Константинос Кавафис

Константинос Кава́фис (грек. Κωνσταντίνος Π. Καβάφης; 29 апрель 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][5][6][…], Искәндәриә[3][7]29 апрель 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][5][6][…] (70 йәш), Искәндәриә[3][7]) — грек шағиры[10]. Йәшәү дәүерендә 154 шиғыр баҫтырып сығарған. Яңы грек телендә, шулай уҡ инглиз телендә яҙған[11].

Константинос Кавафис
грек. Κωνσταντίνος Πέτρου Καβάφης
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1][2][3]
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
 Мысыр
 Греция[4]
Тыуған көнө 29 апрель 1863({{padleft:1863|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][5][6][…]
Тыуған урыны Искәндәриә[3][7]
Вафат булған көнө 29 апрель 1933({{padleft:1933|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][5][6][…] (70 йәш)
Вафат булған урыны Искәндәриә, Мысыр[3][7]
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе рак гортани[d]
Атаһы Petros Ioannēs[d]
Әсәһе Xaríkleia Fotiádi[d]
Туған тел Грек теле
Яҙма әҫәрҙәр теле новогреческий язык[d] һәм Француз теле
Һөнәр төрө шағир
Әүҙемлек урыны Ливерпуль[d][3]
Архивы хранятся в Фонд имени Александра Онассиса[d][8]
Тасуирлау биттәре dailypoetry.me/poets/c-p…[9]
Хеҙмәттәре тупланмаһы Миннеаполис сәнғәт институты[d] һәм Милли сәнғәт галереяһы[d]
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы авторлыҡ хоҡуҡтарының ғәмәлдә булыу ваҡыты үткән[d]
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы Constantine P. Cavafy
 Константинос Кавафис Викимилектә
Кавафис 1896 йылда.

Биографияһы

үҙгәртергә

Истанбулдан сыҡҡан грек ғаиләһендә тыуған; грек православие сиркәүендә суҡындырылған. Атаһы Петрос Иоаннес (Πέτρος Ἰωάννης) — сауҙәгәр[11], Англияла йәшәгән һәм британ подданыйлығын алған. Әсәһе Чариклиа (Χαρίκλεια), тыуғандағы исеме — Георгакис Фотиадис (Γεωργάκη Φωτιάδη). Атаһы үлгәндән һуң 1870 йылдан ғаиләһе Лондонда йәшәй, артабан Кавафис 1882 йылдан бер ни тиклем ваҡыт Истанбулда, ә 1875 йылдан һәм үҙенең үлеменә ҡәҙәр Искәндәриәлә йәшәй[11]. Кавафистың Искәндәриәләге фатиры музей итеп үҙгәртелгән. Музейҙа шағирҙың бер нисә ҡулъяҙма әҫәрҙәре, бер нисә картиналары һәм портреттары һаҡлана. Кавафис журналистика менән шөғөлләнгән, министрлыҡта чиновник булып хеҙмәт иткән[11]. 1891 йылдан шиғырҙарҙы тик Искәндәриәләге дуҫтары өсөн генә баҫтырған. Кавафис үҙе яҙған биография мәғлүмәттәренә ярашлы, ул сығышы менән Истанбулдан, әммә Искәндәриәләге Сериф урамындағы йортта тыуған. Англияла, Францияла, Ғосман империяһында (Истанбулда) йәшәгән. Мысырҙың йәмәғәт эштәре министрлығы ҡарамағындағы учреждениела эшләгән. Инглиз, француз һәм әҙерәк итальян телдәрен белгән[12].

1933 йылдың 29 апрелендә яман шеш ауырыуынан вафат булған. Үлгәндән һуң Кавафистың абруйлығы артҡан. Уның шиғриәте Грецияла һәм Кипрҙа, шулай уҡ бөтә донъя буйлап университеттарҙа уҡытыла.

 
Кавафис 1900 йылда.

