Косово Фән һәм сәнғәт академияһы
Косово Фән һәм сәнғәт академияһы (алб. Akademia e Shkencave e Arteve e Kosovës; лат. Academia Scientiarum et Artium Kosoviensis; серб. Академија наука и уметности Косова) — Косово Республикаһының юғары ғилми учреждениеһы.
Косово Фән һәм сәнғәт академияһы | |
Нигеҙләү датаһы | 1975 |
---|---|
Дәүләт | Косово |
Административ-территориаль берәмек | Косово |
Ойошма ағзаһы | International Union of Academies[d][1], All European Academies[d][2] һәм InterAcademy Partnership[d][3] |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Приштина, Приштина[d] |
Рәсми сайт | ashak.org |
Косово Фән һәм сәнғәт академияһы Викимилектә |
Тарихы һәм ойошоуы
үҙгәртергә1950 йылдарҙа Косовола юғары кимәлдә ойошторолған ғилми тикшеренеүҙәр үткәреү мәсьәләһе күтәрелә башлай. 1953 йылда Албанология институты ойошторола, әммә ул ике йылдан һуң Югославия властары баҫымы һөҙөмтәһендә ябыла[4]. 1967 йылда институт ҡабаттан тергеҙелә һәм шул ваҡыттан алып төбәктең ғилми һәм мәҙәни тормошона әүҙем йәлеп ителә.
1970 йылдарҙа Косовола крайға Югославияның башҡа республикалары менән бер рәттән азатлыҡ талап иткән милли хәрәкәт көсәйә. Косовола юғары ғилми учреждение ойоштороу мәсьәләһе киҫкен тора. 1974 йылда Косово Ассамблеяһы уны төҙөү буйынса комиссия ойошторола. 1975 йылдың 20 декабрендә Косово фән һәм сәнғәт академияһына нигеҙ һалына. Уның беренсе президенты элекке Югославиятерриторияһында хәҙерге албан шиғриәтенә нигеҙ һалыусы тип иҫәпләнгән Эсад Мекули була[5]. Академия составына дүрт бүлек инә: лингвистика һәм әҙәбиәт бүлеге, социаль фәндәр бүлеге, тәбиғи фәндәр һәм сәнғәт бүлектәре.
Ағзалары
үҙгәртергәКосовоның Фән һәм сәнғәт академияһында 24 штатлы һәм 11 ассоциацияланған ағза эшләй. Ғилми учреждениеның хәҙерге президенты — профессор Хивзи Ислами, вице-президенты —профессор Паязит Нуши. Исуф Красники — генераль секретарь. Лингвистика һәм әҙәбиәте бүлегенә шағирҙары һәм яҙыусы Экрем Баша етәкселек итә, социаль фәндәр бүлегенә — тарихсы Йософ Байрактари, тәбиғәт фәндәре бүлегенә — Фейзулах Красники, сәнғәт бүлегенә — скульптор Люан Мулики. Албан-Америка Нобель премияһы лауреаты Ферид Мурад һәм Тереза Әсә кеүек билдәле шәъестәр уның почетлы ағзаһы була һәм шулай булып ҡала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://web.archive.org/web/20240125131018/http://www.unionacademique.org/en/members
- ↑ https://allea.org/members
- ↑ https://web.archive.org/web/20221208195542/https://www.interacademies.org/network/member-academies
- ↑ Historiku (алб.). Akademia e Shkencave dhe e Arteve e Kosovës. Дата обращения: 21 март 2017.
- ↑ Elsie, Robert. Historical dictionary of Kosova. — Scarecrow Press (инг.)баш., 2004. — С. 118. — ISBN 978-0-8108-5309-6.