Крышова Нина Александровна
Крышова Нина Александровна (1895 — 1971) — совет ғалим-нейрофизиологы һәм невропатологы, медицина фәндәре докторы (1935), профессор (1946). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1965).
Нина Александровна Крышова | |||
рус. Нина Александровна Крышова | |||
Файл:Kryshova.jpg | |||
Тыуған көнө | |||
---|---|---|---|
Тыуған урыны | |||
Вафат көнө | |||
Вафат урыны | |||
Ил | |||
Ғилми даирәһе | |||
Эшләгән урыны |
СССР Фәндәр академияһының И. П. Павлов исемендәге Физиология институты | ||
Альма-матер |
МДУ (1919) | ||
Ғилми дәрәжәһе |
медицина фәндәре докторы (1935) | ||
Ғилми исеме |
профессор (1946) | ||
Награда һәм премиялары |
| ||
Биографияһы
үҙгәртергә1919 йылда Мәскәү университетының медицина факультетын тамамлағандан һуң, нервы ауырыуҙары клиникаһында ординатор итеп ҡалдырыла, һуңынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһында табип булып хеҙмәт итә. 1921 йылдан Г. И. Россолимо һәм С. Н. Давиденков етәкселеге аҫтында Мәскәүҙең бер нисә клиникаһында эшләй.
1932 йылдан И. П. Павлов етәкселеге аҫтында нервы ауырыуҙары клиникаһында эшләй. 1935 йылда Н. А. Крышова «о сухожильной арефлексии и ее причинах» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1938 йылдан алып — невроз бүлеге мөдире, кеше нейрогенетикаһы лабораторияһының фәнни етәксеһе һәм 1952 йылдан — СССР Фәндәр академияһының И. П. Павлов исемендәге Физиология институтының сектор мөдире итеп тәғәйенләнә. 1939—1943 йылдарҙа — Мәскәүҙең бер нисә госпиталендә консультант.
Н. А. Крышова төп нервы процестарының торошон асыҡлау өсөн үҙенсәлекле методикалар эшләй, уның нейрогенетика буйынса, шул иҫәптән «игеҙәктәр алымын» ҡулланып, нейроинфекция буйынса тикшеренеүҙәре билдәле, нервы системаһының травматик зарарланыуы һәм функциональ ауырыуҙары, телмәр боҙолоуы һәм шулай уҡ клиник невропатологияның байтаҡ башҡа актуаль мәсьәләләре буйынса хеҙмәттәре бар. Н. А. Крышованың хеҙмәттәренең бер өлөшө нервы системаһы ауырыуҙарын гистологик тикшереүҙәргә һәм яңы дарыу препараттарының фармакодинамикаһына арналған. Н. А. Крышова етәкселеге аҫтында 25 кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы башҡарылған.
Күп йылдар Н. А. Крышова Ленинградтың баш невропатологы булып эшләй, Бөтә Союз невропатологтар һәм психиатрҙар йәмғиәте идараһы Президиумы ағзаһы, Эстония һәм Ленинград невропатологтар һәм психиатрҙар йәмғиәтенең почетлы ағзаһы, мускул дистрофияһы менән көрәш буйынса халыҡ-ара ассоциация ағзаһы, Ҙур медицина академияһының 2-се баҫмаһында «Неврология» мөхәрририәт бүлеге мөхәррире була.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Ленин ордены
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1965)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Большая медицинская энциклопедия / гл. ред. Б. В. Петровский. — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия. — Т. 11: Коамид — Криотерапия. — 1979 г. — 544 с.
- Женщины города Ленина / Ин-т истории партии при Ленингр. обкоме КПСС — филиал Ин-та марксизма-ленинизма при ЦК КПСС ; Предисл. Т. И. Лютовой. — Ленинград : Лениздат, 1963 г. — 408 с.
- Журнал невропаталогии и психиатрии // Памяти проф. Н. А. Крышовой (К 60-летию со дня рождения) / Кpаeвский Я. М., Изд. «Медицина», М.: 1956 г. № 56 — 518 с.