Коркина Евдокия Иннокентьевна

Коркина Евдокия Иннокентьевна (17 декабрь 1917 йыл10 июнь 2009 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең ғалим-тюркологы, фән һәм дәүләт эшмәкәре. 1963—1984 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Яҡутия филиалы Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты директоры. Филология фәндәре докторы (1970), профессор (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972), СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең атҡаҙанған ветераны (1982). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.

Коркина Евдокия Иннокентьевна
Зат ҡатын-ҡыҙ[1]
Тыуған көнө 17 декабрь 1917({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1]
Вафат булған көнө 10 июнь 2009({{padleft:2009|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:10|2|0}})[1] (91 йәш)
Вафат булған урыны Яҡутск, Рәсәй
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре
Тышҡы рәсемдәр
Евдокия Коркина һәм Александр Соктоев

Биография

үҙгәртергә

Евдокия Иннокентьевна Коркина Яҡут өлкәһе Чурапчинский улусы Кытанах наслегендә 1917 йылдың 17 декабрендә тыуған.

Яҡут ауыл хужалығы техникумын тамамлағас, Яҡут АССР-ы Наркомземының ер төҙөү идаралығында өс йыл эшләй. 1939 йылда Мәскәүгә Н. Г. Чернышевский исемендәге Мәскәү философия, әҙәбиәт, тарих институтына уҡырға китә. Институт 1941 йылдың октябрь айында ябыла. Евдокия Иннокентьевна Яҡут АССР-ына ҡайта һәм 1944 йылға тиклем элекке эшендә эшләй. 1944—1947 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Якутия өлкә комитетында, 1947—1949 йылдарҙа хеҙмәтсәндәр депутаттарының Якутск ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары була. 1949 йылда өлкә партия мәктәбенә уҡырға инә һәм бер үк ваҡытта Яҡут дәүләт педагогия институтының тарих бүлегендә ситтән тороп уҡый (хәҙерге Төньяҡ-Көнсығыш федераль университеты), ике уҡыу йортон да отличие менән тамамлай.

Коркина Евдокия 1952—1954 йылдарҙа Яҡут АССР-ы мәғариф министры урынбаҫары булып эшләй. 1954 йылда СССР Фәндәр адемияһының Себер бүлексәһендә «яҡут теле» һөнәре буйынса аспирантурала уҡый. 1960 йылда ул «Формы прошедшего времени в якутском языке» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай һәм «филология фәндәре кандидаты» дәрәжәһенә лайыҡ була.

1961 йылда сектор мөдире итеп , ә 1963 йылда — СССР Фәндәр академияһы Себер бүлексәһенең Яҡутия филиалы Тел, әҙәбиәт һәм тарих институты директоры итеп тәғәйенләнә һәм 1984 йылға тиклем был вазифаһында эшләй. 1970 йылда «Наклонение глагола в якутском языке» темаһына докторлыҡ диссертацияһы яҡлай. Институт директоры вазифаһынан киткәс, 1985—1991 йылдарҙа өлкән ғилми хеҙмәткәр, ә 1991 йылдан ошо уҡ институтта тел ғилеме бүлегенең төп ғилми хеҙмәткәре була[2].

Е. И. Коркина яҡут теле грамматикаһы, диалектологияһы һәм лексикография өлкәһендә ҙур белгес була. Ул 100-ҙән ашыу фәнни һәм фәнни-популяр эштәр, шул иҫәптән, дүрт монография: «Наклонение глагола в якутском языке» (1970); «Глагольные лично-отнесенные модальные конструкции» (1979); «Деепричастия в якутском языке» (1985); «Северо-восточная диалектная зона якутского языка» (1992) — яҙа. Шулай уҡ «Яҡут теленең ҙур аңлатмалы һүҙлеген» мөхәррирләүсе һәм төҙөүселәрҙең береһе була.

Ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге менән бер рәттән ул йәмәғәт эштәре лә алып бара. Ул Совет төркиәтселәре комитеты ағзаһы була, халыҡ депутаттарының Якутск ҡала Советының туғыҙ саҡырылышына депутат итеп һайлана, шулай уҡ КПСС-тың Якутск ҡала комитеты бюроһы ағзаһы һәм КПСС-тың Якутия өлкә комитеты бюроһы ағзалығына кандидат итеп һайлана.

Якутскиҙа 2009 йылдың 10 июнендә вафат була[3].

2017 йылда Якутскиҙа «Евдокия Иннокентьевна Коркина: Биографика и интерпретация научного и творческого наследия» Бөтә Рәсәй ғилми уҡыуҙары үткәрелә[4].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1972)
  • Саха Республикаһының «Гражданлыҡ ҡыйыулығы» отличие билдәһе[5] (2004)
  • миҙалдар
  • Чурапчинский улусының Почетлы гражданы[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә