Кесе Шешәнәк — Рәсәйҙәге йылға. Башҡортостан Республикаһы[1] биләмәләрендә аға.

Кесе Шешәнәк
Характеристика
Оҙонлоғо 38 км
Бассейн 182 км²
Һыу ағымы
Тамағы Еҙем
 · Урынлашыуы һул ярына тамағынан 155 км өҫтәрәк
 · Координаталар 53°50′08″ с. ш. 57°03′11″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан Республикаһы
РДҺР 10010200712111100018753

Кәбәс ауылынан көнсығыштараҡ 9 км алыҫлыҡта Алатау һырты битләүендә баш ала. Көньяҡтан төньяҡҡа табан Ишембай һәм Белорет райондары биләмәләре буйлап аға.

Йылға Еҙем йылғаһының һул ярына тамағынан 155 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 38 км.

Ишембай районы ерҙәрендә 24 км.

Өҫтөн һоро урман тупрағында ҡарағай ҡатнаш ҡайын урмандары, урыны менән йүкә һәм имән урмандары үҫә. Йылға буйында Исҡушты (халыҡ Өшкөштө тип йөрөтә), Кесе Шешәнәк үҙәндәре ята. Ҡушылдығы — Алағузлы.

Йылға буйында йәшәгән башҡорттар уны Бәләкәй Шешәнәк тип йөрөтә.Сөнки Ишембай районында «Кесе» һүҙе урынында «Бәләкәй» һүҙе ҡулланыла.

Шешәнәк һүҙе боронғо төрки «еүешләнеп, ҡабарған, ташҡан» (разбухшая) һүҙенән алынған тигән фараз бар.

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ағиҙел йылғаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Охлебинино һыу үлсәү посына тиклем, Эҫем йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны (йылға эске бассейны) — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[2].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы тарафынан әҙерләнгән Рәсәй Федерацияһы территорияһын һыу хужалығы буйынса районлау геоинформация системаһы мәғлүмәттәре буйынса[2]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200712111100018753
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101875
  • Бассейн коды — 10.01.02.007
  • ГӨ буйынса томы — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Рәсәй гидротехник ҡоролмалар регистры һәм дәүләт һыу кадастры үҙәге».
  2. 2,0 2,1 РФ һыу реестры: Кесе Шешнәк.

Һылтанмалар

үҙгәртергә