Кубера
Кубера (Санскрит телендә:कुबेर) — тәржемәһе бәлки «ғәмһеҙ тәнгә эйә»), йәки Виттешвара, — бер күҙле байлыҡ Хоҙайы һәм аҡ тәнле Төньяҡ хужаһы (махараджа), локапалаларҙың береһе, якшаларҙың, киннарларҙың һәм гухьякатарҙың хөкөмдары, дхармапала.
Биджа Мантра
үҙгәртергәOm Shreem Om Hreem Shreem Hreem Kleem Shreem Kleem Vitteswaraaya Namah[1]
Исемдәре
үҙгәртергәКубераның төрлө исемдәре: Тибетта — Дамбала (Насарай), Джайнизмда — Саркванубхути, Буддизмда — Вайшравана, Монголияла һәм и Бурятияла — Намсрэ[2], Японияла — Бисямонтэн.
Килеп сығышы
үҙгәртергәБөйөк риши Пуластьяның ейәне, Вишраваса оло фекер эйәяһенең улы (бынан уның икенсе исеме — Вайшравана) һәм Равананың ағайы. Башта Кубера хтоник Илаһ булған һәм ер һәм тауҙар менән ассоциацияланған булған. Ваҡыт үтеү менән ул байлыҡ Илаһына оҡшаш булған ҡиәфәткә эйә була башлаған.
Риүәйәттәр
үҙгәртергәКүп йылдар буйына Кубера ҡырыс аскеза башҡарған, быға бүләк итеп Брахма уға мәңге йәшәү биргән һәм уны ерҙә йәшерелгән хазиналар һаҡсыһы, байлыҡ Илаһы иткән. Бынан тыш Брахма Кубераға резиденцияһы өсөн Шри-Ланка (Цейлон) утрауын һәм оса торған арбаны Виманаты бүләк иткән. Шуннан һуң Равана Ланканы яулап алғас һәм шунан Кубераны ҡыуғас, Кубера резиденцияһын Кайлаш тауында Алакапуриға күсергән.
Иконография
үҙгәртергәКубераны аҡ ҡар төҫтәге арсланла ултырған итеп, алтынһыу һары төҫтәге ҙур түңәрәк тән менән һәм ярһыу тышҡы ҡиәфәте менән һүрәтләйҙәр. Уның башында ҡыҙыл, күк һәм йәшел төҫтәге аҫылташтар менән диадема, ә ҡолаҡтарында — алҡалар. Баш тирәһендә ҡыҙыл периметр менән йәшел нимб. Уң ҡулында ул еңеү байрағын (зонтикһымак байраҡ, санскр. dhvaja) тота, ә һул ҡулда — мангустты тота, был байлыҡҡа бәйле мал-тыуар, ул аҫылташтар менән ҡоса. Шулай уҡ Варшаванан алтын балыҡтар, ҡабырсыҡтар, бик матур вазалар, лотос сәсәктәре һәм тәгәрмәс менән һүрәтләнә.