Кижи (музей-ҡурсаулығы)

«Кижи» — дәүләт тарихи-архитектура һәм этнография музей-ҡурсаулығы. Ул Рәсәй Федерацияһының Карелия Республикаһында урынлашҡан.

Кижи
Нигеҙләү датаһы 1966
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Кижи[d]
Урын Карелия
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Кижи (утрау)
Входит в состав списка памятников культурного наследия список объектов культурного наследия: Кижи[d]
Мираҫ статусы Рәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты[d][1]
Рәсми сайт kizhi.karelia.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 17 900 ± 99[2]
Карта
 Кижи Викимилектә

Кижи погосы

Музейҙың атамаһы Кижи утрауы исеме менән бәйле, унда музейҙың төп экспозицияһы урынлашҡан. Шулай уҡ музейҙың объекттары Петрозаводск ҡалаһында һәм Медвежьегорский районының бер нисә тораҡ пункттарында урынлашҡан.

Территориялағы бөтә ғибәҙәтханалар Патриарх дворындағы «Кижи» музей-ҡурсаулығы составына индерелгән.

Дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы булараҡ, музей 1966 йылдан бирле эшләй[3] Башта ул ике сиркәүҙән һәм XVIII—XIX быуаттарҙағы Кижи погосының ҡыңғырау манараларынан — боронғо архитектура ҡомартҡыларынан торған. Хәзерге вакытта уны Онега аръяғынан һәм Петрозаводскиҙан килтерелгән бәләкәй ағас сиркәүҙәр, йорт, иконалар, карел, рус һәм вепс ауылдарынан килгән көнкүреш әйберҙәре һәм хуҗалык ҡоролмалары менән тулыландыра[4].

ЮНЕСКО эксперттары баһалауынса, урындағы белгестәр тарафынан һәйкәлдәрҙе тергеҙеү тәҗрибәһе уникаль тип таныла, 2020 йылдан музей-ҡурсаулыҡ базаһында ағас биналарҙы һаклау буйынса Бөтә Рәсәй үҙәге эшләй башлай[5].

Музей- ҡурсаулыҡ директорҙары[6]

  • Смирнов Владимир Иванович (1966—1968)
  • Ниеми Вилхо Арвидович (1969—1975)[7]
  • Ионова Валентина Матвеевна (1975—1979)
  • Шилова (Лопаткина) Людмила Васильевна (1979—1984)
  • Лопаткин Михаил Васильевич (1984—1988, 1991—1998)
  • Шелыбков Александр Дмитриевич (1989)
  • Набокова Ольга Афанасьевна (1990—1992)
  • Луговой Дмитрий Дмитриевич (1998—1999)
  • Аверьянова Эльвира Валентиновна (2000—2013)
  • Нелидов Андрей Витальевич (2013—2015)
  • Богданова Елена Викторовна (с 2015 года).

Һаҡлау зонаһы

үҙгәртергә

«Кижи» музей-ҡурсаулығы территорияһы тарихи-мәҙәни әһәмиәттәге ерҙәр статусына эйә.

Федераль буйһоноуындағы «Кижи» дәүләт тәбиғи заказнигы «Кижи» музей-ҡурсаулығы зонаһын үҙ эсенә ала[8] Ҡурсаулыҡты һаҡлау режимы милли парк режимы менән оҡшаш. Ҡурсаулыҡтың бөтә территорияһында ау итеү, мамыҡ һәм йомортҡа йыйыу, ҡоштар үрсеү вакытының аҙағына тиклем оялы утрауҙарҙа булыуы, урман киптереү мелиорацияһы, урман һәм ауыл хужалығында ағыу химикаттарын ҡулланыу, геологик-тикшеренеү эштәре алып барыу һәм файҙалы ҡаҙылмалар эшкәртеү тыйыла.

Яхталар һәм башҡа транспорт хәрәкәте дөйөм файҙаланыуҙағы юлдар һәм һыу юлдары менән сикләнгән. Мал көтөү «Прогресс» совхозы ерҙәре менән сикләнә. Ирекле хәрәкәт итеү, еләк-емеш, балыҡ тотоу һ.б. йыйыу урындағы халыҡҡа һәм хеҙмәткәрҙәргә генә рөхсәт ителә. Тукталыштар һәм төнөн ҡунаҡлау туристарға бары махсус тәғәйенләнгән урындарҙа ғына рөхсәт ителә[9].


  1. Указ Президента РФ № 176 от 05.09.1997
  2. Интерфейс программирования приложения YouTube
  3. Из истории становления музея-заповедника «Кижи». Музей-заповедник «Кижи» (2006).
  4. Кижи. Дата обращения: 30 ғинуар 2013. Архивировано из оригинала 11 октябрь 2012 года. 2012 йыл 11 октябрь архивланған.
  5. В Кижи идут реставрационные работы. Телеканал «Россия. Культура» (4 ғинуар 2020). Дата обращения: 4 ғинуар 2020.(недоступная ссылка)
  6. Директора музея-заповедника «Кижи».
  7. Губернатор острова Кижи.
  8. Кижский заказник
  9. Кижский заказник 2013 йыл 10 март архивланған.
  • Государственный историко-архитектурный и этнографический музей-заповедник «Кижи»: Каталог // Авт.-сост. А. Т. Беляев, Б. А. Гущин, В. А. Гущина — Петрозаводск, 1973. — 100 с.
  • Витухновская М. А. Государственный историко-архитектурный и этнографический музей-заповедник Кижи: Путеводитель. — Петрозаводск: «Карелия», 1988. — 160 с.: ил.
  • Мельников И. В., Семененко О. А. Кижи. Альбом-путеводитель по музею-заповеднику «Кижи» — Петрозаводск. 2008, — 176 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Портал Карелия