Кирилл Туровский һәйкәле (Гомель)

2004

Һәйкәл
Памятник Кириллу Туровскому
Ил Белоруссия
Город Гомель, Гомельская область
Координаталар 52.424722/N/31.013889/E
Скульптор Лев Гумилевский, Сергей Гумилевский[1][2]
Архитектор Николай Жлоба[1][2]
Төҙөлгән ваҡыты 2004 йыл
Материал бронза

Кирилл Туровский һәйкәлеБелоруссияның Гомель өлкәһенең Гомель ҡалаһындағы 12-быуат гуманисы һәм мәғрифәтсеһе[1] Кирилл Туровский һәйкәле

Тасуирлау һәм тарихы

үҙгәртергә

Гомель өлкә драма театры янындағы Кирилл Туровский скверында 2004 йылдың 4 апрелендә ”Белорус яҙмаһы көнөндә Кирилл Туровский һәйкәле асыла. Кирилл Туровский — епископ, яҙыусы, философ һәм дингә өндәүсе, фекеренең тәрәнлеге һәм һүҙгә оҫталығы өсөн «Златоуст» исемен алған. Һәйкәлдең авторҙары: скульптор Лев Николаевич Гумилевский һәм уның улы Сергей Гумилевский, Белоруссияның атҡаҙанған архитекторы — Николай Федорович Жлоба[3] .


Кирилл Туровский һыны бронзанан ҡойолған, бейеклеге 3,5 метр, ике метрлы гранит постаментҡа ҡуйылған. Һул ҡулында доға тексы яҙылған төргәк: «О владыко пресвятый, избави господи град сей и страну сею от всякого зла»[1]. Кирилл Туровский һәйкәлен асыу тантанаһында өлкәнең һәм Гомель ҡалаһының министрлыҡтары етәкселәре ҡатнаша. Дражин Владимир Нестерович- Беларусь Республикаһының премьер-министр урынбаҫары, Туровта Белорус яҙмаһы көнөн үткәреү буйынса ойоштороу комитеты рәйесе былай тип әйтә:

Һәйкәлдәр быуаттарға ҡуйыла, һәм был һәйкәл беҙҙең илдең киләһе быуындарына — бүләк[3].


Кирилл Туровский һәйкәлен Гомель һәм Жлобин архиепискобы Аристарх изгеләндерә[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә