Колаба (ингл.  Colaba) — Һинд океанындағы утрау, элек Бомбейҙың ете утрау архипелагы составына ингән һәм Һиндостан территорияһында урынлашҡан. XVI быуатта португалдар хакимлығы ваҡытында утрау Кандил тип атала, XVII быуат аҙағында утрауҙарҙы британлылар баҫып алғандан һуң, ул Колио булараҡ билдәле була[1]

Колаба
Дәүләт  Һиндостан
Административ-территориаль берәмек Мумбаи-Сити[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 4 ± 1 метр
Почта индексы 400005
Карта
 Колаба Викимилектә

Тарихы үҙгәртергә

 
Бомбейҙың ете утрауы

Колаба исеме португалдар килгәнгә тиклем утрауҙа йәшәгән ерле халыҡтың Kolabhat колис телендәге һүҙҙән килеп сыҡҡан[2]. Колаба тип аталған территория башта ике утрауҙан: Колаба һәм Кесе Колаба (йәки Әбей утрауы) утрауынан торған. Колаба утрауы Бомбейҙың ете утрауының береһе булған, уның менән португалдар идара иткән.

Португалдар был ерҙәрҙе Камбей солтанатынан Басей килешеүе буйынса ала (1534). Утрау төркөмө Португалия тарафынан 1661 йылда Карл Икенсегә Браганцанан Екатеринаға өйләнгән сағында бирнә сифатында бирелә. Бомбейҙы һәм уның күрше биләмәләрен биреү Гоа һәм Бомбейҙа португал чиновниктары яғынан хуплау тапмай. Тотҡарлыҡ арҡаһында асыуы килгән Карл II был ерҙәрҙе британ Ост-Һинд компанияһына номиналь йыллыҡ ҡуртым хаҡына ҡуртымға бирә. Бомбейҙың икенсе губернаторы Джеральд Онье (1672 йыл) һәм инглиз Сурат торағы президенты Колаба һәм Әбей утрауы биләмәләренә 1675 йылда компания исеменән килеп инә. Португалия Кесе утрауға әле бер нисә тиҫтә йыл хужа була, һуңынан утрауҙағы йортҡа португал хоҡуғын һаҡлап ҡалыу шарты менән 1762 йылда инглиздәргә тапшыра.

1743 йылда британ Колабаһы Ричард Бротонға йылына 200 мең менән ҡуртымға бирелә, һәм ҡуртым 1764 йылда яңыртыла[3]. 1796 йылға Колаба ҡаласыҡҡа әүерелә. Колаба балыҡтарҙың төрлөлөгө менән - бомбил (бомбей өйрәге), хәлүә, гөбөргәйел, крабтар, креветкалар һәм омарҙар менән билдәле.

Колабаның метеоролгия обсерваторияһы 1826 йылда Үрге Колаба тигән ерҙә ойошторола. Колаба дамбаһы 1838 йылда тамамлана, һәм, шулай итеп, ҡалған ике утрау башҡалары менән тоташтырыла. 1844 йылда Коттон Гринда мамыҡ биржаһы асылғандан һуң Колаба коммерция үҙәге булып китә. Был районда күсемһеҙ милеккә хаҡтар арта. Колаба дамбаһы 1861 һәм 1863 йылдарҙа киңәйтелә.

2008 йылдың 26 ноябрендә Колабаның төрлө урындарында террористик акттар була. Һөҙөмтәлә һөжүмдәрҙән 100-ҙән артыҡ кеше һәләк була һәм байтаҡ зыян килтерелә[4].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Attractions in Mumbai, India. Дата обращения: 18 август 2017.
  2. Google Groups. Дата обращения: 18 август 2017.(недоступная ссылка)
  3. Gupta, Sourendu Colaba, Cuffe Parade and Navy Nagar: Mumbai/Bombay pages (28 октябрь 1999). Дата обращения: 18 август 2017.
  4. Мумбаи ун һин террористар һөжүме ойошторола, килде, фараз, Пакистан