Ключи (Снежинск ҡала округы)
Ключи́ (боронғо башҡортса атамаһы — Шишмә) — Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһе Снежинск ҡала округындағы ауыл.
Ключи | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Снежинск ҡала округы[d][1][1] |
Халыҡ һаны |
103 кеше (2002)[2], 101 кеше (2010)[3] |
Почта индексы | 456770 |
Географияһы
үҙгәртергәКарасье күленең көнбайыш ярында, Иткүл (Этҡол) күле янында Снежинск ҡалаһынан 16 километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергә1660-сы йылдарҙа хәҙерге ауыл урынында башҡорттарҙың һеңрән ырыуы вәкилдәре төпләнгән. Улар күп малсылыҡ һәм игенселек менән шөғөлләнгән.
1750-се йылдар аҙағынан ауыл тирәһендә рудниктар эшләй башлаған, уларҙан Кәҫле заводына баҡыр мәғдәнен сығарғандар.
18 быуаттың беренсе яртыһында аурындағы башҡорттарҙың күп тимерселектәре булған. 1736 йылдың 11 февралендәге Указдар сыҡҡандан һуң улар тыйылған.
1863 йылда Урта Этҡол һәм Ключи ауылдары ерҙәре межалана һәм документтар «Кыштымскаго и Каслинскаго заводов… и сыгрянских башкир с правом пользования условиями, означенными в купчей крепости 1759 года» тип яҙыла[4].
19 быуат башында ауыл Түбәнге Өпәйле улусына ҡараған, ә 1926 йылда — Урал өлкәһе Екатеринбург округы Өпәйле районы Этҡол-Терсәк ауыл Советы составында.
1925 йылда тәүге мәктәп төҙөлә.
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | |
---|---|
2002[5] | 2010[6] |
103 | ↘101 |
Йылдар буйынса халыҡ һаны: 1926 йылда — 246 кеше, 1970 йылда — 308 кеше, 1983 йылда — 212 кеше, 1992 йылда — 119 кеше, 1995 йылда — 300 кеше. 2002 йылғы мәғлүмәттәр буйынса ауылда башлыса урыҫтар, башҡорттар һәм татарҙар йәшәгән.
Инфраструктура
үҙгәртергәАуылда башланғыс мәктәп, клуб (2000 йылда «Айгөл» ансамбле булдырылған), китапхана эшләй.
Урамдары
үҙгәртергәУрам селтәре 5 урамдан тора[7].
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Мөхәмәтшин Сабир Әхмәтша улы (1901—1981) — педагог һәм журналист.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года (урыҫ)
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 (урыҫ)
- ↑ История башкирских родов. Салъют, Терсяк, Сынрян, Бикатин, Сырзы, Шуран. Том 19 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. – Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Китап, 2016. – с.167.
- ↑ Численность населения Челябинской области по данным Всероссийской переписи населения 2002 года . Дата обращения: 13 февраль 2016. Архивировано 13 февраль 2016 года.
- ↑ Тома официальной публикации итогов Всероссийской переписи населения 2010 года по Челябинской области. Том 1. «Численность и размещение населения Челябинской области». Таблица 11 . Челябинскстат. Дата обращения: 13 февраль 2014. Архивировано 13 февраль 2014 года.
- ↑ Регионы России → Челябинская обл. → Снежинск г. → Ключи д.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ключи // Населённые пункты Башкортостана. Энциклопедия / Авт.-сост.: Г. З. Кутушев [и др.]. — Уфа: Акирус, 2022. — 863 с. — ISBN 9785604437995.