Кореяның өс батшалығы
«Кореяның өс батшалығы» — тип беҙҙең эраға тиклем I быуаттан VII быуатҡа тиклем Корея ярымутрауын һәм Маньчжурияны биләгән Когурё, Пэкче һәм Силла иртә феодал корея дәүләттәрен атайҙар. Был батшалыҡ ҡытай баҫҡынсыларына ҡаршы көрәш барышында барлыҡҡа килә. Өс батшалыҡ тип аталған дәүерҙә һәм унан алдараҡ та бында башҡа, вағыраҡ ойошторолған ҡәбиләләр һәм дәүләттәр, шул иҫәптән Кая, Тонъе, Окчо, Пуё, Осан Тамна һ.б. булған.
Кореяның өс батшалығы | |
кор. 삼국 시대 кор. 세나라시기 | |
Кем хөрмәтенә аталған | Когурё[d], Пэкче[d] һәм Силла[d] |
---|---|
Урын | Корея[d] |
Башланыу датаһы | б. э. т. 18 |
Тамамланыу датаһы | 660 |
Кореяның өс батшалығы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергәЙылъяҙмаһы традицияһына ярашлы, өс батшалыҡ осоро беҙҙең эраға тиклем 57 йылда, Саро дәүләте (һуңыраҡ Силла тип атала) ярымутрауҙың көньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ҡытай императоры Хань династияһынан автономия өлгәшкән саҡта башланған. Ялуцзян йылғаһынан төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ҡарай урынлашҡан һәм бөгөнгө көндә Ҡытай менән Кореяны бүлгән Когурё дәүләте (корейса атамаһы Амноккан) Ҡытайҙан бойондороҡһоҙлоҡҡа беҙҙең эраға тиклем 37 йылда өлгәшә. Беҙҙең эраға тиклем 18 йылда Когурё хакимының ике улы, мираҫ өсөн көрәшергә теләмәй, илдән ҡаса һәм ярымутрауҙың көньяҡ-көнбайышында Пэкче дәүләтенә нигеҙ һала. Пэкченың баш ҡалаһы Хансон булып тора (хәҙерге Кванджу), ә аҙаҡ — Унчхон (хәҙерге Конджу), һәм ниһәйәт — Собури (хәҙерге Пуё). Беҙҙең эраның I быуатында Пэкченан Кая айырылып сыға.
Хань династияһының III быуат башында ҡолауы өс корея батшалығын тышҡы янауҙарға ҡаршы тороу кәрәклегенән ҡотолдора. Бөтә өс батшалыҡтың мәҙәниәте дөйөм була. Беҙҙең эраның I быуатынан башлап корея йәмғиәтенең юғары даирәләре араһында конфуцианлыҡ тарала башлай, һуңыраҡ ул тулыһынса буддизм менән ҡыҫырыҡлана.
Когурё өс батшалыҡтың иң ҙуры булып, үҙ тарихының төрлө осоронда төрлө ике баш ҡалаға эйә була— Хвандо (хәҙерге Цзиань ҡытай йылғаһы Ялуцзян ярында) һәм Пхеньян. Тәүҙә Ҡытай сигендә барлыҡҡа килгән Когурё, үҙенең биләмәләрен Маньчжурия иҫәбенә киңәйтә. 372 йылда рәсми дин сифатында буддизм ҡабул ителгәнгә тиклем Ҡытайҙың мәҙәни йоғонтоһо IV быуат аҙағына тиклем һаҡлана. Яҡынса шул ваҡытта был хәл Пэкчела ла була. Пэкче хакимлығы ярымутрауҙың көньяҡ өлөшөнөң яртыһына терлек тарала.
Саро дәүләте IV быуаттың беренсе яртыһында Каяны тулыһынса үҙенә берләштерә. 503 йылда ул үҙенең исемен Силла тип алмаштыра. Силланың баш ҡалаһы — хәҙерге Кёнджу. Буддизм бында 528.йылда рәсми дин була.
Өс Корея батшалығының билмәләре киңәйеү менән улар араһында Корея ярымутрауына өҫтөнлөк итеү өсөн көрәш башлана, быны Ҡытай феодал хакимдары үҙҙәренең маҡсатында файҙаланырға тырыша. Император Ян-ди 612 йылда Когурёны баҫып алыу өсөн походҡа ҙур армия ебәрә, әммә еңелә.
Ҡытай Тан династияһы 644 йылдан Когурёға ҡаршы бер нисә уңышһыҙ поход ойоштора. Тик Силла менән союзы ғына Тан династияһына 660 йылда башта Пэкче армияһын, ә инде 668 йылда Когурёны ҡыйратырға мөмкинлек бирә. Тан династияһы үҙенә Когурё һәм Пэкче ерҙәрен беркетергә өмөт итә, әммә Корея ярымутрауы өсөн көрәш башлаған элекке союзнигы Силла ярҙамында урындағы халыҡтың ҡаршылығына осрай. Һөҙөмтәлә 676 йылда Тан ғәскәрҙәре Когурё һәм Пэкченан ҡыуып сығарыла, һәм Силла дәүләте VIII быуатта Корея ярымутрауының Тэдонган йылғаһынан көньяҡҡа ҡарай бөтә территорияны берләштерергә өлгәшә.
Шулай итеп өс Корея батшалығы осоро тамамлана һәм берләшкән Силла дәүләте тарихы башлана.
«Самгук» һүҙе корейса «өс дәүләт» тигәнде аңлата, «Самгук Саги» һәм «Самгук Юса» классик текстарының корейса атамаларында ҡулланыла. .
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Самгук юса
- Поздние три корейские государства