Кәртәмеш (Тубыл ҡушылдығы)

Рәсәйҙәге йылға
(Куртамыш (Тубыл ҡушылдығы) битенән йүнәлтелде)

Кәртәмеш, Ҡуртамыш, Ҡартамыш, Ҡортамыш[1] (рус. Куртамыш) — Рәсәй йылғаһы. Ҡурған өлкәһе[2] биләмәләрендә аға. Йылға Тубыл йылғаһының һул ярына тамағынан 816 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 124 км.

Кәртәмеш
Характеристика
Оҙонлоғо 124 км
Бассейн 2350 км²
Һыу ағымы
Тамағы Тубыл
 · Координаталар 54°59′40″ с. ш. 63°56′25″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Тубыл → Иртыш → Обь → Ҡара диңгеҙ

Илдәр Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Ҡурған өлкәһе
РДҺР 14010500312111200002211

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Иртыш һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыТубыл йылғаһы, Уй йылғаһы ҡушылған урындан Ҡурған ҡалаһына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Тубыл, йылға бассейны — Иртыш[3].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [3]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 14010500312111200002211
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111200221
  • Бассейн коды — 14.01.05.003
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 2

Этимологияһы

үҙгәртергә

Тубыл дворяны, картограф Ремезов Семён Ульянович 1701 йылдың 1 ғинуарында «Чертёжная книга Сибири» тигән карта сығарған. 1697—1698 йылдарҙа ул ике ярҙамсыһы менән Тубыл йылғаһы бассейны буйлап тикшеренеү эштәре үткәргән. Һыҙмаларына ул Тубылдың башынан тамағына тиклем 1500 км аралыҡта уның ҙур ҡушылдыҡтарын теркәгән. Уның карта-схемаһында Тубыл йылғаһының бер һул ҡушылдығы урыҫса Картамыш тип яҙып алынған[4].

Алексей Свинкин исемле Ҡурған өлкәһе эҙләнеүсеһенең район тарихы буйынса мәҡәләһендә[5] райондың һәм йылғаның атамаһының аңлатмаһы «Ҡорт» һүҙе менән нигеҙләп, «күп боролошло йылға» тип бирелгән:

Река Куртамыш, да и её северная соседка река Юргамыш, тоже подчиняются общему правилу. Основой слова-названия первой реки является тюркская праформа «курт» — «червь»[6]. Добавив деривационный аффикс «-а», получаем переходный глагол активного действия «курта» — «извиваться»[7]. В довершении познания названия нашей реки необходимо добавить к глаголу показатель «-мыш», маркирующий отглагольное прилагательное результата действия[8]. Получим окончательное значение реки Куртамыш — извилистая" [река]. Приведённое выше доказательство подтверждает сообщение написанное в «Оренбургских епархиальных ведомостях» № 23 за 1896 год в статье «Слобода Куртамыш» о том, что слово «куртамыш» переводиться, как «извилистая» река.

Башҡорт телендәге атамаһына аныҡлыҡ индереүсе абруйлы сығанаҡ әлегә табылмаған. Рус теленән «Куртамыш» атамаһын «Ҡортамыш» — ҡорт һымаҡ борғоланып ағыусы йылға тип тәржемә итергә була. «Картамыш» атамаһын «Ҡартамыш» тип тәржемә итергә була, «Ҡарта» һүҙенең «бүлкәт», «һикәлтә» тигән мәғәнәһе бар[9]. Иң яҡын тәржемә «Кәртәмеш» булыуы мөмкин. Кәртә һүҙе башҡорт телендә ҡаршылыҡ, тотҡарлыҡ, сикләү мәғәнәләрендә ҡулланыла[10]. Борғоланып ағыусы йылға күп һанлы мал көтөүөн ябыу өсөн тәбиғи кәртә лә була ала. Шул уҡ ваҡытта «Кәртә» һүҙе нигеҙендә башҡорт топонимдары бар: Кәртәле Запане, Кәртәле (ҡала), Кәртәле районы, Кәртәле (Белорет районы).

Йылға буйындағы тораҡ пункттар

үҙгәртергә

Йылға буйында урынлашҡан тораҡ пункттар: Фроловка (кеше йәшәмәй), Долговка, Сорокино, Жуково, Үрге, Сычево, Ҡуртамыш ҡалаһы, Кочарино, Түбәнге, Малетино, Коновалова, Обанино, Әсе, Йылға яны, Йәркәй, Ҡормош, Грызаново, Закоулово

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортса атамаһы аныҡланмаған, аңлатмаһы Этимология бүлегендә уҡығыҙ.
  2. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  3. 3,0 3,1 РФ һыу реестры: Куртамыш.
  4. Чертежная книга Сибири, составленная тобольским сыном боярским Семеном Ремезовым в 1701 году. СПБ., 1882.
  5. Алексей Свинкин. История Куртамышского района
  6. Этимологический словарь тюркских языков. Общетюркские и межтюркские основы на букву «К». Выпуск второй/ Отв. ред. Благова Г. Ф. — М.: «Индрик», 2000. — стр.168
  7. Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков (Морфология)./ Отв. ред. Тенишев Э. Р. — М.:Наука, 1988. стр.432
  8. Сравнительно-историческая грамматика тюркских языков (Морфология)./ Отв. ред. Тенишев Э. Р. — М.:Наука, 1988. стр.447
  9. Башҡорт теленең Академик һүҙлеге. Ун томда. VI том.
  10. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 595-се бит

Һылтанмалар

үҙгәртергә