Кихну (эст. Kihnu) — Балтик диңгеҙендәге утрау. Майҙаны 16,4 кв. км. Кихну — Рига ҡултығы акваторияһындағы иң ҙур утрау һәм ҙурлығы буйынса Эстонияла етенсе урынды биләй. Пярнуский өйәҙенең административ өлөшө булып тора, Кихну олоҫона ҡарай.

Кихну
эст. Kihnu
Рәсем
Дәүләт  Эстония
Административ-территориаль берәмек Кихну[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм DAZD[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Рижский залив[d]
Халыҡ һаны 686 кеше (1 ғинуар 2017)[1]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 9 метр
Ил  Эстония[2]
Статус нематериального культурного наследия Представительный список нематериального культурного наследия человечества[d][2] һәм Шедевры устного и нематериального культурного наследия[d][2]
Майҙан 16,38 км²
Почта индексы 88005
Тасуирлау биттәре ich.unesco.org/en/RL/000…
ich.unesco.org/fr/RL/000…
ich.unesco.org/es/RL/000…
Урынлашыу картаһы
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
Карта
 Кихну Викимилектә

Утрауҙа диңгеҙ климатынан уртаса континенталь климатҡа күсеү күҙәтелә.

  • Уртаса йыллыҡ һауа температураһы — 6,8 °C
  • Уртаса ел тиҙлеге — 5,7 м/с
  • Уртаса һауа дымлылығы — 83 %

На острове климат переходный от морского к умеренно континентальному.

  • Среднегодовая температура воздуха — 6,8 °C
  • Средняя скорость ветра — 5,7 м/с
  • Относительная влажность воздуха — 83 %
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 6,8 6,3 12,8 23,9 27,5 30,6 30,2 28,8 23,3 17,5 12,0 8,8 30,6
Уртаса максимум, °C −0,6 −1,7 1,1 6,4 13,4 17,7 19,9 19,4 14,8 9,8 4,7 1,6 8,9
Уртаса температура, °C −2,5 −3,7 −1,2 3,3 9,8 14,5 17,2 16,9 12,6 8,0 3,1 −0,2 6,5
Уртаса минимум, °C −4,6 −5,9 −3,5 1,1 7,0 12,0 14,8 14,7 10,5 6,2 1,4 −2,2 4,3
Абсолют минимум, °C −32,4 −30,8 −20,6 −8,5 −1 3,2 8,2 7,0 0,6 −5,4 −14,5 −29,5 −32,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 33 24 26 32 37 52 59 58 66 61 59 46 552
Сығанаҡ: EMHI
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 8,1 6,3 15,0 23,9 29,2 30,6 31,8 29,5 23,3 17,5 12,0 9,0 31,8
Уртаса максимум, °C −0,3 −1,5 1,3 7,1 13,7 17,6 20,7 20,1 15,3 10,2 4,7 1,6 9,2
Уртаса температура, °C −2,1 −3,5 −1 3,9 10,1 14,5 17,9 17,5 13,1 8,3 3,2 −0,1 6,8
Уртаса минимум, °C −4,1 −5,6 −3,2 1,6 7,5 12,0 15,4 15,2 10,9 6,6 1,5 −2 4,6
Абсолют минимум, °C −32,4 −30,8 −20,6 −8,5 −1 3,2 8,0 7,0 0,6 −5,4 −14,5 −19,6 −32,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 37 29 30 30 34 58 65 66 62 64 58 45 578
Сығанаҡ: EMHI
 
Кихну утрауының диңгеҙ яры
 
Кихну утрауҙың яр буйы

Утрауҙа тәүге тораҡ пункттары яҡынса 3 мең йыл элек барлыҡҡа килә. Яҙма сығанаҡтарҙа 1386 йылда утрау хаҡында әйтеп үтелә. Утрау халҡы, нигеҙҙә, Сааремаа һәм Муху утрауҙарынан, шулай уҡ Ляэнеский өйәҙе территорияһынан килеп төпләнә. Элек утрауҙа шулай уҡ шведтар һәм ливылар йәшәгән.

2013 йылда утрау халҡы (башлыса эстондар) 516 кеше тәшкил итә[3]. Утрауҙа дүрт тораҡ пункты урынлашҡан: Лемси, Линакюла, Роотсикюла һәм Сяара ауылдары.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Төп хужалыҡ итеү тармаҡтары: балыҡсылыҡ һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәте.

Утрауҙа Пярну ҡалаһы менән паром һәм авиация даими бәйләнеше булдырылған, ҡышын боҙҙан йөрөргә була.

Мәҙәниәт

үҙгәртергә

ЮНЕСКО Бөтә донъя ойошмаһы христиандарға тиклемге рун йыр традицияларын һаҡлау өсөн 2003 йылдың 7 ноябрендә Манилайд[en] һәм Кихнуны кешелектең матди булмаған мәҙәни мираҫының бер өлөшө тип иғлан итте[4]. ЮНЕСКО тарафынан һаҡланған объекттар исемлегенә утрауҙағы маяҡ та индерелә, 2019 йылда ул ҡайтанан тергеҙелә һәм теләге булғандарға уға инеп ҡарау мөмкинлеге бирелә[5].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә
  • Кихну Йынн

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә