Кочкуров Сергей Алексеевич

Кочкуров Сергей Алексеевич (25 октябрь 1963(19631025) йыл) — Лукойл компанияһы вице-президенты (2019), «Лукойл — Көнбайыш Себер» ЯСЙ-ның директоры (2012 йылдың апреленән алып), «Когалымнефтегаз» ТПП-ның элекке генераль директоры. ХМАО-ның нефть һәм газ сығарыу сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.

Кочкуров Сергей Алексеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй
Тыуған көнө 25 октябрь 1963({{padleft:1963|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1] (61 йәш)
Тыуған урыны Ишембай, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө Нефтсе (Ишембай), сәйәсмән
Эш урыны Лукойл[d]
Биләгән вазифаһы вице-президент[d] һәм депутат Думы Ханты-Мансийского автономного округа – Югры[d][1]
Уҡыу йорто Төмән дәүләт нефть һәм газ университеты[d]
ӨДНТУ
Сәйәси фирҡә ағзаһы Берҙәм Рәсәй[1]

Биографияһы

үҙгәртергә

Сергей Алексеевич Кочкуров 1963 йылдың 25 октябрендә Башҡорт АССР-ының Ишембай ҡалаһында тыуған, атаһы — Алексей Кочкуров илдең яғыулыҡ-энергетика комплексы үҫешенә 40 йыл ғүмерен бирә.

Сергей 3-се урта мәктәпте тамамлай. 1981—1986 йылдарҙа Өфө нефть институтының тау-нефть факультетында уҡый, һөнәре — «Нефть һәм газ скважиналарын быраулау» 2004 йылда Төмән нефть һәм газ дәүләт университетын тамамлай, һөнәре — «Ойошма менеджменты».

Хеҙмәт юлы

үҙгәртергә

Өфө нефть институтынан һуң Төмән өлкәһендәге Когалым ҡалаһына ебәрелә, шунда ул «Ватьеганнефть» Нефть һәм газ сығарыу идаралығы (НГДУ) КРС-да (скважиналарҙың капиталь ремонты) быраусы ярҙамсыһы булып эш башлай. Артабан шунда уҡ мастер, нефть һәм газ сығарыу цехы (ЦДНГ) — өлкән геолог, һуңынан начальник. 2000 йылда «Повхнефть» НГДУ-на өлкән инженер итеп күсерелә.. 2002 йылда Когалымнефтегаз" ТТП-ның генераль директорының етештереү буйынса урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. 2003 йылда — «Покачевнефтегаз» ТПП-ның баш инженеры — генераль директорҙың беренсе урынбаҫары итеп күсерелә. 2005 йылдан "Покачевнефтегаз"ТПП-ын етәкләй. 2009 йылдың майында «Когалымнефтегаз» ТПП генераль директоры итеп тәғәйенләнә. Әлеге ваҡытта, 2012 йылдың апреленән башлап, «Лукойл — Көнбайыш Себер» ААЙ-нең етәксеһе. 2019 йылдың апрелендә Сергей Алексеевич Кочкуров «ЛУКОЙЛ» ПАО-ның сервис производство сервисы буйынса вице-президенты вазифаһына тәғәйенләнә.

Запастағы офицер.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәр

үҙгәртергә
  • 2-се дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены
  • ХМАО-ның нефть һәм газ сәнәғәтенең атҡаҙанған хеҙмәткәре.
  • Рәсәй яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының почетлы грамотаһы
  • В.Дулов. По заслугам медаль «За заслуги»//газ. Восход, 5 сентября 2014, № 137—138 (12877-878), С.2
  1. 1,0 1,1 1,2 https://www.dumahmao.ru/history/depfivesoz/detail.php?ID=23023