Кер йыуыу таҡтаһы
Кер йыуыу таҡтаһы — һабынлы эретмәлә һуғарылған йыуыу сараһы бөртөксәләренең туҡыманың өҫкө ҡатламына һөҙөмтәлерәк үтеп инеүен тәьмин итеү һәм артабан бысраҡ өлөшсәләрен алып ташлау маҡсатында ҡабырғалы өҫкө йөҙөнә кейемде ҡулдар менән интенсив ышҡыу алымы менән йыуыу ҡулайламаһы
Кер йыуыу таҡтаһы | |
Кер йыуыу таҡтаһы Викимилектә |
Махсус ҡулайлама сифатында кер йыуыу таҡтаһы, күрәһең, XIX быуат башында барлыҡҡа килгән — быға тиклем йыуырға әҙерләгән керҙе ташҡа йәки башҡа тәбиғи йөҙҙәргә ышҡығандар. Тәүге кер йыуыу таҡталары, күрәһең, тулыһынса ағастан булғандыр, әммә 1833 йылда уҡ ағас рам менән сикләнгән ҡырлы металл йөҙҙән торған кер йыуыу таҡтаһына патент алынған. XX быуатта кер йыуыу таҡтаһының ҡыйбатыраҡ төрҙәре махсус быяланан яһала башлаған. Йыуылған керҙе ул заманда күмер үтектәре менән үтекләгәндәр. Әлеге ваҡытта кер йыуыу таҡтаһы йыш ҡына пластик кер йыуыу һауыттарына йәки раковиналарына стеналарының береһе булараҡ, ҡуйыла.
Күмәк кеше йәшәгән йорттарҙа эҫе һыу тәьминәте барлыҡҡа килгәс һәм, айырыуса кер йыуыу машиналары таралыу менән, кер йыуыу таҡталары, башлыса өсөнсө донъя илдәрендә һәм дача шарттарында ғына һаланып ҡала — ҡулланылыштан сыға башлай.
XX быуат уртаһында кер йыуыу таҡтаһын йәки махсус эшләнгән уға оҡшаш предметтарҙы музыка ҡоралы сифатында ҡулланыу традицияһы барлыҡҡа килгән.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Рубель
- Кер багы
- Үтек
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Л. В. Беловинский. Стиральная доска // Энциклопедический словарь советской повседневной жизни. — НЛО, 2015. — 1810 с.: — ил. с. — ISBN 978-5-4448-0378-3.
- Ҡалып:Книга:Товарный словарь
Һылтанмалар
үҙгәртергә- When were washboards invented? // Old and interesting: History of domestic paraphernalia (инг.)
- Викимилектә Стиральная доска темаһы буйынса медиафайлдар бар.