Коротанова Зоя Никитична

Коротанова Зоя Никитична (26 октябрь 1927 йыл — ?) — СССР-ҙың ауыл хужалығы алдынғыһы, ҡош ҡараусы. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Коротанова Зоя Никитична
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 26 октябрь 1927({{padleft:1927|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (97 йәш)
Тыуған урыны Нижнеломовский уезд[d], Пенза губернаһы[d], РСФСР, СССР
СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Зоя Никитична Коротанова (Малышева) 1927 йылдың 26 октябрендә Пенза губернаһы Нижнеломовка өйәҙе Куриловка ауылында (хәҙер Пенза өлкәһенең Вадинский районы) тыуған[1].

Башланғыс мәктәпте тамамлағас, 1941 йылда Пенза өлкәһенең «Пачелма» дәүләт тоҡомсолоҡ заводына эшкә урынлаша. 1943 йылда фабрика-завод уҡыуын (ФЗО) тамамлай, Калинин исемендәге Мәскәү быяла фабрикаһында аппаратсы булып эшләй [1].

1947—1951 йылдарҙа «Пачелма» совхозында ҡош ҡараусы булып эшләй. 1951 —1957 йылдарҙа Свердловск өлкәһендә йәшәй,1957 йылдың майында «Пачелма» совхозына ҡош ҡараусы булып ҡайта. 1970 йылда КПСС-ҡа инә[1].

СССР Юғары Советы Президиумының 1971 йылдың 8 апрелендәге Указы менән «ауыл хужалығы производствоһын үҫтереүҙә һәм дәүләткә малсылыҡ продукттарын етештереү һәм һатыу буйынса биш йыллыҡ планды үтәүҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн» Зоя Никитична Коротановаға Ленин ордены һәм «Ураҡ һәм Сүкеш» миҙалы тапшырылып, «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә [1].

Артабан хаҡлы ялға китә, Пенза өлкәһенең Каменский районы Кевдо-Мельситовка ауылында йәшәй[1].

Ленин ордены, (08.04.1971), миҙалдар менән бүләкләнә[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Т. Каримов. Коротанова Зоя Никитична. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 16 март 2020.
  • Полубояров М.С. Коротанова (Малышева) Зоя Никитична / Пензенская энциклопедия. — Москва : Большая Российская энциклопедия, 2001. — С. 258.
  • «Пензенцы – Герои Социалистического Труда». Библиографический указатель. — Пенза, 1988.
  • В Президиуме Верховного Совета СССР. //Пенз. правда.— 1971.— 8 апр. (Сообщение о присвоении звания Героя Социалистического Труда группе передовиков, в том числе Коротановой Зое Никитичне — птичнице госплемзавода «Пачелма» Пачелмского района Пензенской области)
  • Коротанова 3. Труд — дело чести. //Знамя Ленина.— 1972.— 19 дек.
  • Коротанова 3. Мы кузнецы своего счастья. //Знамя Ленина.— 1971.—1 мая.
  • 258 яиц от несушки. //Пенз. правда.— 1973.— 23 февр.
  • 3. Н. Коротанова, птичница госплемзавода «Пачелма»: Новогоднее интервью. //Знамя Ленина. — 1971.— 1 янв.
  • Илюшин В. Герой труда. //Знамя Ленина.— 1971.—13 апр.
  • Илюшин В. Традиционный «Огонек» передовиков сельского хозяйства. //Знамя Ленина.— 1971.— 28 янв.