Коковихин Юрий Иванович

Коковихин Юрий Иванович (22 декабрь 1936 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы. Техник фәндәр докторы, профессор.[1]

Коковихин Юрий Иванович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Украина
Тыуған көнө 22 декабрь 1936({{padleft:1936|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (88 йәш)
Тыуған урыны Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Магнитогорск, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө металлург
Эш урыны Магнитогорск дәүләт техник университеты
Уҡыу йорто Магнитогорск дәүләт техник университеты
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]

220-нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы, шул иҫәптән бер нисә монография, шулай уҡ күп авторлыҡ таныҡлыҡтары һәм патенттары бар.[2][3]

Биографияһы

үҙгәртергә

Юрий Иванович Коковихин 1936 йылдың 22 декабрендә Силәбе өлкәһенең Магнитогорск ҡалаһында тыуған.

1959 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтын (МГМИ, хәҙер Магнитогорск дәүләт техник университеты) «металдарҙы баҫым менән эшкәртеү» һөнәре буйынса тамамлай. 1966 йылда ошо уҡ юғары уҡыу йортонда «Исследование прокатки проволоки в многовалковых калибрах» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. 1974 йылда Магнитогорск тау-металлургия институтында «Теория и практика применения роликовых волок в сталепроволочно-канатном производстве» темаһы буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[4] 1978 йылда Ю. И. Коковихинға «профессор» ғилми исеме бирелә. Ғалим булараҡ уның үҫешенә техник фәндәр докторҙары, профессорҙар М. И. Бояршинов һәм М. Г. Поляков етди йоғонто яһай.

Эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1962 йылдан алып 1981 йылға тиклем Ю. И. Коковихин Магнитогорск тау-металлургия институтында аспирант булып эшләй, ике диссертация яҡлай, шул уҡ йылда ойошторолған «Машина-автоматтар сым һәм канат етештереүҙә» кафедраһының беренсе мөдире була[5]. 1981 йылда Украина ССР-ына күсеп китә һәм Днепродзержинск индустриаль институтында (хәҙер Днепр дәүләт техник университеты) эшләй, 1988 йылдан алып 1995 йылға тиклем «Металдарҙы өйрәнеүсе фән һәм термик юл менән эшкәртеү» кафедраһының мөдире була[1] Һуңынан бер нисә ойошма директоры булып эшләй. Күп кенә хеҙмәттәр авторы, шулар иҫәбендә:

  • Технология сталепроволочного производства. (Учебник, 1995).
  • Производство низкоуглеродистой проволоки. (Учебник, 1995, в соавторстве).
  • Биметаллы и защитные покрытия. Теория и практика. (1997, в соавторстве).
  • Проектирование сталепроволочных цехов. (Учебник, 1999, в соавторстве).

Юрий Иванович Коковихиндың ғилми тикшеренеүҙәре метиз етештереүенең махсус технологияһы өлкәһе менән бәйле моно-биметалл сымын эшләү ысулдары, шулай уҡ әҙ пластикалы материалдарҙан: бериллий һәм уның иретмәләренән, алюмин, баҡыр, титан, цирконий, тутыҡмай торған ҡоростан таҫмалар һәм фольга эшләү. Уның етәкселегендә өс докторлыҡ һәм 20-нән артыҡ кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана.

Ул «СССР-ҙың уйлап табыусыһы» билдәһе һәм миҙалдар менән бүләкләнә, улар араһында СССР-ҙың Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең миҙалдары бар.

Әлеге ваҡытта Украинаның Днепродзержинск ҡалаһында йәшәй.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә