Кондратьева Анна Ивановна

Анна Ивановна Кондратьева (7 май 1916 йыл16 июнь 2005 йыл) — колхозсы, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1949).

Кондратьева Анна Ивановна
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 7 май 1916({{padleft:1916|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:7|2|0}})
Тыуған урыны Новоликеево[d], Кстовский район[d], Түбәнге Новгород өлкәһе
Вафат булған көнө 16 июнь 2005({{padleft:2005|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (89 йәш)
Вафат булған урыны Новоликеево[d], Кстовский район[d], Түбәнге Новгород өлкәһе, Рәсәй
Һөнәр төрө колхозник
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы КПСС-тың XXII съезы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Социалистик Хеҙмәт Геройы Ленин ордены «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Анна Ивановна Кондратьева 1916 йылдың 7 майында Түбәнге Новгород губернаһы Новоликеево ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа (бөгөн – Түбәнге Новгород өлкәһе Кстовский районы). 1941 йылда Киров исемендәге колхозға ябай колхозсы булып эшкә инә. Һуңыраҡ баҫыусылыҡ бригадаһына звено башлығы булып тәғәйенләнә.

1948 йылда Анна Кондратьева етәкләгән звено 40 гектар майҙанда һәр гектарҙан 26,74 центнер арыш йыйып ала, уның өсөн Ленин ордены менән бүләкләнә. Ошо уҡ йылда звено 6 гектар майҙанда һәр гектарҙан 512 центнер картуф йыйып алып тапшыра. Был маҡтаулы хеҙмәте өсөн 1949 йылда уға Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

1950 йылда Анна Кондратьеваның баҫыусылыҡ звеноһы һәр гектарҙан 28,6 центнер бойҙай йыйып ала. Был хеҙмәте өсөн ул өсөнсө тапҡыр Ленин ордены менән бүләкләнә.

ВДНХ-ның Бөтә Союз күргәҙмәләрендә ҡатнаша.

1957 йылда КПСС-ҡа инә. КПСС-тың ХХ һәм XXII съезы делегаты итеп һайлана.

Колхоз рәйестәре әҙерләү мәктәбен тамамлағандан һуң Киров исемендәге колхозда агроном булып эшләй.

2005 йылдың 16 июнендә вафат була һәм Новоликеево ауылы зыяратында ерләнә[1].

Наградалары

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Герои Труда – нижегородцы, Н.Новгород, 2010

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Кондратьева Анна Ивановна. «Герои страны» сайты.