Ремезов Семён Ульянович

Семен Ульянович Ремезов (1642, Тобольск, рус батшалығы — 1721 һуң, шунда уҡ) — урыҫ энциклопедисы, Себер картографы, архитектор, тарихсы.

Ремезов Семён Ульянович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 Урыҫ дәүләте
Тыуған көнө 1642[1][2][3][…]
Тыуған урыны Тобольск, Урыҫ дәүләте
Вафат булған көнө XVIII быуат или 1720[4]
Вафат булған урыны Тобольск, Урыҫ дәүләте
Һөнәр төрө тарихсы, архитектор, географ, сәйәхәтсе-тикшеренеүсе, картограф
Әүҙемлек урыны Тобольск[5]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Semyon Remezov
 Ремезов Семён Ульянович Викимилектә

Себерҙең һыҙма китабы

үҙгәртергә
 
Төмәндәге «Себер картографтары» скульптураһы. 2010 йылда булдырылған.
 
«Чертёж всех сибирских градов и земель». Семен Ремезов атласы, 1701 йылда төҙөлгән. Көньяҡ — өҫтә. Көньяҡ-көнбайышта — Балхаш күле, Арал диңгеҙе һәм Хвалынь (Каспий). Төньяҡта «Лопарҙәр ере», «Мангазей диңгеҙе» (Обь ҡултығы). Көнсығышта — « Камчатка утрауы», көньяҡтараҡ — Амур йылғаһы ҡушылдыҡтары менән. Көньяҡ-көнсығыш мөйөшөндә ҡытай диуары артында — «Ҡытай батшалығы»

Ҡулъяҙма «Чертёжная книга Сибири» (1699—1701) — XVII быуаттың географик асыштары һөҙөмтәләрен дөйөмләштергән беренсе рус географик атласы. 1695 йылда С. Ремезов Мәскәүгә килгән Себер картаһы күсермәһенән бер нисә оригиналь һыҙымдар яһай. 1696—1697 йылдарҙа Тобольск, Иркутск һәм башҡа ҡалаларҙа Себерҙең төрлө өлөштәренең һыҙымдары төҙөлгән. Көнбайыш Себер һыҙымдарын һәм себер йылғалары атласын Ремезов үҙе төҙөгән. 1699—1701 йылдарҙа ул шулай уҡ өс улы менән «Чертёжная книга Сибири» йыйынтығын төҙөгән, ул инеш һүҙҙән һәм 23 зур форматлы картанан торған, Себер һәм уның бөтә территорияһының мәғлүмәттәрен ентекләп теркәгән. Китаптағы карталар градусһыҙ һәм, хәҙергәненән айырмалы, төньяҡ менән көньяҡтың урындары алмашҡан булған.

2003 йыл аҙағында С. Ремезовтың «Чертёжная книга Сибири» әҙер була[6].

  • «Ремезов уҡыуҙары».
  • Төмәндәге «Себер картографтары» скульптураһы
  • Тобольск ҡалаһындағы һәйкәл.
  • Тобольскиҙа урам (шуға тиклем — Клара Цеткин урамы).
  • Тобольскиҙағы майҙан.
  • Тобольск ҡалаһында «Себер» ҡунаҡханаһы бинаһында мемориаль таҡта (авторы Геннадий Правоторов).
  • Төмәндә «Ремезов» отеле

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә