Коллаборационизм

һуғыш ваҡытында үҙ иленә ҡаршы, зыян килтереүгә йүнәлтелгән, үҙ ирке менән дошман менән хеҙмәттәшлек

Коллаборационизм (от франц. collaboration хеҙмәттәшлек[1]) һуғыш ваҡытында гражданы булған үҙ иленә ҡаршы дошман менән хеҙмәттәшлек итеү[2], оккупацияланған дәүләт граждандарының, һуғыш йәки ҡораллы конфликт барышында гражданлыҡ иленә зыян килтереүгә йүнәлтелгән үҙ ирке менән дошман менән хеҙмәттәшлеге[1]. Күп илдәрҙең ҡануниәтендә хәрби енәйәткә[1]тиңләштерелә.

Коллаборационизм
 Коллаборационизм Викимилектә

Этимологияһы

үҙгәртергә

«Коллаборационист» (франц. collaborateur) термины 1802 йылдан алып осрай, наполеон һуғыштары осоронда Англия менән сауҙа иткән һәм монархистарға ҡасырға ярҙам иткән контрабандистарға ҡарата ҡулланылған. Термин лат. collaboratus, үткән заман хәл ҡылымы (причастие) collaborare «работать с», com — «с» + labore «работать» тигән һүҙбәйләнештәрҙән.. «Дошман менән хыянатсыл хеҙмәттәшлек» мәғәнәһе[3] 1940 йылға барып тоташа һәм башта Францияла 1940—1944 йылдарҙа нацистик Германия менән хеҙмәттәшлек иткән Виши хөкүмәтенә ҡарата ҡулланылған [4]. Тәүге тапҡыр термин хәҙерге мәғәнәһендә Францияның ҡолауынан бер нисә ай үткәндән һуң, 1940 йылдың 24 октябрендә, маршал Филипп Петен һәм Адольф Гитлер Монтуар-сюр-Луарҙа осрашыуында ҡулланыла. Петен Германия һуғышта еңгән тип иҫәпләй һәм француздарға Германия менән «хеҙмәттәшлек» («collaboration») итергә ризалығын белдерә[5].

Билдәләмәләр

үҙгәртергә

Коллаборационизм, сәйәси, иҡтисади, социаль, мәҙәни йәки хәрби хеҙмәттәшлекте лә индереп, төрлө формалар ала. Башҡарылған ғәмәлдәр ниндәйҙер кимәлдә хыянатсыл булыуы мөмкин. Икенсе донъя һуғышы контексында термин ғәҙәттә дошман менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеүҙе аңлата[6][7].

Стэнли Хоффманн (Stanley Hoffmann) хеҙмәттәшлекте уйламайынса (ирекһеҙҙән кәрәклеген таныу) һәм үҙ ирке менән (килеп сыҡҡан хәлдән файҙа алырға маташыу) тип бүлгән. Уның һүҙҙәренсә, коллаборация сервиль (ҡолдарса) һәм идеологик булырға мөмкин. Сервиль коллаборация — шәхси иҫән ҡалыу йәки уңайлы шарттар булдырыу ихтыяжына нигеҙләнгән дошманға хеҙмәт итеү, ә идеологик коллаборация — дошман менән хеҙмәттәшлек итеү идеяһын яҡлау [8]. Киреһенсә, Бертрам Гордон идеологик булмаған һәм идеологик хеҙмәттәшлекте билдәләү өсөн «коллаборатор» («collaborator») һәм «коллаборационист» («collaborationist») терминдарын ҡулланған. Джеймс Мейс Уорд раҫлауынса, коллаборационизм йыш ҡына дәүләтенә хыянат итеүгә тиңләштерелһә лә, Филиппинда тотҡонға эләккән (интернированный) граждандар (башлыса американдар) менән үҙҙәрен баҫып алған япондар араһында бер-береһенә файҙа алыу һәм иҫән ҡалыу өсөн мөмкинлектәрҙе арттырыу маҡсатында «легитимлы хеҙмәттәшлек» булдырылған.[9].

Икенсе донъя һуғышынан һуң тарихсылар йыш ҡына коллаборационист терминын Икенсе донъя һуғышы осоронда Германияның Францияны хәрби оккупациялауы контексында ҡуллана. Германия алдында капитуляция яһаған һәм һөргөнгә ҡасҡан башҡа еңелеүсе хөкүмәттәрҙән айырмалы рәүештә, француз хөкүмәте тыныслыҡ килешеүенә ҡул ҡуя, Францияла ҡала, иҡтисади һәм сәйәси яҡтан Германия рейхы менән хеҙмәттәшлек итә һәм власты маршал Филипп Петен етәкселегендәге яңы хәлдән нацист француз дәүләте ҡулына тапшырыу маҡсатында файҙалана[10].

Европала Икенсе донъя һуғышы, һәм бигерәк тә Вишистик Франция, контексында, тарихсылар «коллаборация» («collaboration») и «коллаборационизм» («collaborationism») терминдары араһында айырма яһай. Стэнли Хоффманн 1974 йылда һәм башҡа тарихсылар collaborationnistes терминын коммунизмға ҡаршы йәки башҡа идеологик сәбәптәр арҡаһында нацистик Германия менән хеҙмәттәшлекте нығытырға теләгәндәрҙе, фашист һәм нацистарға күңеле ятҡандарҙы билдәләү өсөн ҡулланған[11]. «Коллаборационизм» термины Германияның еңеүен үҙенеке итеп ҡабул иткән, тәү сиратта Вишист Францияһы фашистарына, «коллаборация» ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында немецтар менән хеҙмәттәшлек иткән француздарға ҡарай[12][13].

