Колкасрагс[1] (шулай уҡ Колка, иҫкесә. Домеснести[2], латыш. Kolkasrags) — Латвияның Дундаг крайындағы Курземе (Курляндия) тарихи-географик өлкәһендәге, Курзем ярымутрауының төньяҡ ситке осонда урынлашҡан морон. Балтик диңгеҙенең Рига ҡултығына инеү өсөн стратегик әһәмиәткә эйә. Сааремаа утрауынан (Эстония) морондо Ирбен боғаҙы айырып тора. Ливан теленән тәржемә иткәндә, уның атамаһы «осло мөйөш» тигәнде аңлата (морондоң формаһы буйынса).

Колкасрагс
латыш. Kolkasrags
Координаты: пропущена долгота
АкваторияБалтик диңгеҙе
Ил
СубъектДундаг крайы 
Латвия
Красная точка
Колкасрагс
Юғары нөктә2 м
 Колкасрагс Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә
 
Диңгеҙ мороно районында.

Морондоң оҙонлоғо — яҡынса 6,5 км, диңгеҙ кимәле өҫтөндәге бейеклеге — 2 метр самаһы. Морон районындағы климат — уртаса диңгеҙ климаты. Рәсәй империяһы ваҡытында был морон Эзель (хәҙерге Сааремаа) утрауының нәҡ ҡаршыһында, Курлянд губернаһы Виндав өйәҙе территорияһында урынлашҡан була. Ағым һәм штормдар арҡаһында Курляндияның төньяҡ осондағы морон тирәһендә йөҙөү өсөн хәүеф тыуҙырған ҡомло риф барлыҡҡа килә, ул ССВ (7 саҡрым) юл тота. 1875 йылда бында 2 маяҡ ҡуйыла, ә рифтың осонда 3-сө йөҙөп йөрөүсе маяҡ урын ала.

Этнографияһы

үҙгәртергә

Мөһим географик әһәмиәткә эйә булыуҙан тыш, урта быуаттарҙа һәм яңы заманда, Домеснес мороно юҡҡа сыға башлаған фин-уғыр ғаиләһенә ҡараған лив халыҡтарының тупланыу урыны була. Улар VI—VIII быуаттарҙа көньяҡтан килгән балтик ҡәбиләләре тарафынан ассимиляцияға индерелә, шуның һөҙөмтәһендә латыш этносы барлыҡҡа килә. Боронғо замандарҙан уҡ морондоң тирә-яғында лив халыҡтары йәшәгән ауылдар урын алған була, XX быуат урталарында ливтарҙың һаны 150-ләп кеше иҫәпләнә, хәҙерге көндә улар 50 тирәһе генә ҡалған. Морондан әллә ни алыҫ булмаған Колка ауылында православ сиркәүе һәм XIX быуатта төҙөлгән лютеран кирхаһы урынлашҡан.

1991—1992 йылдарҙа Латвия хөкүмәте морондо, шулай уҡ яҡын-тирәләге ливтарҙың традицион йәшәү урыны булған 12 ауылды, был халыҡты һаҡлап ҡалыу маҡсатынан, этнографик мәҙәни өлкә — Лив яры ҡурсаулығы составына индерә. Оло ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған боронғо ауылдар рәтенә Вайда, Саунагс, Питрагс, Кошрагс һәм Сикрагс инә. Боронғо ағас йорттар беҙҙең көндәрҙә дача итеп файҙаланыла.

Лив халҡының традицион шөғөлө — балыҡ тотоу.

Тарихи әһәмиәткә эйә булған ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә
  • Капитан А. Колчак (һуңынан аҡтар хәрәкәте лидеры булып таныла) етәкселегендә рус ғәскәреҙәре Домеснес моронондағы немец ғәскәрҙәре тылына төшөрөлә (1915). 1915 йылдың көҙөндә 1-се ранг капитаны В. В. Ковалевский командалығы аҫтындағы «Дан» броненосецы күп тапҡыр ут асып, Рига ҡултығы ярындағы ҡоро ер ғәскәрҙәренә ярҙам күрһәтә, ә 22 октябрҙә Домеснес моронона төшөрөлгән десанттың именлеген тәьмин итә.
  • 1917 йылда немецтарҙың Курлянд ярын баҫып алыуы арҡаһында, Рәсәй ғәскәрҙәре Домеснес мороно тирәләй ҙур ғына мина нығытмалары ҡуялар.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Эстония, Латвия, Литва // Атлас мира / сост. и подгот. к изд. ПКО «Картография» в 2009 г. ; гл. ред. Г. В. Поздняк. — М. : ПКО «Картография» : Оникс, 2010. — С. 75. — ISBN 978-5-85120-295-7 (Картография). — ISBN 978-5-488-02609-4 (Оникс).
  2. Домеснес // Малый энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 4 томах. — СПб., 1907—1909.

Һылтанмалар

үҙгәртергә