1903 йылда билдәле грек яҙыусыһы Григориос Ксенопулос уның тураһында Афинаның «Шағир» журналында мәҡәлә яҙғандан һуң, Кавафис Грецияның әҙәбиәт эшмәкәрҙәре араһында бер ни тиклем билдәлелек алған. 1904 һәм 1910 йылдарҙа ике шиғырҙар йыйынтығын нәшер иткән, әммә шул ваҡыттағы һүҙ ҡанунынан ситтә ҡалған һәм тик вафатынан һуң ғына яңы грек теленең иң бөйөк шағиры итеп танылған. Һуңғы лирикаһының ҙур өлөшө айырым биттәрҙә бәләкәй тираждар менән сыҡҡан[11][13].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Ποιήματα (1935)
  • Άπαντα Τα Ποιήματα (2003)
урыҫ теленә тәржемәләр
  • Кавафис, К. Лирика / Сост., вступ. ст., и примеч. С. Б. Ильинской. — М.: Художественная литература, 1984.
  • Кавафис, К. Стихотворения / Пер. с новогреч. М. Сиркель; послесл. А. Кутулас. — Таллин: Ээсти раамат, 1989.
  • Русская Кавафиана / В 3-х ч.; сост. С. Б. Ильинская. — М.: ОГИ, 2000.
  • Кавафис, К. Проза. — М.: Журнал «Итака»; журнал «Комментарии», 2003.
  • Кавафис, К. Полное собрание стихотворений / Пер. с греч.. — М.: ОГИ, 2011. — 504 с.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Dictionary of African Biography (ингл.) / E. K. Akyeampong, Henry Louis Gates, Jr.NYC: OUP, 2012.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Deutsche Nationalbibliothek Record #118640054 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  4. LIBRISНациональная библиотека Швеции, 2012.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Constantine P. Cavafy // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  6. 6,0 6,1 6,2 6,3 Constantine P. Cavafy // SNAC (ингл.) — 2010.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 Archivio Storico Ricordi — 1808.
  8. https://cavafy.onassis.org/
  9. Poems by C.P. Cavafy | Daily Poetry
  10. Roderick Beaton. An Introduction to Modern Greek literature. — 2nd ed.. — Oxford University Press, 1999. — P. 92.
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Марков, 2008
  12. Woods Gregory. A History of Gay Literature, the Male Tradition. — Yale University Press. — ISBN 978-0-300-08088-9.
  13. Людмила Штерн Главы из книги «Воспоминания о Бродском» // НЛО. — 2000. — № 45.
  • Liddell R. Cavafy: A Critical Biography. — London: Gerald Duckworth & Co., 1974.
  • Keeley E. Cavafy’s Alexandria: Study of a Myth in Progress. — Cambridge: Harvard UP, 1976.
  • The Mind and Art of C.P. Cavafy / Denise Harvey, ed. — Athens: Denise Harvey and Co., 1983.
  • Jusdanis G. The Poetics of Cavafy. — Princeton: Princeton UP, 1987.
  • Rekonstruktionen lebendiger Vergangenheit : Projektionen ins dritte Jahrtausend / Hrsg. von H.-D. Blume und C. Lienau. — Münster: Lienau, 2004.
  • Ильинская, С. Б. Константинос Кавафис: На пути к реализму в поэзии XX в.. — М.: Художественная литература, 1984.
  • Портрет в зеркалах: Кавафис // Иностранная литература. — 1995. — № 12.
  • Бродский, И. Песнь маятника // Письмо Горацию. — М.: Наш дом; L’Age d’Homme, 1998. — С. XVII—XXXIV.
  • Русская Кавафиана / В 3-х ч.; сост. С. Б. Ильинская. — М.: ОГИ, 2000.
  • Юрсенар, М. Критический очерк о Константине Кавафисе // Избранные сочинения. — СПб.: Изд-во Ивана Лимбаха, 2004. — Т. III. — С. 143—185.
  • Ковалева И. И. В мастерской Кавафиса и другие очерки поэтики греческого модернизма. — М.: Изд-во Моск. ун-та, 2006. — 200 с. — 300 экз.
  • Кавафис / Марков А. В. // Исландия — Канцеляризмы. — М. : Большая российская энциклопедия, 2008. — С. 352. — (Большая российская энциклопедия : [в 35 т.]; vol. 2004—2017, вып. 12). — ISBN 978-5-85270-343-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә