Кирка (бор. грек. Κίρκη; латинлаштырылған формаһы Цирцея[6]) — грек мифологияһында[7] Гелиос һәм океанида Персеиданың ҡыҙы[8][9] (йәки Персаның[10]). Ҡайһы бер авторҙар буйынса, Аполлон һәм Эфеяның ҡыҙы[11].

Кирка
бор. грек. Κίρκη
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Атаһы Ээт[d] һәм Гелиос[d][1]
Әсәһе Перса[d][1] һәм Геката
Бер туғандары Пасифая[d], Ээт[d], Перс[d] һәм Перс[d]
Хәләл ефете Телемах[d][2]
Внебрачный партнёр Одиссей[2]
Балалары Агрий[d][3], Авсон[d], Ардей[d], Телегон[d][4], Латин[d], Кассифона[d] һәм Антий[d]
Һөнәр төрө волшебник
Әүҙемлек урыны Боронғо Греция[5]
Алла ... ҡарай боронғо грек дине[d]
Телгә алынған хеҙмәттәр Одиссея
Тип персонажа роковая женщина[d]
 Кирка Викимилектә

Пасифаяның һеңлеһе[12].Геката менән туғандаш, ай алиһәһе, һәм, Геката һәм Медея кеүек, сихырсы[13].

Гомерға ярашлы Эоя утрауында йәшәй[14] (бор. грек. Αἰαία, Кирка тураһында хикәйәттәрҙә утрауҙың урыны географик яҡтан билдәһеҙ). Йәки Энария утрауында[15], йәки Меония утрауында[16]. Кирканың урыны һуңыраҡ алыҫ көнсығыштан көнбайышҡа, Тиррен яры буйына күсерелә: Италия ярындағы морон уның исеме менән аталған (Лацияла). Тиррен диңгеҙендә йәшәй, Гелиос колесницаһында утрауға килә[17]. Алсиртты үлтергәндән һуң аргонавтарҙы таҙарта[18].

Диодор һөйләүе буйынса Кирка Ээттың һәм Гекатаның ҡыҙы була. Сарматтар батшаһына кейәүгә, уны үлән төнәтмәһе менән ағыулай. Батшабикә булып алғас, батша һарайындағылар менән бик аяуһыҙ мөғәмәлә итә, ошоноң арҡаһында батша власын юғалта. Океан киңлектәренә ҡасып китеп, уны оҙатып йөрөүсе ҡатындар менән бергә утрауҙа, йәки Италиялағы Керкей морононда төпләнә[19]

Кирканың диңгеҙ аллаһы Главкаға өмөтһөҙ мөхәббәте тураһында хикәйәт билдәле, уның һөйгән йәре Скилланы ҡурҡыныс затҡа әйләндереп, Главканан үс ала. Икенсе бер хикәйәт — Кирканың авзондар батшаһы, Сатурндың улы Пикҡа ҡарата мөхәббәте, уны ул тумыртҡаға әйләндерә.

Кирка һәм Одиссей

үҙгәртергә

Диңгеҙ сәйәхәттәре ваҡытында утрауҙа Одиссей ҙа була. Уның бер нисә юлдашы утрауҙы ҡарарға сыға, әммә Кирка уларҙы сусҡаға әйләндерә. Одиссей тылсымсы йортона һәм Гермес бүләк иткән мөғжизәле моли үҫемлеге менән уның сихырын еңә. Кирка, ҡыйыу ҡунаҡта Одиссейҙы танып, уға утрауҙа ҡалырға һәм уның мөхәббәтен уртаҡлашырға тәҡдим итә. Одиссей ризалаша, әммә уның, уға ҡарата яманлыҡ уйламауын һәм сусҡаға әйләндергән юлдаштарына кеше ҡиәфәтен ҡайтарыү буйынса антын ала. Утрауҙа бер йыл рәхәтлектә йәшәгәндән һуң, Одиссей, иптәштәренең талабы буйынса, Кирканан тыуған иленә ҡайтарыуҙы һорай. Алиһәнең ризалығын алғас, ул тәүҙә алдағы һынауҙар тураһында күрәҙәлек итеүсе Тиресийҙан һорашыр өсөн Аидҡа юллана.

Гомер тасуирламаһына ярашлы, Кирканың ағымдарҙың ҡыҙҙары, дүрт хеҙмәтсе-нимфалары була[20] (дүрт ожмах йылғаһы күҙаллана). Аполлоний Родосскийға ярашлы, Крканың йәнлектәре — Эмпедокл һүрәтләгән эволюцияның тәүге емештәре[21].

Тиресийҙан теләгән мәғлүмәттәрҙе алғас, Одиссей Кирка утрауына ҡайта. Кирка Одиссейҙы Сиреналар утрауында, Сцилла һәм Харибда йәшәгән боғаҙҙа һәм Тринакрии утрауында янында көтөп алған хәүеф тураһында иҫкәртә. Одиссей артабан йөҙөүгә китә. Кирка Одиссейға төйөндәрҙе эшләргә өйрәтә[22].

Гесиод буйынса, Одиссейҙан Кирканың улдары Агрий һәм Латин тыуа[23] (Гомер быны телгә алмай.) Икенсе версия буйынса, Кирка Одиссейҙан улы Телегонды таба[24] (йәки Навсифойҙы һәм Телегонды[15]).

Һуңыраҡ Кирка Телемахҡа кейәүгә сыға, әммә Кирканың ҡыҙы Кассифонаға ғашиҡ булғандан һуң, Телемах Кирканы үлтерә[25].

Һуңғы традицияларҙа

үҙгәртергә

Кирка кәшәнәһен Аттика янындағы Фармакусса утрауында күрһәтәләр[26]. Кирканан италий ҡәбиләһе марстар килеп сыҡҡан тип раҫлайҙар, шуға күрә ул йылан тешләүенән һаҡлана[27]. Лациялағы Киркей тауы — һунар итеү урыны[28]. Киркей тауында Кирка ғибәҙәтханаһы булған, унда Одиссей туҫтағын күрһәтәләр[29]. Киркей убаһы Колхидала булған[30].

Эсхилдың «Кирка» сатира драмаһының һәм бер нисә комедияның төп геройы (франц.309-311 Радт). Одиссей менән Кирка Кипсел ҡумтаһында һүрәтләнгән, тип фараз ителә[31].

Аңлатыуҙарынса, ул гетера була һәм ҡунаҡтарҙы әсир итә[32].

Хәҙерге заман сәнғәтенә йоғонтоһо

үҙгәртергә
 
Берн-Джонс, Цирцея

Кирка әҙәбиәттә

үҙгәртергә

Мифты анализлау һәм аңлатыу әҙәбиәттә осрай, мәҫәлән:

  • Овидий «Метаморфозалар», 14 се китап
  • Плутарх ... А я помню как мы увидимся"
  • "Цирцея» (1916) — Иван Бунин шиғыры
  • Цирцея темаһы Дж. Джойстың «Улисс» романының 15 бүлегендә үҫеш.
  • Хулио Кортасарҙың «Цирцея» романы (Circe, 1951)
  • Роджер Желязныҙың «Проблемы Цирцеи» хикәйәһе (Circe Has Her Problems, 1965)
  • Иван Ефремовтың «Час Быка» романында мифты рациональ аңлатыу килтерелә:

Цирцея — матриархаль илаһтарҙан, туранан-тура эротик ынтылыш кимәленә ҡарап: йә аҫҡа — әшәкелеккә, йә өҫкә — алиһәгә, алиһәнең енси магияһы тураһында барлыҡҡа килгән замандарҙың бик шәп мифы. Ул һәр ваҡыт тиерлек дөрөҫ аңлатылмай. Үҙенең енси тойғолары менән хайуандарҙан өҫтөнөрәк күтәрелмәгән кешенең психикаһында ғына ҡатын-ҡыҙҙарҙың матурлығы һәм теләктәре әшәкелек тыуҙыра. Элек-электән ҡатын-ҡыҙҙар ир-аттың сексуаль ҡырағайлығына ҡаршы көрәш юлдарын бик һирәк аңлаған, һәм быны белгәндәр Цирцея тип һаналған. Цирцея менән осрашыу, уның Эроста кешеме, юҡмы икәнен белер өсөн, һәр ир өсөн һынау ташы булған. Сексуаль магия Матурлыҡты һәм Эросты түбән аңлау кимәленә генә йоғонто яһай.

