Викидатала элемент юҡ

Кирәй — башҡорт ир-ат исеме, шулай уҡ башҡа мосолман татар,ҡаҙаҡ төрки халыҡтарҙа бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Кирәй исеме башҡорт теленә фарс. — 1) боронғо мон гол ырыуы атамаһына барып тоташа; 2) г ә р ә й … Кешелә исем тигән нәмә булыуын ул белмәй икән. … Был иҫемдәрҙә «ир» һүҙе батыр, ҡыйыу, һуғышсы тигән мәғәнәне аңлата. тигәнде аңлата[1].


Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Кирәй Мәргән (тулы исеме — Кирәев (Кирәйев) Әхнәф Нурый (Нурмөхәмәт) улы; 28 июнь 1912 йыл — 24 ғинуар 1984 йыл) — башҡорт яҙыусыһы, фольклорсы ғалим, әҙәбиәт белгесе. Филология фәндәре докторы (1963), профессор (1965). 1941 йылдан — КПСС һәм СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Кирәев Арыҫланбәк Иҙиәт улы (1908—1952) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1951).

Кирәев Нурмөхәмәт Шаһиарыҫлан улы (Нурмөхәмәт Йомрани; 1882—1934) — башҡорт шағир-импровизаторы, сәсән.

Кирәев Олег Хөсәйен улы (1963 т.) — Рәсәй музыканты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.

Кирәев Рөстәм Солтангәрәй улы (1960 т.) — агроном. Ауыл хужалығы фәндәре докторы (2002), профессор (2003).

Кирәев Рушан Әхнәф улы (1955—26.05.2021), журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. Ғалим һәм яҙыусы Кирәй Мәргәндең улы.

Кирәев Салауат Ғаяз улы (1955—2001) — цирк артисы, тренер. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1975).

Кирәев Шаймөхәмәт Шаһийыһан улы (1922—1993) — Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Кирәев Эмиль Альберт улы (1973 т.) — кинооператор.

Кирәева Миңзада Мирғәле ҡыҙы (1948 т.) — Стәрлетамаҡ рус драма театры актёры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған (1977) һәм халыҡ (1991), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1999).

Кирәева Нәйлә Әхнәф ҡыҙы (1948—2012), микробиолог, биотехнолог. Биология фәндәре докторы (1996), профессор (1998).


Топонимия

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә