Кривошапкин Алексей Леонидович

Кривошапкин Алексей Леонидович (15 май 1953 йыл) — СССР һәм Рәсәй ғалимы-нейрохирургы, Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты (2011), Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты (2014).

Кривошапкин Алексей Леонидович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 15 май 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Новосибирск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө нейрохирург
Эшмәкәрлек төрө нейрохирургия[d]
Эш урыны Новосибирск дәүләт медицина университеты
Уҡыу йорто Новосибирск дәүләт медицина университеты
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә медицина фәндәре докторы[d]
Әүҙемлек урыны Новосибирск дәүләт медицина университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

1953 йылдың 15 майында Новосибирск ҡалаһында тыуған.

1976 йылда Новосибирск дәүләт медицина институтын ҡыҙыл дипломға тамамлай.

1993 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Квалификацияһын АҠШ-та, Германияла күтәрә һәм 1995—1998 йылдарҙа Королева Медицина Үҙәге саҡырыуы буйынса Англияла эшләй, унда уҡыутыу эшмәкәрлеге менән дә шөғөлләнә. Бөйөк Британияның Белгестәр регистрына индерелә һәм Англия хирургтарының Король Колледжы ағзаһы итеп һайлана.

2001 йылда Новосибирскта тимер юл медицинаһы базаһында Нейрохирургия үҙәге ойоштора.

2009 йылдың октябренән академик Е.Н. Мешалкин исемендәге Ҡан әйләнеше патологияһының ғилми-тикшеренеү институтында нейрохирургия һәм ангионеврология үҙәге етәксеһе була.

2006 йылда Новосибирск дәүләт медицина университетының нейрохирургия кафедраһы мөдире итеп тәғәйенләнә.

2011 йылда Рәсәй медицина фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.

2012 йылдан — «Новосибирск Нейрофәндәр Институтының» генераль директор

2014 йылда — Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты

2014 йылда — нейрохирургия хеҙмәтен етәкләй һәм академик Е.Н. Мешалкин исемендәге медицина тикшеренеү үҙәгенең төп ғилми хеҙмәткәре булып ҡалып, Мәскәүҙә ЕМЦ медицина мәктәбенең ректоры һәм Новосибирск дәүләт медицина университетының нейрохирургия кафедраһы мөдире булып эшләй.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Нейрохирургия өлкәһендә белгес.

Фәнни ҡыҙыҡһыныу сфераһы — баш мейеһе ҡан тамырҙары ауырыуҙары һәм нейроонкология.

Рәсәй Фәндәр академияһы Себер бүлексәһе катализ институтынан ғалимдар менән берлектә биологик Сульфакрилат елеме эшләнә, ул нейрохирурнгияның төрлө өлкәләрендә уңышлы ҡулланыла.

256 ғилми хеҙмәт авторы, шул иҫәптән монографиялары, 17 патенты, 6 уҡыу әсбабы бар. Биш нейрохирургик технологияның авторы.

Резидент Сколково.

2015 йылда Рәсәйҙең VII нейрохирургтар съезында Рәсәй Федерацияһы Нейрохирургтар ассоциацияһының почетлы ағзаһы итеп һайлана[1].

«Нейрохиругия» (Россия), «Вестник неврологии, психиатрии и нейрохирургии», «Сибирский научный медицинский журнал» журналдыарының мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Седьмой съезд нейрохирургов России. ruans.org. Дата обращения: 10 ноябрь 2019.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Профиль Алексея Леонидовича Кривошапкина РФА рәсми сайтында
  • Руководитель нейрохирургической клиники EMC профессор Алексей Леонидович Кривошапкин в гостях у программы «Наблюдатель» на телеканале «Культура» (неопр.). facebook.com. Дата обращения 10 ноября 2019.