  • Максим Чертановтың "Цирцея" романы (2004) (Мария Кузнецова псевдонимы).
  • Меделин Миллерҙан тарихи фикшн "Circe" (2018) Цирцея тарихына тағы бер аңлатма бирә.

Кирка музыкала

үҙгәртергә
 
Доссо Досси, Цирцея, 1514—1516
  • 1650: «Улисс на острове Цирцеи», Джузеппе Дзампони операһы
  • 1675: «Цирцея», Шарпантье музыкаль драмаһы
  • 1694: «Цирцея», Анри Демаре музыкаль трагедияһы
  • 1734: «Цирцея», Райнхард Кайзер операһы
  • 1765: «Телемак, или Остров Цирцеи», Глюк операһы
  • 1779: «Цирцея», Мысливечека операһы
  • 1783: «Цирцея», Чимарозыа операһы
  • 1938: «Цирцея», Цемлинский операһы, тамамланмаған
  • 1948: «Цирцея», Вернер Эгк, по Кальдерону
  • 1963: «Цирцея», Алан Хованесс балеты (ор. 204), музыкаһы шул уҡ йылда композитор тарафынан иҫәбе буйынса ун һигеҙенсе шул уҡ исемле симфонияға эшкәртелә (ор. 204а)[33].
  • 1968: «Кирка», Луиджи Даллапикколаның «Улисс» операһының беренсе актында 3-сө күренеш.

Астрономияла

үҙгәртергә

Цирцея хөрмәтенә 1855 йылда асылған.Цирцея астероиды (34) аталған

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Н. О. Цирцея (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1903. — Т. XXXVIII. — С. 230.
  2. 2,0 2,1 MANTO (ингл.)
  3. Цирцеи (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1903. — Т. XXXVIII. — С. 230.
  4. Н. О. Телегон (урыҫ) // Энциклопедический словарьСПб.: Брокгауз — Ефрон, 1901. — Т. XXXIIа. — С. 777.
  5. Чешская национальная авторитетная база данных
  6. в русский язык в XVIII веке вошла форма Цирцея из латинского; однако начиная с 1920-х годов в переводах с древнегреческого и антиковедческой литературе распространяется более точное написание Кирка
  7. Мифы народов мира. М., 1991-92. В 2 т. Т. 1. С.652; Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 9, 1 далее
  8. Обнорский Н. П. Цирцея // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  9. Гесиод. Теогония 956
  10. Гомер. Одиссея X 138—139
  11. Первый Ватиканский мифограф III 1, 70
  12. Пасифая - Большой энциклопедический словарь - Энциклопедии & Словари. Дата обращения: 8 ноябрь 2014. Архивировано 8 ноябрь 2014 года.
  13. Нонн. Деяния Диониса XXII 75
  14. Гомер. Одиссея IX 31; X 135—139
  15. 15,0 15,1 Гигин. Мифы 125
  16. Первый Ватиканский мифограф I 15, 1
  17. Гесиод, фр.390 М.-У.
  18. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека I 9, 24
  19. Диодор Сицилийский. Историческая библиотека IV 45, 5
  20. Гомер. Одиссея X 348—351
  21. Аполлоний Родосский. Аргонавтика IV 666—675
  22. Гомер. Одиссея VIII 448
  23. Гесиод. Теогония 1013
  24. Псевдо-Аполлодор. Мифологическая библиотека Э VII 14-17
  25. Ликофрон. Александра 808 и комм.
  26. Страбон. География IX 1, 13 (стр.395)
  27. Комм. 111 И. И. Маханькова к Солину
  28. Полибий. Всеобщая история XXXI 22, 2
  29. Страбон. География V 3, 6 (стр.232)
  30. Аполлоний Родосский. Аргонавтика III 198
  31. Павсаний. Описание Эллады V 19, 7
  32. Гераклит-аллегорист. О невероятном 16
  33. Alan Hovhaness List of Works. Дата обращения: 22 июль 2017. Архивировано 1 апрель 2013 года.