Кесе Ҡоҙаш
Кесе Ҡоҙаш — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһының Ишембай районы биләмәһендә аға. Оло Нөгөшкә ҡоя. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, йылға Нөгөш йылғаһының уң ярына тамағынан 185 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 17 км тәшкил итә[2].
Кесе Ҡоҙаш | |
Ҡайҙа ҡоя | Нөгөш |
---|---|
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
Административ-территориаль берәмек | Башҡортостан Республикаhы |
Оҙонлоҡ | 17 km |
Йылға Йүкәле тау һыртынан баш ала. Йылға башынан алыҫ түгел Алағузлы[3]. Оло Ҡоҙаш йәнәш аға. Кесе Ҡоҙаш Р316 трассаһын,Ҡолғонанан Берәтәккә[4] участкаһында киҫеп үтә. Юл эргәһендә кеше йәшәмәгән Ҡоҙаш ауылы урынлашҡан. Ауылдан Кесе Ҡоҙаш үҙәне буйлап урындағы әһәмиәткә эйә юл бара. Йылғаның икенсе яры буйлап, Р316 саҡ ҡына ситтәрәк, — Ҡоҙаш тауы (599. м.). Тағы ла бер түбә — Ҡылысҡыр (558. м.) — түбәндәрәк ағымында осрай.
Йылға Оло Нөгөшкә Алтын-Солоҡ[4] заказнигы һәм Бөрйән районы сигендә ҡоя.
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәКартография мәғлүмәттәре буйынса Кесе Ҡоҙаштың өс ҡушылдығы бар[3]:
- Марҙаш
- Мулбой
- Тулаласек
Һыу реестры мәғлүмәттәре
үҙгәртергәРәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Нөгөш йылғаһы башынан Нөгөш һыуһаҡлағысына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].
Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:
- Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200312111100017828
- Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101782
- Бассейн коды — 10.01.02.012
- ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
- ГӨ буйынса сығарылыш — 1
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 «Малая Кудашка» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ 3,0 3,1 Лист карты N-40-91 Бретяк. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.
- ↑ 4,0 4,1 Карта Ишимбайского района. Атлас автомобильных дорог Башкортостана — Ишимбайский район, C0
Топографик картаһы
үҙгәртергә- Лист карты N-40-91 Бретяк. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1979 г.