Кумистави
Прометей мәмерйәһе (груз.პრომეთეს მღვიმე), шулай уҡ Кумистави ммерйәһе булараҡ билдәле (гурз.ყუმისთავის მღვიმე), цхалтуб мәмерйәһе йәки Цхалтуб-Глиана мәмерйәһе (груз.ღლიანის მღვიმე) — Грузияның көнбайышында, Цхалтубо ҡалаһы янында карст мәмерйәһе, тәбиғәт ҡомартҡыһы (Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзы классификацияһы буйынса III категория). Мәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо яҡынса 11 км тәшкил итә[1], шуларҙың 1060 метр оҙонлоғо кешеләр өсөн асыҡ[2][3].
Кумистави | |
Дәүләт | Грузия |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Имеретия[d] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 160 метр |
Әһәмиәтле урын | Кутаиси |
Асыу датаһы | 1983 |
Оҙонлоҡ | 2900 метр |
Күләме | 0,000203 км³ |
Рәсми сайт | apa.gov.ge/en/protected-… |
Указания, как добраться | Buses and minibuses to Tskaltubo 1) from Kutaisi central bus terminal (bus #34), 2) Tskaltubo overpass (bus #44?) and 3) adjacent area of Red bridge from city center cross the bridge and stop is on the left) (minibus #34, bus #30) to Tskaltubo leave every hour (1.20 lari, takes 30 min) and after that from Tskaltubo central market to the cave take minibus #42, leaves every day except Monday (1 lari, 20 min). Taxi from Tsakltubo costs 5 lari. You might consider an overnight option, because Tskaltubo is an interesting place on itself |
Кумистави Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәМәмерйә ҙур арка рәүешендә күптән билдәле булһа ла 1983 йылдың 15 июлендә Багратиони Вахушти исемендәге география институты эксепдицияһы тарафынан табыла[1]. 1985 йылдан мәмерйәне экскурсия объекты булараҡ йыһазландыра башлайҙар. 1989 йылда мәмерйәлә экскурсия маршруты һалына, сығыу урынында 150 метрлыҡ туннель төҙөлә, ваҡытлыса яҡтыртыу ҡорамалдары ҡуйыла һәм ер өҫтө биналарын төҙөү башлана. 1990 йылда экскурсион мәмерйәнең йыһазландырыу проекты ябыла[4].
2007 йылдың мартында мәмерйәгә француз экскурсион мәмерйәләренең идарасылары саҡырыла, улар экскурсион объект булараҡ мәмерйәнең торошон һәм проектты тамамлау өсөн тейешле эштәрҙең күләмен баһалай. Грузияның президенты Михаил Саакашвили уны 2010 йылда ҡарап сыға һәм уны Прометей мәмерйәһе тип атарға кәрәк тей, сөнки Прометей тап ошо районда тауға бығаулап ҡуйыла[5]. Йыл дауамында мәмерйә төҙөкләндерелә - биналар өҫтәлә, уларҙың төҙөлөшө 1989 йылда башлана, мәмерйәгә электр линияһы үткәрелә, Цхалтубонан алып юл һәм инеү-сығыу юлдары төҙөлә. Немец фирмаһы GermTec GmbH & Co. KG мәмерйәлә 15 экскурсион зона бүлә, уларҙың һәр береһе динамик яҡтыртыу менән йыһазландырыла. Зоналар араһындағы участкалар статик яҡтылыҡ менән яҡтыртыла[4].
2011 йылдың 26 майында ул килеүсе кешеләр өсөн асыла[6]. Мәмерйә асылыу алдынан ҡабаттан килгән Саакашвили яңы иҫтәлекле урындың Грузияла туристик бизнестың үҫешенә булышлыҡ итеүенә ышаныс белдерә, быға тиклем Грузияла тейешле итеп тик ике төҙөкләндерелгән мәмерйә — «күптән түгел генә биҙәлгән Сатаплиа мәмерйәһе, һәм оккупанттар ҡиәфәтендә ҡара көстәр тарафынан биләп алынған Яңы Афон» тип өҫтәй[7]. Инеү янында күп йылдар мәмерйәне һаҡлаусы урындағы кешегә һәйкәл ҡуйылған.
Характеристика
үҙгәртергәМәмерйәнең дөйөм оҙонлоғо яҡынса 11 км тәшкил итә[1] 1060 метр оҙонлоғо килеүселәр өсөн асыҡ[2][3]. Мәмерйә каналы киң, аҙ тармаҡлы, һарҡындылар менән бай биҙәлгән , бигерәк тә алыҫ өлөшөндә. Иҙәне балсыҡ[1]. Көмбәҙенең максималь бейеклеге - 21 м[3].
Мәмерйә өсөн 15-17 °С кимәлендә даими һауа температураһы хас °С[3].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Словарь современных географических названий, 2006
- ↑ 2,0 2,1 Prometheus Cave – explore the myths of the Argonauts and Prometheus (ингл.). Georgia Today (2006). Дата обращения: 27 май 2014. Архивировано из оригинала 21 ғинуар 2014 года. 2014 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Karst Caves: Promete cave (ингл.). Kutaisi City Local Government. Дата обращения: 27 май 2014. Архивировано из оригинала 27 май 2014 года. 2014 йыл 27 май архивланған.
- ↑ 4,0 4,1 Экскурсионная пещера Кумистави (Цхалтубская) в Грузии . GermTec GmbH & Co.KG (15 май 2010). Дата обращения: 27 май 2014. Архивировано из оригинала 28 май 2014 года. 2014 йыл 28 май архивланған.
- ↑ Саакашвили стал крёстным отцом пещеры Прометея // Росбалт, 24 мая 2010.
- ↑ Пещера Прометея — новая достопримечательность Грузии // Travel.ru, 27 мая 2011.
- ↑ Михеил Саакашвии побывал в пещере Прометея и осмотрел новую гостиницу в Цхалтубо (недоступная ссылка — история).(недоступная ссылка) // Администрация Президента Грузии, 25.05.2011.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Цхалтубская пещера // Словарь современных географических названий / В. М. Котляков. — Екатеринбург: У-Фактория, 2006.
- Тинтилозов З. К. Цхалтубская пещера // Грузинская советская энциклопедия = ქართული საბჭოთა ენციკლოპედია. — Тбилиси, 1986. — Т. 10. — С. 663.
- Джамришвили В.М., Джамришвили А.Р., Капанадзе В.М. Кобулашвили Т.Г. Цхалтубская пещера // Проблемы комплексного изучения карста горных стран : Сборник материалов Международного симпозиума спелеологов Тбилиси-Цхалтубо-Сухуми, 5-12.10.1987. — Тбилиси: Мецниереба, 1989. — С. 259-263.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Список национальных парков Грузии
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Пещера Прометея (ингл.). Архивировано 27 май 2014 года. 2014 йыл 27 май архивланған. на официальном сайте кутаисского муниципалитета
- Пещера Прометея