Куликов Павел Александрович

Куликов Павел Александрович (23 декабрь 1904 — 1970) — шағир, журналист. 1930—1943 йылдарҙа «Советская Башкирия» (хәҙер «Республика Башкортостан») гәзите хеҙмәткәре. 1942 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Куликов Павел Александрович
Тыуған көнө

23 декабрь 1904({{padleft:1904|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ының Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылы

Вафат булған көнө

1970({{padleft:1970|4|0}})

Гражданлығы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге

шағир, яҙыусы

Наградалары һәм премиялары
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
«1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Павел Александрович Куликов 1904 йылдың 23 декабрендә хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылында бурлак ғаиләһендә тыуған[1].

10 йәшенән шәхси һөнәрселек оҫтаханаларында эшләй башлай, 15 йәшендә (1919) үҙ теләге менән Ҡыҙыл Армияғана китә. Хеҙмәт иткән саҡта полк элемтә мәктәбен, артабан комсостав һәм хәрби-сәйәси курстарын тамамлай[2].

1923 йылда һаулығы насарайыуы айҡанлы демобилизациялана. Ҡайтҡандан һуң тегеүселәр коллективында актив эш алып бара (хәҙер 8-се Март исемендәге фабрика)[1].

1930 йылда әүҙем рабкор булараҡ «Красная Башкирия» республика гәзите аппаратына эшкә алына, 1943 йылға тиклем төрлө вазифаларҙы биләй, ҡайҙа эшләһә лә көнүҙәк очерктар яҙа. Бер үк ваҡытта Мәскәүҙә журналистика юғары курсында уҡый. Рәсәй телеграф агентлығының Башҡортостан бүлегендә корреспондент булып эшләй.

Һуңғы йылдарында БАССР-ҙың Яҙыусылар союзында әҙәби фондтың уполномоченныйы була, рус яҙыусылары секцияһы менән етәкселек итә. 1931 йылдан КПСС ағзаһы[2].

1930 йылдарҙа шиғырҙар, очерктар һәм хикәйәләр яҙа башлай, тәүге шиғырҙар йыйынтығы «Инеш» («Вступление») 1939 йылда баҫылып сыға. 1942 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.

Куликовтың ижады Бөйөк Ватан һуғышы осоронда әүҙемләшә. 40-сы йылдарҙа төрлө республика гәзиттәрендә баҫылған шиғырҙары «Ватан һулышы»(«Дыхание Родины» (1949) йыйынтығында берләштереп сығарыла. 1951 йылда балалар өсөн «Ныҡ балалар» («Крепыши») поэмаһын яҙа. Шулай уҡ ул «Күтәрелештә» («На подъеме»), «Костер янында» («У костра») пьесалары, «Балалар» («Дети»), «Тельняшка», «Түҙмәне» («Не выдержал»), «Кеше урамдан килде» («Человек пришел с улицы»)хикәйәләре авторы, был әҫәрҙәре «Советская Башкирия» гәзитендә һәм әҙәби альманахта нәшер ителә. П. Куликовтың айырым шиғырҙары башҡорт теленә тәржемә ителгән, шулай уҡ ул үҙе лә башҡорт шағирҙарын рус теленә тәржемә иткән[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышындағы фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почет грамотаһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 [1]
  2. 2,0 2,1 2,2 [2]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • [3] Куликов Павел Александрович
  • [4] Павел Куликов