Крадин Николай Петрович
Крадин Николай Петрович (17 декабрь 1938 йыл) — архитектура тарихсыһы, архитектура докторы, профессор, Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш академияһы ағза-корреспонденты, Бөтә Рәсәй тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау йәмғиәтенең Хабаровск бүлексәһе рәйесе (ВООПИиК), ТОДУ уҡытыусыһы.
Крадин Николай Петрович | |
рус. Николай Петрович Крадин | |
Зат | ир-ат[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 17 декабрь 1938[2] (85 йәш) |
Тыуған урыны | Хабаровск, РСФСР, СССР |
Балалары | Крадин, Николай Николаевич[d] |
Һөнәр төрө | историк архитектуры, университет уҡытыусыһы |
Эшмәкәрлек төрө | история архитектуры[d] |
Эш урыны | Тымыҡ океан дәүләт университеты |
Уҡыу йорто | И. Е. Репин исемендәге Санкт-Петербург һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институты |
Ғилми исеме | профессор[d] |
Ғилми дәрәжә | архитектура докторы[d] (2003) |
Ойошма ағзаһы | Всероссийское общество охраны памятников истории и культуры[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Рәсәй күсмәнделәр тарихсыһы Н. Н. Крадиндың атаһы.
Биографияһы
үҙгәртергә1938 йылдың 17 декабрендә Хабаровскиҙа йәшәүсе ғаиләлә икенсе бала булып тыуа. Атаһы — эшсе, әсәһе — хужабикә. Ғаиләлә бөтәһе ете бала үҫкән — дүрт ағалы-энеле һәм өс апаһы.1956 йыл, 15 август — 40-сы урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Биробиджан педучилищеһының художество-графика бүлегенә 1-се курсҡа уҡырға инә. 1960, 1 июль — училищены тамамлағй, квалификацияһы бирелә «урта мәктәп рәсем һәм һыҙма уҡытыусыһы»квалификацияһы бирелә һәм диплом тапшырыла.
1960—1961 — Бурят АССР-ы Онохой ҡасабаһы урта мәктәбендә һыҙма һәм рәсем уҡытыусыһы булып эшләй.
1961—1964 — СССР Ҡораллы көстәренең Байкал аръяғы хәрби округында хеҙмәт итә.1964, июль — Ленинградта СССР сәнғәт академияһының И. Е. Репин исемендәге һынлы сәнғәт, скульптура һәм архитектура институтына уҡырға инә.1964-1970 — институтта СССР-ҙың Халыҡ архитекторы С. Б. Сперанский класында уҡый.1970 — диплом проектын яҡлай. Хабаровскиға Алыҫ Көнсығыш Бөтә Союз техник эстетика ғилми-тикшеренеү институтының Алыҫ Көнсығыш филиалының интерьерҙар бүлегенә эшкә йүнәлтелә.1973 йыл, 15 август — Н, П. Крадин Хабаровск политехник институтына (әлеге ваҡытта Тымыҡ океан дәүләт университеты) эшкә күсә, ошо ваҡыттан алып был уҡыу йортонда уның ғилми һәм уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге бәйле.1979, 27 сентябрь — Мәскәү архитектура институтында «Крепостное деревянное зодчество Сибири XVII—VIII вв.» (етәксеһе проф. Косточкин В. В.) темаһына кандидатлык диссертацияһы яҡлай.1983 — доцент дәрәжәһе бирелә.1992 — профессор исеме бирелә.
1998 — «РФ-ҙың атҡаҙанған архитекторы».2003, 28 декабрь— Архитектура һәм ҡала төҙөлөшө һәм архитектура теорияһы ғилми-тикшеренеү институтында (Мәскәү) «Русская архитектура Дальнего Востока XVII-нач. XX вв.»[3] темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм Алыҫ Көнсығышта беренсе архитектура докторы була.2008, 30 май— Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһының ағза-корреспонденты итеп һайлана.
