Конверсия (тел белеме)
Конверсия (лат. conversiō «әйләнеү», «әүерелеү») — һүҙьяһалыш ысулы, нигеҙҙең икенсе һүҙ үҙгәреш парадигмаһына күсеүе юлы менән яңы һүҙ яһалыуы. Ғәҙәттә барлыҡҡа килгән лексема башҡа һүҙ төркөмөнә ҡарай. Һүҙъяһалыш ысулы булараҡ конверсия нулле морфемалар хас булған телдәрҙә, инглиз йәки ҡытай теле кеүек нулле морфемалар киң таралған телдәрҙә, йыш осрай. Мәҫәлән, ингл. bet «конға ҡуйыу» (типик ҡылым парадигмаһы хас булған ингл. bet, bets, bet (үткән заман), betting...) тигәндән ингл. bet «ставка» (типик исем парадигмаһы хас булған ингл. bet, bets) килеп сыға. Конверсияны ошолай аңлауҙы (бары тик һүҙьяһалыш процесы булараҡ), мәҫәлән, А. И. Смирницкий тәҡдим итә.
Конверсия |
Конверсияны киңерәк аңлаусылар ҙа бар (мәҫәлән, И. А. Мельчук): ул тел берәмеге (һүҙ булыуы мотлаҡ түгел) синтагматикаһының (башҡа берәмектәр менән бәйләнешенең) теләһә ҡайһы осраҡтағы алмашыныуы итеп ҡарала ала. Былай аңлағанда, бер һүҙ төркөмөнөң икенсеһе функцияһын башҡарыу осраҡтарын да конверсияға индереп була, мәҫәлән, рус телендә: моё второе я (алмаш → исем); большое спасибо (киҫәксә → исем ), столовая (сифат → исем; ҡарағыҙ: субстантивлашыу); башҡорт телендә: беҙҙең иртәгәбеҙ (рәүеш → исем).
Конверсия төшөнсәһен башҡа тел берәмектәренә лә ҡаратырға була. Мәҫәлән, рус телендә ход/ходить парын шулай аңларға, йәғни бер һүҙ икенсеһенә форма яһаусы аффикс ҡушып яһалған тип аңларға мөмкин. Испан теленән бер миҫал: -er-ға бөткән хәҙерге заман ҡылымдарының конъюнктивы (comer — «ашау») нигеҙгә башҡа үҙгәреш төрөнә ҡараған хәҙерге заман ҡылым суффикстарын ҡушыу юлы менән яһала (-ar ялғаулы, әйтәйек, amar — «яратыу» тибында):
Ҡылым, хәҙерге заман | 1 зат берлек | 2 зат берлек | берлек | 1 зат
күплек |
2 зат
күплек |
3 зат
күплек |
---|---|---|---|---|---|---|
amar, индикатив | amo | amas | ama | amamos | amáis | aman |
comer, индикатив | como | comes | come | comemos | coméis | comen |
comer, конъюнктив | coma | comas | coma | comamos | comáis | coman |
Конверсия төшөнсәһенә Люсьен Теньер терминологияһындағы трансляция[1]), Ежи Курилович терминологияһындағы синтаксик деривация һ.б. яҡын тора.
Башҡорт телендә конверсия
үҙгәртергәБашҡорт телендə, бөтә алтай телдәрендәге кеүек, һүҙ төркөмдəренең бер-береһенə ваҡытлыса һəм бөтөнлəй күсеүе йəки конверсия күренеше киң таралған. Конверсия күренеше М. Зәйнуллиндың хеҙмәттәрендә ҡарала[2]. Һүҙ төркөмдәренең рәүеш һүҙ төркөмөнә күсеүе — рәүешләшеү, йәғни адвербиализация, исемгә күсеүе — субстантивлашыу, сифатлашыуы адъективлашыу була һ.б.
Миҫалдар:
исем → рәүеш: баштүбән, аяҡ өҫтө, ваҡыт-ваҡыт, төнөн, ҡышын, аталы-уллы, таңдан;
сифат → рәүеш: файҙаһыҙға, яңынан;
һан → рәүеш: дүртәүләп, икеләтә;
алмаш → рәүеш: бында, унан, һин дә мин;
ҡылым → рәүеш: һөйләшә-һөйләшә, үтә, ҡутарғанса, уҡығанса, башлап;
оҡшатыу һүҙҙәре → рәүеш: ялт-йолт, алпан-толпан;
фразеологик ҡушылмалар → рәүеш: һә тигәнсе;
сифат → исем: аҡыллы уйлап торғансы, алйот эшен бөтөргән; олоһо күрмәй, бәләкәйе белмәй;
сифат → рәүеш: яҡшы уҡый;
исем ҡылым → исем: яҙыусы, уҡытыусы, бейеүсе, ағас əҙерлəүсе, икмəк бешереүсе, телевизор ҡараусы, быраулаусы, ил гиҙеүсе;
исем ҡылым → рәүеш: телəр-телəмəҫ, эсер-эсмəҫ, ашар-ашамаҫ, күрер-күрмəҫ, белер-белмəҫ, булыр-булмаҫ, уҡыр-уҡымаҫ;
исем ҡылым → сифат: ҡулдан килерҙәй эш, алмаштырмаҫлыҡ белгес.
Шулай уҡ тулыһынса исемләшкән йә сифатлашҡан -ыр аффикслы сифат ҡылымдар: илбаҫар, илгиҙəр, һөтимəрҙəр, килер, тик тормаҫ, бошмаҫ, эшҡыуар, елғыуар; -асаҡ аффикслы сифат ҡылымдар: аласағы бар, бирəсəген онотҡан; субстантивлашҡан исем ҡылымдар: сәсеү башланды, һайлауға бара, ҡурҡыуы көсәйҙе һ.б. бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Теньер Л. Основы структурного синтаксиса / Перевод с фр. И. М. Богуславского, Л. И. Лухт, Б. П. Нарумова, С. Л. Сахно. Редкол: Г. В. Степанов (пред.) и др. Всту. ст. и общ ред. д-ра филол. наук. В. Г. Гака. — М.: Прогресс, 1988. — С. 378. — 656 с. — (Языковеды мира).
- ↑ http://lcph.bashedu.ru/publications/zajnullin.pdf 2018 йыл 23 ноябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергәhttp://lcph.bashedu.ru/publications/zajnullin.pdf 2018 йыл 23 ноябрь архивланған.