Конов Виталий Иванович
Конов Виталий Иванович (26 июнь 1945 йыл) — СССР һәм Рәсәй физигы, оптика һәм лазер физикаһы өлкәһендә белгес, РФА ағза-корреспонденты (2000), РФА академигы (2016).
Конов Виталий Иванович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 26 июнь 1945 (79 йәш) |
Тыуған урыны | Мәскәү, СССР |
Һөнәр төрө | физик |
Эш урыны | Рәсәй Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге физика институты[d] |
Уҡыу йорто | МДУ-ның физика факультеты[d] |
Ғилми дәрәжә | физика-математика фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәВиталий Иванович Конов 1945 йылдың 26 июнендә Мәскәү ҡалаһында тыуған. 1969 йылда Мәскәү дәүләт университетының физика факультетын тамамлай[1].
1969 йылдан 1983 йылға тиклем — СССР Фәндәр академияһының П. Н. Лебедев исемендәге Физика институтында аспирант, кесе һәм өлкән ғилми хеҙмәткәр (1973—1983)[1]
1983 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай[1].
1983 йылдан алып 1998 йылға тиклем Дөйөм физика институтында эшләй, өлкән ғилми хеҙмәткәрҙән бүлек мөдиренә тиклем юл үтә[1].
1991 йылда профессор ғилми дәрәжәһе бирелә[1].
1999 йылдан — РФА-ның Дөйөм физика институтында Тәбиғәт фәндәре тикшеренеү үҙәгенең директор урынбаҫары, директоры һәм бүлек мөдире[1].
2000 йылдың 26 майында РФА-ның Физик фәндәр бүлеге буйынса ағза-корреспонденты итеп һайлана[2]. 2016 йылдың 28 октябрендә Рәсәй Фәндәр академияһының нанотехнологиялар һәм информацион технологиялар бүлексәһе буйынса академигы итеп һайлана (нанотехнологиялар).
Фәнни эшмәкәрлеге
үҙгәртергәФәнни ҡыҙыҡһыныуҙары өлкәһе: лазер нурланышы һәм плазманың матдә менән үҙ-ара тәьҫир итешеүе, лазер медицинаһы, углерод материалдар, нанотехнологиялар[1].
Сәпкә лазер менән тәьҫир итеүҙең яңы ысулын тәҡдим итә — газдарҙа оптик зарядһыҙланыу ярҙамында. Плазма фронтының лазер нурында таралыуының яңы режимдарын асҡан[1].
Шартлаулы төр лазер һауа-реактив двигателдәре концепцияһын тәҡдим итә, теоретик һәм эксперименталь моделен эшләй[1].
Һуңғы йылдарҙа синтез, яңы углеродлы материалдарҙың үҙенсәлектәрен тикшереү һәм ҡулланыу (поликристаллик алмас плёнкалар, углеродлы нанокөпшәләр һәм башҡалар) менән шөғөлләнә.
1998−2002 йылдарҙа — Мәскәү дәүләт университетының дөйөм физика кафедраһы төп ғилми хеҙмәткәре, 2002 йылдан алып — Мәскәү дәүләт университетының дөйөм физика һәм молекуляр электроника кафедраһы профессоры. «Заманса лазер технологиялары» махсус курсын уҡый[1].
Уның етәкселегендә 15 кандидатлыҡ һәм 2 докторлыҡ диссертациялары яҡланған[1].
400-гә яҡын фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 3 монография һәм 12 уйлап табыу авторы һәм авторҙашы.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
үҙгәртергәРәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды советы рәйесе урынбаҫары (2004—2008)[2]
«Лазер медицинаһы, хирургия һәм лазер медицина техникаһы» ведомство-ара ғилми совет ағзаһы,
РФА-ның «Оптика һәм лазер физикаһы» проблемаһы буйынса Ғилми совет ағзаһы,
Сәнәғәт фәндәре министрлығының «Нурланыш физикаһы» аҫпрограммаһы буйынса Ғилми советы ағзаһы,
Атом энергияһы Министрлығының 11-се Фәнни-техник советының «Лазер һәм плазма технологиялары» секцияһы ағзаһы,
«Квантовая электроника» журналының редколлегия ағзаһы һәм «Diamond Films and Technology» (Japan) журналына күҙәтеү советы ағзаһы,
Оптик техника буйынса Халыҡ-ара йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы (1992)
Төп ғилми хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Лазерная искра в режиме медленного горения (Письма в ЖЭТФ. Т. 9, вып. 11. С. 609—612, 1969, в соавт.)
- Взаимодействие мощного импульсного лазерного излучения с твердыми телами в газах. Итоги науки и техники. (Радиотехника. Т. 31. 1983, в соавт.)
- Взаимодействие лазерного излучения с алмазными плёнками (ДАН СССР. 303(3). 1988, в соавт.)
- Photodynamic therapy and fluorescent diagnostics (Laser Physics. V. 10, N 6. 2000, в соавт.)
- Similarity in field electron emission from nanocrystalline diamond and related materials (V. 10. 2001, в соавт.)
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының Дәүләт премияһы (төркөм составында, 1999 йыл өсөн) — лазер яныуы һәм өҙлөкһөҙ оптик зарядһыҙланыу күренешен асҡан һәм тикшергән өсөн.
- Румыния Социалистик Республикаһы Фәндәр академияһының Физика буйынса премияһы (1977)[2].
- Д. С. Рождественский исемендәге миҙал (2001 йыл өсөн, Рәсәй оптика йәмғиәте)[3]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Профиль Виталия Ивановича Конова РФА рәсми сайтында