Корея милли китапханаһы

Корея милли китапханаһы (кор. 국립중앙도서관?, 國立中央圖書館?) — Көньяҡ Кореяның төп китапханаһы. Ул ил баш ҡалаһы Сеулда урынлашҡан.

Корея милли китапханаһы
Нигеҙләү датаһы 1945[1]
Логотип
Рәсем
Романизация Маккьюна — Райшауэра Kungnip Chung'ang Tosŏgwan
Новая романизация корейского языка Gungnip Jungang Doseogwan
Дәүләт  Көньяҡ Корея
Административ-территориаль берәмек Сочхо[d]
Ойошма ағзаһы Всемирная цифровая библиотека[d][2], Международная федерация библиотечных ассоциаций и учреждений[d][3] һәм International Internet Preservation Consortium[d][4]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Сеул, Көньяҡ Корея
Алыштырған Government-General of Chōsen Library[d]
Адрес 서울특별시 서초구 반포대로 201 (국립중앙도서관)[1]
Рәсми сайт nl.go.kr
nl.go.kr/NE/main/index.do
Тасуирлау биттәре viaf.org/viaf/partnerpag…[5]
Точка доступа SPARQL lod.nl.go.kr/sparql
Страница учреждения на Викискладе National Library of Korea
Карта
 Корея милли китапханаһы Викимилектә

1945 йылда нигеҙләнә. 7 млн тирәһе берәмек һаҡлана, шул иҫәптән сит ил телдәрендә баҫылған 1 млн том. Китапханалағы ҡайһы бер китаптар «Көньяҡ Кореяның милли хазиналары» теҙмәһенә керетелгән. 1974 йылда китапхана Согондон районынан[Намсандонға күсерелә. Ә 1988 йылда әлеге ваҡыттағы урынына, Сеулдың Сочхогу округының Панпходон районына күсерәләр.

1991 йылда китапхана Мәғариф министрлығы ҡарамағынан Мәҙәниәт министрлыҡы ҡарамағына күсерелә.

2007 йыдда Корея Милли китапханаһы системаһы ҡанаты аҫтында электрон сервис асыла. Ул Кореяның дөйөм милли цифралы китапханаһы булараҡ таныла. (ингл. Dibrary)[6].

Төньяҡ Корея тураһында мәғлүмәт үҙәге

үҙгәртергә

Төп копустың бишенсе ҡатында Төньяҡ Корея тураһында мәғлүмәт үҙәге урынлашҡан. Унда Көньяҡ Кореяла тыйылған «Rodong Sinmun» газетаһы һәм шулай уҡ тыйылған башҡа төр гәзит-журналдар, китаптар тупланған. Яҡынса уларҙың данаһы 100 000 документ. Уларҙы тик тикшеренүҙәр өсөн генә ҡулланыла. Улар интернет селтәренә ҡуйылмай. Үҙәккә тик Пхеньяндағы йәки Рәсәй, Ҡытай вәкәләтлектәре аша ғына эләгергә була[7]

Ҡиммәтле китаптар

үҙгәртергә
Файл:Корея-Jeungbo.sanrim.gyeongje-01.jpg
Кореяның 18. быуаттағы ауыл хужалығы тураһында китабы
  • Китапханала иң ҡиммәтле китаптар булып 14-се быуаттан алып 19-сы быуатҡаса Чосон кароллегендә баҫтырылған китаптар һанала. Улар барлығы 48 китап.
  • Шулай уҡ 1884 йылда баҫтырылған «Часон һәм Немец империяһының сауҙа килешеүе» тип аталған өс томлы баҫмаһы иҫәпләнә[8].

Цифралы китапхана

үҙгәртергә

Ул 2009 йылдың майында асыла. Корея милли китапханаһының цифралы китапханаһы барлығы 116 миллион цифралы материал һәм 250 000 видео материалдар туплаған. Шулай уҡ ул UCC етештереү студияһы тота. Семинарҙар үткәреү өсөн күп экранлы кинотеатрҙар һәм алдынғы технологиялы залдары бар. Ҡунаҡтар өсөн һәр кемгә айырым рәүештә ультра хәҙерге ҡорамалдар менән тәьмин ителгән. Контенттар кимәле ЮНЕСКО(WDL) йәки EU europiana цифралы китапханаларына ҡарағанда күберәк. Цифрлы китапхана бинаһы Корея милли китапханаһы янында ғына айырым бинала урынлашҡан.

Уҡыу залы 257 урынлыҡ. Кинотеатр комплексында 250 000 аудиовизуаль материал файҙаланыу мөмкинлеге бар. Улар ҙур жк-монитор һәм бер нисә кеше ҡарап та тыңлап та ултырырлыҡ итеп, сыбыҡһыҙ (проводһыҙ) ҡолаҡсындар (наушники) менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ ҡунаҡтар өсөн семинарҙар үткәрерлек ун алты кеше кереп ултырырлыҡ һигеҙ залы бар. Осрашыуҙар ваҡытында ҡатнашыусыларға электрон хаттар ебәрелә. 2011 йылдың ноябрендә был китапханала беренсе Корея википедистары семинары мәктәбе ойошторолған.

Шулай уҡ ҡарарға мөмкин

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Korea-S-stub