Кугубаев Яков Анатольевич

эшҡыуар, Башҡортостан Республикаһының 6-7-се саҡырылыш Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан)
Викидатала элемент тултырылмаған

Кугубаев Яков Анатольевич (2 июнь 1989 йыл) — эшҡыуар, Башҡортостан Республикаһының 6-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2018 йылдан)[1]. Берҙәм Рәсәй партияһы яҡлыларҙың Башҡортостан төбәк советы рәйесе. Партияның генераль советы ағзаһы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Яков Анатольевич Кугубаев 1989 йылдың 2 июнендә Ырымбур ҡалаһында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 2004 йылда шәхси эшҡыуар булып башлай[1]. 2011 йылда Бөрө дәүләт социаль-педагогия академияһын социаль педагог-педагог-психолог һөнәре буйынса тамамлай[2], шулай уҡ Тверь дәүләт техник университетында ла белем ала (2013). Артабан Башҡорт дәүләт университетының Бөрө филиалында аспирантурала уҡый (2011—2014), бер үк ваҡытта вузда инженер булып эшләй. 2012—2013 йылдарҙа «Слава Зайцевтың модалар йорто» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең менеджеры була[3].

Шул уҡ ваҡытта икенсе юғары белем ала — 2013 йылда Тверь дәүләт техник университетын «Мәғлүмәт системалары һәм технологиялар» һөнәре буйынса тамамлай. 2015—2017 йылдарҙа «Кугубаева Л. М.» шәхси предприятиеһы менеджеры. Эшҡыуарлыҡ менән бер рәттән өсөнсө юғары белем ала — Башҡорт дәүләт педагогия университетын тамамлай (2017). 2017 йылдан бөгөнгәсә крәҫтиән-фермер хужалығын етәкләй[4], 2019 йылдан алып — «КиберДройд» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры.

2022 йылда дүртенсе юғары белем ала — М. В. Ломоносов исемендәгн Мәскәү дәүләт университетын тамамлай[3].

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың 6-сы һәм 7-се саҡырылыш депутаты[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • "За бескорыстный вклад в организацию Общероссийской акции взаимопомощи «#МыВместе» миҙалы
  • РФ Федераль Йыйылышының Федерация Советы Рәйесенең Рәхмәте[3]
  • БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесенең Рәхмәте
  • Башҡортостан Республикаһында Эшҡуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса уполномоченный аппаратының Рәхмәте
  • "НАРОДНЫЙ ФРОНТ «ЗА РОССИЮ» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең Рәхмәте
  • БР район хакимиәттәре башлыҡтарының Рәхмәттәре[1]

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ҡарамағындағы Йәш закон сығарыусылар палатаһы Рәйесе урынбаҫары
"НАРОДНЫЙ ФРОНТ «ЗА РОССИЮ» Бөтә Рәсәй ижтимағи хәрәкәтенең төбәк бүлексәһе штабы ағзаһы
«Село. Территория развития» проектының төбәк эксперты
М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы ирекмәне[1] РФ Дәүләт Думаһы депутатының йәмәғәт башланғысындағы ярҙамсыһы
БР-ҙа Эшҡыуарҙар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса уполномоченныйҙың йәмәғәт башланғысындағы ярҙамсыһы[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә