Киров ағымы — Советтар Союзында иң тәүге эре масштаблы репрессияларҙың береһе. С. М. Кировты үлтереү репрессияларҙың рәсми сәбәбе булып һанала.

Киров ағымы
Рәсем
Дәүләт  СССР
Башланыу датаһы 1 декабрь 1934
Выдвинуто Сталин Иосиф Виссарионович
Ссср үҙәк башҡарма комитеты һәм халыҡ комиссарҙары советы ҡарарына үҙгәрештәр индереү хаҡында «ғәмәлдәге енәйәт-процессуаль кодексының союздаш республикаһы»

Рәсми документтар үҙгәртергә

С. М. Киров Ленинградта 1934 йылдың 1 декабрендә үлтерелә, әлеге үлтереү, үҙ сиратында, сәйәси ҡулға алыуҙар тулҡынын тыуҙыра.

Киров һәләк булған көндә СССР хөкүмәте Кировтың үлтерелеүе тураһында рәсми хәбәр итә. беледереүҙә «эшсе синыфының бөтә дошмандарын тулыһынса юҡҡа сығарыу» кәрәклеге тураһында әйтелә. Ул көндә Үҙәк Башҡарма комитеты һәм СССР-ҙың халыҡ Комиссарҙары Советы «Ғәмәлдәге союздаш республикаларының енәйәт-процессуаль кодекстарына үҙгәрештәр индереү тураһында» Ҡарар ҡабул ителә. Ошо ҡарар дәүләт каратель органдарыөсөн төп документ була.

Ленинградта процесс менән етәкселек итеү Л. М. Заковскийға йөкмәтелә, баш ҡалаланан процесс менән Г. А. Молчанов етәкселек итә. Был тандем 1936 йылдың ноябренә тиклем әүҙем эшләй, артабан Молчановты «башҡа эшкә күсерәләр» (1937—1938 йылдарҙа ике етәксе лә хөкөм ителә һәм атып үлтерелә.

1935 йылдың 18 ғинуарында репрессияларға старт бирелә[1]:

[…] Ленинград, үҙенә күрә, иң күп элекке батша чиновниктары һәм уларҙың хеҙмәтсәндәре, элекке жандармдар һәм полицейскийҙар тороп ҡалған ҡала булып тора, […] был әфәнделәр, бөтә яҡҡа таралып, беҙҙең аппараттарҙы тарҡаталар һәм боҙалар.

И. Сталин. ВКП(б) Үҙәк Комитетына ябыҡ хат[2]

1935 йылдың 27 майындағы СССР НКВД бойороғона ярашлы республикаларҙа, крайҙарҙа һәм өлкәләрҙә НКВД «тройкалары» ойошторола, уның составына НКВД Идаралығы начальнигы, Милиция идаралығы начальнигы һәм өлкә прокуроры инә. «Тройкалар» һөргөнгә ебәреү йәки 5 йылға тиклем лагерға ултыртыу тураһында ҡарарҙар сығаралар.

1935 йылда барыһы Ленинградтан һәм ленинград өлкәһенән 39 660 кеше һөрөлә, 24 374 кеше төрлө язаға хөкөм ителә.

Һөҙөмтәлә, әлеге террор башланғандан һуң, «троцкист-зиновьевсылар террористик төркөмө», ойошмаһы тигән формулировка барлыҡҡа килә. Был формулировка бер нисә йыл дауамында киң таралған ғәйепләү алымдарҙың береһе булып китә һәм илдең каратель органдары практикаһы нигеҙен тәшкил итә[3].

Репрессиялар барышы үҙгәртергә

О. В. Хлевнюк фекеренсә, Кировтың вафаты тураһындағы эште тикшереү нигеҙенә Сталин «зиновьевсылар эҙҙәрен» һалырға һәм Кировты үлтереүҙә Г. Е. Зиновьев, Л. Б. Каменев һәм уларҙың фекерҙәштәрен ғәйепле итергә ҡуша. <ер нисә көндән Зиновьев оппозицияһының элекке яҡлыларын ҡулға ала башлайҙар, ә 16 декабрҙә Каменев менән Зиновьев та ҡулға алына.

