Королёв Сергей Александрович (шағир)
Серге́й Алекса́ндрович Королёв (4 апрель, 1934—23 август, 1985) — рус совет шағиры, прозаик һәм журналист.
Сергей Королёв | |
Исеме: |
Сергей Александрович Королёв |
---|---|
Тыуған көнө: |
04.04.1934 |
Тыуған урыны: |
CCCР, РСФСР, Дондағы Ростов |
Вафат булған көнө: |
23.08.1985 |
Вафат булған урыны: |
CCCР, РСФСР, Дондағы Ростов |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, прозаик, журналист |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
русса |
Тормош юлы
үҙгәртергә1934 йылдың 4 апрелендә (атаһы, тыумыштан дон казагы, Кагальницкая станицаһынан ҡалаға күсеп килгән), Дондағы Ростовта казактар ғаиләһендә тыуа. Буласаҡ шағир йәйҙәрен Кагальницкая станицаһындағы туғандарында үткәрә. Был станица уның шиғырҙарына «станицалағы Ватан» тип аталып ингән.
Бөйөк Ватан һуғышында оккупацияла була.
1949 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай һәм Ростов тимер юл транспорты техникумына уҡырға инә. Шунда уҡығанда шиғырҙар һәм көндәлектәр яҙа башлай. Техникумдан киткәс, эшсе йәштәр мәктәбендә урта белем ала. Артабан Ростов дәүләт университетының философия факультетына уҡырға инә. Унан Ростов дәүләт педагогия институтының әҙәбиәт факультетына күсә һәм уны 1958 йылда тамамлай.
Институтта уҡып бөткәс, Ростов өлкә мәҙәниәт идаралығына методист булып эшкә урынлаша. Ул артабан Ростов өлкә профсоюздар советында мәҙәни-ағартыу эшенең методик кабинеты мөдире булып эшләй. Бынан ул журналист эшенә күсә һәм «Речник Дона», «На стройке», «Связист», «Автотранспортник», «Кооператор Дона», «Комсомолец» гәзиттәре менән хеҙмәттәшлек итә. Бер аҙ ваҡыт ОСВОД-та эшләй.
Сергей Королёвтың тәүге шиғырҙары журналдарҙа һәм коллектив йыйынтыҡтарҙа 1960-сы йылдарҙа күренә башлай. 1978 йылда уның «Ястребиное небо» шиғырҙар китабы донъя күрә. Был китап әҙәби тәнҡит тарафынан бик йылы ҡабул ителә. Королёв был саҡта бик ҡаты ауырый һәм уның аяғына, гангрена башланғанлыҡтан, ампутация яһайҙар.
1981 йылда уның икенсе һәм үҙе тере саҡтағы «Позднее лето» тигән иң һуңғы китабы баҫыла. Был китап өсөн 1982 йылда СССР Яҙыусылар союзына ҡабул ителә.
52-се йәшендә, 1985 йылдың 23 авгусында, үҙенең Ростовтағы фатирында вафат була.
Ижады
үҙгәртергәСергей Королёвтың ижадын тикшереүсе Л. М. Юдин шағирҙың ижадында дүрт этапты билдәләй: тәүге, башланғыс (1950—1960); «станицалағы Ватан» һәм диңгеҙ тураһындағы шиғырҙар, юлъяҙмалар, очерктар, «Евдокия, казачья мать» повесының һыҙмалары һәм 1969 йылда «Дон» журналында беренсе баҫмалары сығыу һәм уның әҙәби тәнҡит тарафынан билдәләнеү осоро (1960—1970); Донға һәм Төньяҡҡа арналған шиғырҙар,һүрәтләмәләр һәм хикәйәләр өҫтөндә эшләү, 1978 йылда тәүге шиғырҙар китабының баҫылып сығыу осоро (1970—1978) ; һәм, ниһайәт, «Позднее лето» шиғырҙар китабының баҫылып сығыуы(1982) һәм артабан ҡаты ауырыған шағир вафат булғандан һуң нәшер ителгән «Воспоминание о песне» һәм «Обратное время» китабының ҡулъяҙмалары өҫтөндә эшләү осоро (1978—1985).
Л. Юдин хәтерләүе буйынса, С. А. Королевтың «Немой соловей», «Сказ о Полежае», «Воспоминание о песне», «Баллада о последней стреле», «Прощание с Вайнямёйненом», «Акация», «Зима в летнем театре», «Обратное время»[1], «Бит-бой», «Листопад» шиғырҙары халыҡ араһында ҙур популярлыҡ яулай.
Королёвтың шиғырҙарына Ольга Фокина, Евгений Долматовский, Виктор Коротаев, Александр Рогачёв, Леонид Григорьян, Николай Скрёбов, Елена Нестеровалар юғары баһа бирә. Виталий Закруткин, Анатолий Калинин, Борис Куликов, Виктор Боков, Владимир Фирсов, Даниил Долинский, Филипп Сухоруковтар[1] уның шиғырҙарын бик йылы ҡабул итә.
