Кирбес цехы (Бөрйән районы)


Кирбес цехы — Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылындағы хужалыҡ.

Кирбес цехы
Тип

артель

Нигеҙләнгән йыл

1940

Ябылған йыл

1960

Нигеҙләүселәр

Калайджи Б. М.

Урынлашыуы

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй ФедерацияһыБашҡортостан Башҡортостан

Тармаҡ

Кәсепселек

Продукция

кирбес етештереү

Тарихы үҙгәртергә

Кирбес цехы 1940 йылда Иҫке Собханғол ауылында һөргөнгә ебәрелгән эшсе Калайджи Билал Мимиш улы аса. «Марс» артеле тип йөрөтөлә. Тәүге эшселәре һөргөнгә ебәрелгән 5 татар ғаиләһе була. Кирбес ҡул көсө ҡулланып етештерелә.

Ваҡыт үтеү менән, цех киңәйә, эшселәр һаны арта, етештереү технологияһы яҡшыра; ҡул һәм ат көсө ҡулланыу кәмей. Балсыҡты «Беларусь» тракторы ярҙамында иҙәләр. Кирбес бик ныҡ була — икенсе тапҡыр ҡулланғанда ла сифатын юғалтмай.

1956 йылда кирбес цехы район сәнәғәт комбинаты ҡарамағына бирелә. Калайджи Б. М кирбес етештереү мастеры итеп үрләтелә. 1961 йылдың июлендә ул ғаиләһе менән Рыбинск ҡалаһына күсеп китә.

Кирбес цехы (завод та тип йөрөтәләр) 1960 йылдың урталарында эшмәкәрлеген туҡтата.

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Калайджи Б. М.

Матбуғатта үҙгәртергә

Мәҡәләне тулыһынса уҡығыҙ: Тыуған ерең, туғандарың булыу – үҙе бәхет!

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Кирпичный цех // Бурзянская энциклопедия / гл. ред. Г. М. Манапов. — Уфа: НИК Башкирская энциклопедия, 2022. — С. 277. — 640 с. — ISBN 978-5-88185-512-2.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә