Кискебаш
Кискебаш - рус. Кичкибас, Кичкибаз - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Троицк районындағы һәм Силәбе өлкәһенең Уйылға районынындағы һыу ятҡылығы.
Кискебаш | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Уйылға районы һәм Троицк районы (Силәбе өлкәһе) |
Географияһы
үҙгәртергәКискебаш күле Силәбе өлкәһенең бер юлы ике - Троицк һәм Уйылға райондары биләмәһендә ята.
Троицкиға тиклем аралығы – 18 км, Силәбегә – 125 км, Екатеринбургҡа – 320 км.
Координаттары: 54°20′0″N 61°40′29″E.
Ярында кеше йәшәгән пункттар: Уйылға районының Бараново утары, Родионово ауылы, 13 км-ҙа Рождественка ауылы.
Иң яҡын күлдәр: Долгое, Горькое, Голубое, Оло Шоғай, Кубышка, Ботыльково, Федоренково, Дунаево, Моховое, Собачье, Кислоям һәм Дробинино[2].
Тасуирламаһы
үҙгәртергә- Уртаса тәрәнлеге: 2,5-3м
- Максималь тәрәнлеге: 5м
- Максималь оҙонлоғо һәм киңлеге (км): 3,41*2,1 км
- Һыуйыйғыс майҙаны: 53,4км2
- Күлдән ағып сыға: Уй, Мейәс йылғалары.
- Диңгеҙ кимәленән бейеклеге: 205м
- Һыу көҙгөһө майҙаны: 5,47км2
Һыуы таҙа тип һанала.
Кәмә төшөрөү өсөн юлдары бар[2].
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәЯр буйҙарында ҡуйы ҡамыш һәм екән үҫә.
Балыҡ тотоу сәнәғәт кимәлендә бара. Бының өсөн күлгә селбәрә ебәрелә һәм ыуылдырыҡ сәскән ваҡытта тәрбиәләү бара[2].
Этимологияһы
үҙгәртергәКүлдең атамаһы килеп сығышын Силәбе өлкәһенең топонимикаһын, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Кичкибас, озеро, Троицкий район. Искаженный вариант прежнего топонима.В источниках ХVIII в. — Кочебас, от распространенного в прошлом у башкир и татар древнего тюркского мужеского имени Кичебас, Кочебаш, составленного словами: кич — «вечер» и баш — «начало». Имя дано родившемуся в начале вечера. Отражено время суток появления ребенка [3][4].
Атаманың килеп сығышын исемгә бәйләһәк, башҡа фараздар ҙа килеп сығыуы ихтимал, сөнки Н.И. Шувалов башҡорт ир-ат исеме тип килтергән Кочебас миҫалын раҫларлыҡ бөгөнгө рәсми сығанаҡтар юҡ. Һәр хәлдә, "Башҡорт исемдәре" китабында шуға оҡшаш Күсем, Күсәбай тигән исемдәр бар [5].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Кичкибаз (Кичкибас)
- ↑ Шувалов Н.И. Шаблиш// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 61-62 се биттәр
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Реки-Озера/Рыбалка в Челябинской области/Озера Челябинской области/Кичкибаз (Кичкибас)
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области[ http://old.toposural.ru/html/(недоступная ссылка) ]
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 169-сы бит Буға.
- Шувалов Н. И. // От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
- Озеро Кичкибас