Бүләктәре һәм премиялары
үҙгәртергә- Дондағы Ростов ҡалаһы әҙәби конкурсының иң яҡшы әҫәр өсөн дәртләндереү премияһы (1981).
- «Небесное кочевье» китабы өсөн В. Закруткин исемендәге өлкә премияһы (1996)
Хәтер
үҙгәртергә- Сергей Королёв вафат булғандан һуң уның «Воспоминание о песне» (1987), «Обратное время» (1989) һәм «Небесное кочевье» (1996) шиғырҙар йыйынтығы нәшер ителә, шуларҙың беренсеһе — Мәскәүҙең «Современник» нәшриәтендә баҫылып сыға.
- 2002 йылда Дондағы Ростовта Сергей Королевтың «Вещий посох» китабы баҫыла. Унда шағирҙың барлыҡ ижади әҫәрҙәре — быға тиклем баҫылмағандары ла — ингән.
- Дондағы Ростов ҡала хакимиәте ҡарары менән шағирҙың һуңғы йылдарҙа Ворошилов проспектында йәшәгән йортонда иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйылған.
- Сергей Королёвтың исеме 1999 йылда Кагальницкий район китапханаһына бирелә.
- Кагальницкая станицаһында һәр йыл һайын Сергей Королёвтың шиғриәт көндәре үткәрелә.
- Шағирҙың әсәһе, Нина Георгиевна Королёваға станицаның мәҙәниәтенә һәм улының әҙәби мираҫына ҙур өлөш индергәне өсөн 2001 йылда Кагальницкая станицаһының маҡтаулы йәшәүсеһе исеме бирелә.
Китаптары
үҙгәртергә- Ястребиное небо / [Предисловие А. А. Рогачёва]. — Ростов н/Д: Книжное издательство, 1978. — 46 с. — 5000 экз.
- Позднее лето: Книга стихов. — Ростов н/Д: Книжное издательство, 1981. — 78 с. — 5000 экз.
- Воспоминание о песне: Книга стихов. — М.: Современник, 1987. — 108 с. — (Новинки «Современника»). — 6000 экз.
- Обратное время: Стихи / [Сост. и предисловие Л. М. Юдина; худож Н. Я. Бойко]. — Ростов н/Д: Книжное издательство, 1989. — 222 с. — (Донская поэзия). — 5000 экз.
- Небесное кочевье: Стихи и проза. — Ростов н/Д: Личный интерес, 1996. — 191 с. — 1000 экз. — ISBN 5-86340-028-5.
- Вещий посох: Сочинения / [Худож В. П. Высочин]. — Ростов н/Д: ООО «Ростиздат», 2002. — 559 с. — 200 экз. — ISBN 5-7509-0606-X.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Юдин Л. М. Возвращение поэта (от составителя) // Королёв С. А. Вещий посох: Сочинения / [Худож В. П. Высочин]. — Ростов н/Д: Ростиздат, 2002. — С. 7—16. — 559 с. — 200 экз. — ISBN 5-7509-0606-X.
- Ҡалып:Книга:Культура Дона в лицах
- Ҡалып:Книга:Писатели Дона 1986
- Казьмин Л. М. Есть птицы певчие — немногие // Казьмин Л. М. Колодец. — Ростов н/Д: Новая книга, 2008. — С. 236—240. — 284 с.
- Рогачёв А. А. Живые корни // Королёв С. А. Ястребиное небо. — Ростов н/Д, 1978. — С. 3—4.
- Франкенберг Л. «…В далеком имени Россия я — известный, признанный поэт!» [О С. Королёве и В. Стрелкове] // Молот. — 8 марта 2000.
- Премии: [Об итогах конкурса за 1981 г. на лучшее произведение литературы. г. Ростов. Две поощрительные премии получили поэты В. Фролов и С. Королёв] // Литературная газета. — 20 января 1982. — С. 6.
- Анисимова Л. Беспокойные дороги // Молот. — 7 марта 1979.
- Баев Ф. Ф. Мир, открытый снова // Комсомолец. — 10 августа 1979.
- Леонидов Г. [Рецензия на сборник стихов «Ястребиное небо»] // Дон. — 1980. — № 6. — С. 169—170.
- Скрёбов Н. М. Избыток спелых сил // Молот. — 29 апреля 1981.
- Юдин Л. М. [Рецензия на сборник стихов «Позднее лето»] // Дон. — 1982. — № 1. — С. 156.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергәСергей Королёв Викиөҙөмтәлә |
- Королёв Сергей Александрович (шағир) «Rodovid» ағасында. Ата-бабалар һәм ейәндәр шәжәрәһе
- Сергей Александрович Королёв в Большой биографической энциклопедии