Был күренеш боронғо замандарҙан уҡ булған[1]. Тарихсы Герхард Хиршфельд (инг.)баш. был күренеш бөтә һуғыш тарихы һәм оккупациялар[10]дауамында булған тип билдәләй. Был төшөнсә XIX быуат башында наполеон һуғыштары барышында килеп сыҡҡан. Киң ҡулланылышҡа Икенсе донъя һуғышы. Башта француз граждандарының виши режимы осоронда нацистик Германия властары менән хеҙмәттәшлеге шулай тип атала. Һуңыраҡ был төшөнсә Үҙәк илдәре оккупациялаған башҡа дәүләттәргә, шул иҫәптән Бельгияға, Нидерландҡа, Норвегияға, Ҡытайға һ. б. күсерелә, шулай уҡ немец йәки япон ҡораллы көстәре контроле аҫтында булған йәки һуңғылары составына индерелгән оккупацияланған дәүләттәр граждандарынан торған хәрби формированиеларға ҡулланыла башлай: «Вестланд» голланд-фламанд полкы вестланд һәм СС «Нордланд» 11-се ирекле моторлаштырылған дат-норвег полкы, «Викинг» 5-се СС немец танк дивизияһы составында, Көньяҡ-Көнсығыш Азиялағы һуғышта япон армияһы яғында ҡатнашҡан Һиндостан милли армияһы, Индонезияның «Ватанды һаҡлаусыларҙың ирекле армияһы» һ. б.)[1].

СССР-ҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был күренешкә ҡарата «оккупанттар менән хеҙмәттәшлек» йәки «оккупанттарға ярҙам» терминдары ҡулланыла, был тыуған илгә хыянат.сифатында квалификациялана. Коллаборационистар иҫәбенә совет халҡының төрлө төркөмдәре инә, шул иҫәптән совет режимының идеологик дошмандары, совет республикаларынан милләтселәр, дезертирҙар, хәрби әсирҙәрҙең бер өлөшө, шулай уҡ немецтар менән хеҙмәттәшлек итеүҙе оккупация йәки әсирлек шарттарында йәшәүҙең берҙән-бер сараһы тип һанаған тыныс халыҡ вәкилдәре инә. Ҡайһы бер сит ил һәм рәсәй тарихсылары баһалауынса, һуғыш йылдарында оккупанттар менән хеҙмәттәшлек иткән совет граждандарының һаны 1,5 миллион самаһы кеше тәшкил итә. Рәсәй тикшеренеүселәренең күпселеге 200 меңдән 800 меңгә тиклем кеше тип баһалай[14][15].

Икенсе донъя һуғышы тамамланғандан һуң коллаборанттарҙың күбеһе төрлө репрессияларға дусар ителә. Улар араһында иң билдәлеләре: Францияла Пьер Лаваль, Норвегияла Видкун Квислинг, СССР-ҙа Андрей Власов һ. б. язалана[1][16]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Gordon, Bertram M. (1980). Collaborationism in France During the Second World War. Cornell University Press. ISBN 978-0-8014-1263-9. OCLC 1004807892
  • Hirschfeld, Gerhard (инг.)баш. (1989). «Collaboration in Nazi-Occupied France: Some Introductory Remarks». In Hirschfeld, Gerhard; Marsh, Patrick (eds.). Collaboration in France: Politics and Culture During the Nazi Occupation, 1940—1944. Oxford: Berg. ISBN 9780854962372. OCLC 848564154.
  • Hoffman J. Die Geschichte der Wlassov-Armee. Freiburg, 1986.
  • Hoffman J. Kaukasien 1942/43: Das deutsche Herr und die Orientvölker der Sowjetunion. Freiburg, 1991.
  • Hoffmann, Stanley . «Collaborationism in France during World War II.» The Journal of Modern History, Vol. 40, No. 3 (Sep., 1968), pp. 375—395.
  • Stanley. .
  • Tucker, Spencer C., ed. (6 September 2016). World War II: The Definitive Encyclopedia and Document Collection [5 volumes: The Definitive Encyclopedia and Document Collection]. ABC-CLIO. ISBN 978-1-85109-969-6. OCLC 1300495135
  • Ward, James Mace (May 2008), «Legitimate Collaboration: The Administration of Santo Tomas Internment Camp and its Histories, 1942—2003», Pacific Historical Review, Vol. 77, No. 2. Downloaded from JSTOR.
  • Waschuk, Roman; Canadian Institute of Ukrainian Studies (20 June 1986). Boshyk, Yury; Wynnyckyj, Andriy (eds.). Ukraine During World War II: History and Its Aftermath. CIUS Press. pp. 45-. ISBN 978-0-920862-36-0. OCLC 1065422517. «In France, collaborationists were committed to the victory of the Third Reich and actively worked toward that end».
  • «» 

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә