Кесе Тирмәнкүл
Кесе Тирмәнкүл - рус. Малый Кременкуль - Рәсәй Федерацияһы Силәбе өлкәһенең Сосновка районындағы күл [2]
Кесе Тирмәнкүл | |
Дәүләт | Рәсәй[1] |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Силәбе өлкәһе |
Урын | Сосновка районы |
Географияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең Сосновка районында, Силәбе ҡалаһынан көнбайыштараҡ урынлашҡан ҙур булмаған һыу ятҡылығы. Оло Тирмәнкүлдән 2 км самаһы төньяҡ-көнбайыштараҡ ята.
Силәбе ҡалаһына тиклем араһы – 12 км.
Координаттары: 55°11'43"N 61°7'4"E
Тасуирламаһы
үҙгәртергәКесе Тирмәнкүл ярҙары төҙөк кенә түңәрәк һыҙатлы. Күлең диаметры — 1 километр тирәһе.[2].
Соҡоро боронғо тектоник емерелеүҙәр, экзоген процестар тәьҫирендә барлыҡҡа килгән.
- Оҙонлоғо - 1,5 км, киңлеге - 1,2 км.
- Һыу көҙгөһө майҙаны - 1,8 км² (БС буйынса абс.кимәл күрһәткесе - 264 м).
- Күл ситенән эскә табан тәрәнәйә бара; макс. тәрәнлеге 340 см.
- Төбө тигеҙ, ләмле ултырмалар менән ҡапланған.
- Һыуы сөсө, һарғылт, үтәҙеклеге - 150 см.
- Сығанаҡһыҙ, яуым-төшөм һәм грунт һыуҙары иҫәбенә туҡлана.
- Ярҙары тигеҙ тиерлек, киртләстәре әҙ; һөҙәк һәм тәпәш [3]
Флораһы һәм фаунаһы
үҙгәртергәКөнбайышында - таллыҡтар һәм ҡайын урмандары. Көнбайышында - коллектив баҡсалар (улар һыуҙы ошо күлдән ала).
Күлде 70% ылымыҡтар, һыу үҫемлектәре баҫҡан. Яр буйы һыҙығы буйлап ҡамыш күрән таралған, үҙәк өлөшөндә башлыса ылымыҡтар.Ғәмәлдә, күлде буйынан-буйына баҡсалар уратып алған, төньяҡ-көнсығыш ярынан ғына юл үтә.
Ихтиофаунаһы: табан балыҡ һәм ротан[2].
Этимологияһы
үҙгәртергәСиләбе өлкәһенең топонимикаһын ғына түгел, ғөмүмән, башҡорт халҡының фольклорын өйрәнгән киң билдәле географ, топонимист Шувалов Николай Иванович үҙенең "От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь" тигән һүҙлегендә былай тип яҙа: Кременкуль Большой и Малый, озеро, село, Сосновский район.В архивных документах деревня впервые упоминается в 1763 г. На ландкарте Исетской провинции 1736 г. название озера записано как Тременкуль, от распространенного в прошлом у башкир личного мужского имени[4][5].
Шулай ҙа күлдең атамаһы исемдән бигерәк "Тирмән" һүҙе менән бәйлелер тип фараз итергә була, сөнки рәсми сығанаҡтарҙа ла, фольклорҙа ла, фамилияларҙа ла "Тремен" тигәнгә оҡшаш исемдәр осрамай [6].
Шулай уҡ ҡара
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 223 бит
- Шувалов Н.И. Катай// От Парижа до Берлина по карте Челябинской области: Топонимический словарь. — 2-е изд., переработанное и дополненное. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN ISBN 5-7688-0157-7
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GEOnet Names Server — 2018.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Малый Кременкуль
- ↑ Озеро Малый Кременкуль
- ↑ Шувалов Н. И. От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. — Челябинск: Южно-Уральское книжное издательство, 1989. — 160 с. — ISBN 5-7688-0157-7.
- ↑ От Парижа до Берлина по карте Челябинской области
- ↑ Т. Кусимова, С. Бикҡолова.Башҡорт исемдәре. - Өфө, 2006 - 223 бит
Һылтанмалар
үҙгәртергә- От Парижа до Берлина по карте Челябинской области. [1]
- Малый Кременкуль
- Озеро Малый Кременкуль