Проекттары
үҙгәртергә- Реконструкция церкви Иннокентия Святителя Иркутского в Хабаровске (автор, 1998—2000).
- Проект реконструкции Русской улицы в Даляне, КНР (в составе авторского коллектива, 1999—2000).
- Проект восстановления Свято-Николаевской церкви и часовни Иверской Божьей Матери в Харбине (автор, 2005; реализация 2008).
- Проект парка Русской культуры в Харбине (автор проектов восстановления Свято-Николаевской церкви и Иверской часовни, въездных ворот; подбор чертежей для других объектов, консультации при реализации, 2005—2009).
- Проект Илимского острога в музее деревянного зодчества «Тальцы» под Иркутском. 2012 г. (соавтор Иванченко А. А.)
Библиография
үҙгәртергәН. П. Крадин 520-нән ашыу публикациялар авторы һәм авторҙашы[4]. Шул иҫәптән 25 китап (авторлыҡта 20):
- «Русское деревянное оборонное зодчество» (1988).
- Памятники архитектуры Хабаровска (1997).
- Архитекторы Хабаровска (1998).
- «Старый Хабаровск» (1999, 2008, 2013).
- Охраняются государством (1999).
- «Записки краеведов» (в соавторстве, 2000; 2004).
- «Архитектура и архитекторы Хабаровска» (2003).
- «Харбин — русская Атлантида» (2001; на кит. яз. 2007; 2-е изд. 2010).
- "Старый Хабаровск: Портрет города в дереве и камне. — Хабаровск, (1999, 2008, 2013).
- «Художники Дальнего Востока». — Хабаровск, (2009, 2013).
- Зодчие Хабаровска (1858—2013). — Хабаровск, 2013.
- Русские художники в Китае (2013).
- Градостроительство Сибири. — Спб.,2011 (в соавторстве)
- Русское деревянное зодчество. Произведения народных мастеров и вековые традиции.- М., 2012 (в соавторстве).
Наградалары
үҙгәртергә«РФ атҡаҙанған архитекторы» маҡтаулы исеме (1998); II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы; «Хеҙмәт ветераны» миҙалы, Бөтә Рәсәй тарих һәм культура ҡомартҡыларын һаҡлау йәмғиәтенең «Ватан мираҫын һаҡлауҙағы уңыштары өсөн» миҙалы; РФ мәҙәниәт министрлығының «Тарих һәм мәҙәниәт һәйкәлдәрен һаҡлау органдары учреждениеларына 150 йыл» миҙалы; Хабаровск крайы Губернаторы премияһының дүрт тапҡыр лауреаты, Хабаровск ҡала хакимиәте премияһы лауреаты, Яков Дьяченко исемендәге премия лауреаты, , профессор М. П. Даниловский исемендәге премия лауреаты, Саха (Яҡут) Республикаһының Почетлы архитекторы.
Рәсәй архитектура һәм төҙөлөш фәндәре академияһының ике миҙалына эйә; А. В. Иконников миҙалы «Архитектура фәненә ҙур өлөш индергән өсөн»; Хабаровск Халыҡ-ара йәрминкәһенең Ике ҙур алтын миҙалы, Хабаровск ҡала думаһының «Таныу һәм почет» күкрәк билдәһе.
2019 йыл 21 май — «Хабаровск ҡалаһының почетлы гражданы» исеме бирелә[5].
Иҫкәрмә
үҙгәртергә- ↑ Identifiants et Référentiels (фр.) — ABES, 2011.
- ↑ Library of Congress Authorities (ингл.) — Library of Congress.
- ↑ Николай Петрович Крадин Русская архитектура Дальнего Востока XVII-начала XX вв. (рус.). — 2003.
- ↑ Библиография 2014 йыл 30 март архивланған.
- ↑ Двух почетных граждан Хабаровска выбрали депутаты < Новости | Дебри-ДВ . www.debri-dv.ru. Дата обращения: 25 май 2019.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ссылка на сайте ИАС ТОГУ(недоступная ссылка)
- Персональный сайт