Кучуков Шамил Шакир улы

Кучуков Шамил Шакир улы (14 март 1973 йыл) — радиотележурналист.

Шамил Кучуков
Тыуған көнө:

14 март 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:14|2|0}}) (51 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районы Түләбай ауылы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшмәкәрлеге:

журналист

Ижад йылдары:

1992 йылдан

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡортса

Дебют:

«Ҡайтайым ауылыма» (2010-2014)

Биографияһы

үҙгәртергә

Шамил Шакир улы Кучуков 1973 йылдың 14 мартында Башҡорт АССР-ының Күгәрсен районының Түләбай ауылында тыуған.

Үҙҙәрендәге урта мәктәпте тамамлағас, 1990—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында журналист һөнәрен үҙләштерә. БДУ-ла уҡыған сағында уҡ «Башҡортостан» радиоһының яңылыҡтар бүлегендә эшләй башлай. Аҙаҡ «Даирә», «Саҡматаш» тапшырыуҙарының алып барыусыһы була. Телевидениела 2000 йылда эшләй башлай. Тәүҙәрәк «Үҙ еремдә», «Араларҙы яҡынайтып», «Сатраш» программаларын алып бара.

Шамил Шакир улы — 3 бала атаһы, популяр телевизион алып барыусы. Тапшырыуҙарҙа уҡ үҙенең принципиаллеген күрһәткән журналист, оҫта креатив етәксе. Уның етәкселегендә БСТ телеканалында сыҡҡан «Телеүҙәк», «Йәнле ауыл», «Арыҫлан» кеүек проекттар халыҡ күңелен яуланы. «Сатраш», «Ҡайтайым ауылыма», «Наши годы», «Үткән ғүмер» проекттары авторы. «Ҡайтайым ауылыма» программаһы менән Башҡортостанда, Ырымбурҙа, Силәбе өлкәһендә йөҙгә яҡын ауылды урап сығып, ҙур танылыу яуланы. Уның тапшырыуҙары һәр саҡ халыҡ мәнфәғәте яҡланып эшләнә. Ҡыйыу һүҙ оҫтаһы. Спорт менән мауыға.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә