Кудрявцев Валерий Борисович

Кудрявцев Валерий Борисович (4 июль 1936 йыл — 23 декабрь 2021 йыл) — СССР һәм Рәсәй математигы, физика-математика фәндәре докторы. 2008—2020 йылдарҙа — Мәскәү дәүләт университетының Ташкенттағы филиалы директоры.

Кудрявцев Валерий Борисович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 4 июль 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})
Тыуған урыны Егорьевск[d], Мәскәү өлкәһе, РСФСР, СССР
Вафат булған көнө 23 декабрь 2021({{padleft:2021|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:23|2|0}})[1] (85 йәш)
Һөнәр төрө математик
Эшмәкәрлек төрө математика
Эш урыны МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының Ташкенттағы филиалы[d]
Уҡыу йорто М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты
МДУ-ның механика-математика факультеты[d]
Росток университеты[d][2]
Ғилми дәрәжә физика-математика фәндәре докторы[d]
Ғилми етәксе Лупанов Олег Борисович
Аспиранттар Oleg A. Shcherbina[d][2] һәм Stanislav Aleshin[d][2]
Кемдә уҡыған Вольфганг Энгель[d][2]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре
Вики-проект Проект:Математика[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Валерий Борисович Кудрявцев 1936 йылдың 4 июлендә Мәскәү өлкәһенең Егорьевск ҡалаһында хәрби хеҙмәткәр-табип ғаиләһендә тыуған. Урта мәктәпте алтын миҙалға тамамлай.

1960 йылда Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетын тамамлай. 1960—1963 йылдарҙа факультет аспирантураһында уҡый, һуңынан факультетта ассистент булып эшләй башлай.

1964 йылда физика-математика фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә ләғүә итеп диссертация яҡлай, диссертацияның темаһы: «Вопросы полноты для некоторых функциональных систем, связанных с автоматами», ғилми етәксеһе — О. Б. Лупанов.

1969 йылдан алып Рәсәй Фәндәр академияһы Бөтә Рәсәй ғилми үҙәгенең таныу проблемалары лабораторияһында төркөм етәксеһе булып эшләй[3].

Физика-математика фәндәре докторы (1980, фәнни консультанты С. В. Яблонский һәм О. Б. Лупанов), диссертацияһының темаһы «Вопросы полноты для функциональных систем»[4].

1963 йылдан — Мәскәү дәүләт университетының механика-математика факультетында уҡыта, 1966 йылдан доцент, дискрет математика кафедраһы профессоры (1982—1991). 1986 йылдан теоретик кибернетика проблемалары лабораторияһы мөдире, 1991 йылдан интеллектуаль системаларҙың математик теорияһы кафедраһы мөдире.

Механика-математика факультетының ғилми эштәр һәм тышҡы бәйләнештәр буйынса декан урынбаҫары (1976—1986).

2008—2020 йыл — Мәскәү дәүләт университетының Ташкенттағы филиалы директоры.

2021 йылдың 23 декабрендә вафат була[5].

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары үҙгәртергә

Автоматтар, дискрет функциялар теорияһында фундаменталь һөҙөмтәләр, ҡушымталарҙа киң ҡулланылышлы образдарҙы, мәғлүмәт базаларын һәм интеллектуаль системаларҙы таныу. Яңы, автоматтарҙың функциональ системалары йүнәлешен үҫтерә.

Ғилми мәктәп булдыра, уның уҡыусылары араһында 20-нән ашыу доктор һәм 50-нән ашыу фән кандидаты бар.

Библиография үҙгәртергә

  • Элементы теории автоматов (с соавт.). М.: Изд-во МГУ. 1978. 216 с[6].
  • Функциональные системы. М.: Изд-во МГУ. 1982. 157 с.[7],
  • Основы теории однородных структур (с соавт., 1990),
  • Теория хранения и поиска информации (с соавт., 2002),

Уҡыу әсбаптары үҙгәртергә

  • Лекции по теории конечных автоматов (1976),
  • Введение в теорию автоматов (с соавт., 1985).
  • Введение в теорию абстрактных автоматов (с соавт.) М. Изд-во МГУ. 1985. 187 с.[8].

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Скончался В.Б.КудрявцевМДУ-ның механика-математика факультеты, 2021.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Математическая генеалогия (ингл.) — 1997.
  3. 50 лет ВЦ РАН: история, люди, достижения 2013 йыл 16 октябрь архивланған.. М.: ВЦ РАН, 2005. 320 с. ISBN 5-201-09837-1. С. 175
  4. Каталог РНБ. Дата обращения: 14 февраль 2014. Архивировано 30 июнь 2016 года.
  5. Валерий Борисович Кудрявцев 1936—2021. Дата обращения: 25 декабрь 2021. Архивировано 25 декабрь 2021 года.
  6. Каталог РНБ. Дата обращения: 14 февраль 2014. Архивировано 30 июнь 2016 года.
  7. Каталог РНБ. Дата обращения: 14 февраль 2014. Архивировано 30 июнь 2016 года.
  8. Каталог РНБ. Дата обращения: 14 февраль 2014. Архивировано 30 июнь 2016 года.