археология / И. Л. Кызласов ; Рос. акад. наук, Ин-т археологии, Ин-т тюркологии. — М.: Институт тюркологии РАН, 2011. — 251, [1] с. — Библиогр.: с. 210—240. — 1000 экз. — ISBN 978-5-4245-0001-5 (в пер.)
  • Хакасы. Основатели хакасоведения о важнейших вехах истории. К 100-летию возрождения народного имени. — М.-Абакан: Бригантина, 2017. — 116 с.
  • Большая российская энциклопедия : [в 35 т.] / гл. ред. Ю. С. Осипов. — М. : Большая российская энциклопедия, 2004—2017.
  • Институт археологии сегодня. Сборник научных биографий. М.: ИА РАН, 2000. С. 225—226.
  • Милибанд С. Д. Востоковеды России ХХ — начало XXI века. Биобиблиографический словарь. В двух книгах. Кн. I: А-М. М.: Восточная литература РАН, 2008. С. 765—766.
  • Руденко К. А. История археологического изучения Волжской Булгарии (Х — начало XIII в.). Казань: Школа, 2014. С. 541—549, 688, 689 (768 с.)
  • Тугужекова В. Н. Кызласов Игорь Леонидович // Энциклопедия Республики Хакасия — Абакан, 2007. — С. 335.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тугужекова В. Н. Кызласов Игорь Леонидович // Энциклопедия Республики Хакасия — Абакан, 2007. — С. 335.
  2. Кызласов Игорь Леонидович // Сайт ИА РАН.

Һылтанмалар

үҙгәртергә