Кучумова Людмила Ивановна
Кучумова Людмила Ивановна (3 май 1954 йыл — декабрь 2012 йыл) — СССР тракторсыһы. Пермь өлкәһенән СССР-ҙың 11-се саҡырылыш (1984—1989) Юғары Советының Союз Советы депутаты. ВЛКСМ-дың XVII съезы делегаты. Бер нисә биш йыллыҡтың «Коммунистик хеҙмәт ударнигы».
Кучумова Людмила Ивановна | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 3 май 1954 |
Тыуған урыны | Малая[d], Сылвенское сельское поселение[d], Пермь районы, Пермь өлкәһе, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | декабрь 2012 (58 йәш) |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛюдмила Ивановна Кучумова1954 йылдың 3 майында Малая ауылында (хәҙер Пермь крайының Пермь районы Сылва ауылы) тыуған. Ляды мәктәбен, шунан 68-се Кунгур СПТУ-һын тамамлай. 1971 йылда Бөтә Союз һабансылар ярышында бронза миҙал ала, ә бер йылдан СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең бронза миҙалын яулай. 1973 йылда Берлинда үткән Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә делегат була.
Үҙгәртеп ҡороу йылдарында Ляды биләмәһе башлығы итеп һайлана, был вазифаһында ун йылдан ашыу эшләй.
Земство йыйылышы ҡарары менән 2012 йылда Людмила Ивановна Кучумоваға «Пермь муниципаль районының почетлы гражданы» маҡтаулы исеме бирелә. Награданы 21 декабрҙә Земствоның сираттағы йыйылышында тапшырырға тейеш булалар, әммә Людмила Ивановнаның ғүмере был датаға тиклем бер нисә генә көн ҡалғас өҙөлә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
- «Почёт Билдәһе» ордены
- ВДНХ-ның бронза миҙалы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статья в газете «Нива»(недоступная ссылка)