Краснознаменка (Ырымбур өлкәһе)
Краснознаменка—Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.
Краснознаменка | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ҡыуандыҡ районы[1] |
Халыҡ һаны | 457 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 462230 |
Географияһы
үҙгәртергәАуыл Ырымбур өлкәһенең һәм райондың үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан көньяҡ—көнсығыш тарафта туранан яҡынса 12 километр алыҫлыҡта, Аҡһаҡал йылғаһының ҡушылдығы Амплейка буйында урынлашҡан[3].
- Сәғәт бүлкәте
Краснознаменка ауылы, бөтә Ырымбур өлкәһе кеүек үк, МСК+2 (Өфө ваҡыты) сәғәт бүлкәтендә урынлашҡан. UTC ваҡытына ҡарата айырмаһы — +5:00 сәғәт[4]. |
[5].
Климаты
үҙгәртергәАуылдың климаты, Ҡыуандыҡ районына хас булғанса, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуарҙа уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[6].
Тарихы
үҙгәртергәРеволюцияға тиклем Курск һәм башҡа губерналарҙан күсеп килеүселәр нигеҙ һалған, 1901 йылғы сығанаҡта Аҡһаҡал йылғаһы исеме буйынса Аҡһаҡал утары (Аксакальский хутор) булараҡ билдәләнгән. Борон бер янғын килеп сыҡҡан да, ауыл әле йәшәп ятҡан урынға күсенгән.
Совет осоронда «Красное знамя» («Ҡыҙыл байраҡ») колхозы буйынса Краснознаменка тип үҙгәртелә. Халыҡ телендә Знаменка тип йөрөтөлә [3].
2016 йылдың 1 ғинуарында Ырымбур өлкәһенең 2015 йылдың 6 мартындағы 3029 / 834-V һанлы Законына ярашлы Ҡыуандыҡ районы муниципаль берәмегенә, шулай уҡ уға ингән барлыҡ ауыл һәм ҡала биләмәләре Ҡыуандыҡ ҡала округы муниципаль берәмегенә берләштереү юлы менән үҙгәртелә[7] 2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Краснознаменка ауыл Советына ингән, муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ҡороуҙан һуң Ҡыуандыҡ ҡала округы составында раҫланған.
Этимологияһы
үҙгәртергәОктябрь революцияһына тиклем Аҡһаҡал утары (рус. хутор Аксакальский), халыҡ араһында Аксакалка йәки хатта Сакалка тип атап йөрөтөлгән. Совет осоронда Октябрь революцияһы символы - ҡыҙыл байраҡ башта колхозға, шунан инде уның буйынса янындағы торамаға ла күсеп, Краснознаменка булып киткән[8].
Халҡы
үҙгәртергә2002 йылдағы халыҡ иҫәбе буйынса даими рәүештә 537 кеше (урыҫтар 75%) , 2010 йылда - 457 йәшәгән[9].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июнь 2011).
- ↑ Федеральный закон от 03.06.2011 № 107-ФЗ «Об исчислении времени», статья 5 (3 июня 2011).
- ↑ Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
- ↑ Закон Оренбургской области от 06 марта 2015 года N 3029/834-V-ОЗ «О ПРЕОБРАЗОВАНИИ МУНИЦИПАЛЬНЫХ ОБРАЗОВАНИЙ, РАСПОЛОЖЕННЫХ НА ТЕРРИТОРИИ КУВАНДЫКСКОГО РАЙОНА ОРЕНБУРГСКОЙ ОБЛАСТИ»
- ↑ Краснознаменка, хутор Аксакальский (название по речке Аксакалке), в народе селение именовалось Аксакалка или даже просто Сакалка. В советское время переименовано в Краснознаменку по колхозу «Красное знамя». Название колхоза символизировало красное знамя Октябрьской революции. В просторечии — ЗнаменкаСтрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
- ↑ Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.