Беренсе процесс 28-29 декабрҙә үтә, унда 14 кеше ғәйепләнә, башлыса Ленинград комсомол етәкселәре. был кешеләр туранан-тура үлтереүҙе ойоштороуҙа ғәйепләнәләр, улар атып үлтереүгә хөкөм ителәләр. Приговорҙа, улар «бөтәһе лә Ленинградтағы советтарға ҡаршы зиновьевсылар төркөмө», ә һуңғараҡ — «террористик контрреволюцион төркөмө әүҙем ҡатнашыусылары» булған, тип белдерелә. Төркөмгә, йәнәһе, «Лениград үҙәге» етәкселек иткән[3][4].[4].

Ошо эш сиктәрендә 1935 йылдың 9 ғинуарында «Сафаров, Залуцкий һәм башҡаларҙың Ленинград контрреволюцион зиновьевсылар төркөмө» енәйәт эше буйынса СССР НКВД ҡарамағындағы Махсус кәңәшмә үтә. Был ултырышта 77 кеше хөкөм ителә, улар төрлө сроктарға хөкөм ителә[4]. Хөкөм ҡарары 16 ғинуарҙа сығарыла[3].

Параллель рәүештә Мәскәүгә, «Мәскәү үҙәге» процесы сиктәрендә, Ленинград партия ойошмаһының элекке етәксеһе Г. Е. Зиновьев хөкөм ителә. Ул 10 йыл төрмәгә хөкөм ителә. Ике ҡалала ла процестар тупаҫ рәүештә уйлап сығарылған булаref name=hlevnyuk>О. В. Хлевнюк [5]

О. Г. Шатуновская А. Н. Яковлевҡа яҙған хатында, Сталиндың шәхси архивында «үҙ ҡулы менән ике, ул уйлап сығарған „Ленинград һәм Мәскәү троцкистар-зиновьевсылар террористтик үҙәктәре“ исемлектәре табылған», тип раҫлай[6].

1935 йылдың 26 ғинуарында Сталин, Ленинградтан Себер төньяғына һәм Якутияға Зиновьевтың 663 элекке яҡлыларын һөрөү тураһында, Политбюро ҡарарына ҡул ҡуя. Бер үк ваҡытта 325 элекке оппозиционер Ленинградтан партия эшенә башҡа райондарға ебәрелә. Ошондай уҡ ғәмәлдәр башҡа урындарҙа ла башҡарыла[4].

1935 йылдың ғинуар-февралендә 843 «зиновьевсы» ҡулға алына. 1935 йылдың артабанғы айҙарында бер нисә операция үткәрелә: партия таҙартыуҙары, паспорт таҙартыуҙары, элекке кешеләр операцияһы[3].

Киров ағымы тарихы А. И. Солженицындың «ГУЛАГ архипелагы» романында яҡтыртыла[7]

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. В. З. Роговин. Кировский поток // Сталинский НЕОНЭП. — М.: Типография № 4. — 382 с. — 5000 экз экз. — ISBN 5-85272-016-X.
  2. И. Сталин. ВКП(б) Үҙәк Комитетына ябыҡ хат 2012 йыл 8 март архивланған.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 И. А. Флиге Кировский поток // Энциклопедия Санкт-Петербурга : Электронная энциклопедия. — СПб..
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 О. В. Хлевнюк Политбюро. Механизмы политической власти в 30-е годы. 2013 йыл 3 июнь архивланған. М.: «Российская политическая энциклопедия» (РОССПЭН), 1996. Гл. 4
  5. Политбюро. Механизмы политической власти в 30-е годы. 2013 йыл 3 июнь архивланған. М.: «Российская политическая энциклопедия» (РОССПЭН), 1996. Гл. 4
  6. Она разоблачила Сталина
  7. Алексей Варламов Замолчанная история, или Зачем школьнику «Архипелаг ГУЛАГ» // Фома : Журнал. — М., 2010. — В. №12/92.