Кордопулов йорто

Балҡанда болгар яңырыуы осорона ҡараған иң ҙур торлаҡ йорт

Кордопулов йорто (болг. Кордопулова къща) — Балҡанда болгар яңырыуы осорона ҡараған иң ҙур торлаҡ йорт. Мелник ҡалаһының көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан һәм уның төп иҫтәлекле урындарының береһе булып тора. Йорт янында ғаилә сиркәүе емереклектәре бар.

Кордопулов йорто
Нигеҙләү датаһы 1754
Рәсем
Изображение интерьера
Дәүләт  Болгария
Административ-территориаль берәмек Мелник[d]
Урын Мелник[d]
Мираҫ статусы памятник культурного наследия Болгарии[d]
Рәсми сайт kordopulova-house.com
Карта
 Кордопулов йорто Викимилектә

Йорт 1754 йылда төҙөлгән һәм бай грек сауҙагәр-шарап эшләүсе Кордопулос ғаиләһенә ҡараған. (Шуны билдәләп үтергә кәрәк, 1913 йылғы Икенсе Балҡан һуғышына тиклем Мелникта күпселеге ерле грек халҡы йәшәй). Йорт шарап етештереү, һаҡлау һәм сауҙа итеү маҡсатында ҡулланылған.

Хәҙер ул шәхси музей. Бында даими рәүештә шарап келәттәренә барыуҙы һәм шараптарҙы тәмләп ҡарауҙы үҙ эсенә алған экскурсиялар үткәрелә[1].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Йорт архитектураһы ренессанс стилендә башҡарылған. Йорт үҙенең тәүге ҡиәфәтендә бик яҡшы хәлдә һаҡланған. 1974—1980 йылдарҙа өйгә реставрация үткәрелә.

Кордопулов йорто дүрт ҡаттан тора, уларҙың икеһе таштан. Йорттоң ике өҫкө ҡатында торлаҡ булған. Йорттоң өҫкө ҡаттарының боронғо биҙәлеше бик яҡшы һаҡланған. Йорттоң иң ҙур бүлмәһе — ҡунаҡ бүлмәһе. Ҡунаҡ бүлмәһендә ике ярус итеп урынлаштырылған егерме дүрт тәҙрә бар. Тәҙрәләрҙең өҫкө рәттәре төрлө бай төҫтәр һәм көнсығыш элементтары ҡатнашмалы венеция быялаһы менән биҙәлгән. Түбәнге рәттә (12 дана) Яңырыу дәүере сәнғәте өсөн хас типик болгар тәҙрәләр.

Ҡунаҡхананың бөтә төньяҡ стенаһы барокко стилендәге орнаменттар менән биҙәлгән шкафтарҙан тора. Ҡунаҡ бүлмәһенең түшәме ағастан эшләнгән. Унда ун ике осло тура мөйөшлө ҡояш һүрәтләнгән, улар символик рәүештә йылдың айҙар һанын сағылдыра[1].

Йорттоң бөтә ҡаттарын һәм сарҙаҡтарын ете эске баҫҡыс тоташтыра. Йортта ҡасандыр ҡунаҡтар эскән шарап өсөн тәғәйенләнгән һауыт-һаба һаҡланған. Шулай уҡ йортта экспозицияның бер өлөшө булып торған ҡулдан эшләнгән күп кенә келәмдәр һаҡлана.

Кордопулов йортоноң аҫҡы ҡатында шарап келәте урынлашҡан ҡаяға тәрән итеп һалынған оҙон туннелдәр бар. Мөгәрәптәргә 250—300 тонна шарап һыйған. Мөгәрәптә һаҡланған иң ҙур мискәнең һыйҙырышлылығы 12,5 тонна. Шарапты дөрөҫ һаҡлау өсөн туннелдәрҙә вентиляция системаһы һалынған. Туннелдәр ҡая эсендә һалынғанлыҡтан, уларҙа һәр ваҡыт даими температура һаҡлана.

Ер аҫты коридорҙары сағыштырмаса тығыҙ һәм тар. Тоннелдең стеналары тәңкәләр менән көпләнгән. Туристар теләк әйтәләр һәм тәңкәне стенаға беркетәләр — әгәр тәңкә йәбештерелһә, теләк үтәләсәк[1][2].

Кордопулос ғаиләһенең һуңғы вәкиле Манолис Балҡан һуғышы осоронда һәләк булған. 1912 йылда Манолис Мелникты Ғосман хакимлығынан азат итеүсе болгар революционеры Яне Санданскийға һыйыныу урыны бирә. 1912 йылдың октябрендә Манолис Кордопулос Яне Санданскийҙың баш күтәреүселәр отрядтарына ярҙам итеүҙә һәм бәйләнештәрҙә ғәйепләнеп ҡаланан киткән төрөктәр тарафынан үлтерелә. Балҡан һуғышы ваҡытында Мелник ҡалаһы ҙур емереклектәр кисерә һәм харабаларға әйләнә, әммә Кордопулов йорто ул ваҡытта ныҡ зыян күрмәй. Манолис үлгәндән һуң йортто урында йәшәгән Агнесса мираҫ итеп ала, ул йә Кордопуловтың һеңлеһе, йә хеҙмәтсеһе була. Ул Георгий Цинцарға кейәүгә сыға һәм уның менән бергә йорт хужабикәһе булып китә. Цинцар ғаиләһе балаһыҙ булғанлыҡтан, улар туғаны Гавраилды уллыҡҡа ала. Хәҙер Гавраилдың улы Николай Паспалев — йорт хужаһы[2].

Әһәмиәте

үҙгәртергә

Кордопулос ғаиләһенең йорто Болгарияның йөҙ милли туристик объектына инә һәм улар араһында дүртенсе урынды биләй[1].

1998 йылда Болгарияның мәҙәниәт министрлығы Кордопулов йортон архитектура, художество һәм тарихи мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип иғлан итә[3].

  • Енциклопедия «Пирински край», том I. Благоевград, Редакция «Енциклопедия», 1995. ISBN 954-90006-1-3. С. 455—456.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә