Кенәз ҡатын (хикәйә)

Антон Чехов хикәйәһе

Кенәз ҡатынАнтон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1889 йылдың 26 мартында «Новое время» гәзитенең 4696-сы һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫыла.

Кенәз ҡатын
Нигеҙләү датаһы 1888
Атамаһы Княгиня
Сәнғәт формаһы хикәйә
Баҫма йәки тәржемә The Princess[d]
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 26 март (7 апрель) 1889
Первая строка В большие, так называемые Красные ворота N-ского мужского монастыря въехала коляска, заложенная в четверку сытых, красивых лошадей
Баҫылған Петербургская газета[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Кенәз ҡатын» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1889 йылдың 26 мартында «Новое время» гәзитенең 4696-сы һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫыла. 1890 йылда хикәйә «Хмурые люди» йыйынтығына, һуңғараҡ А. Ф. Маркс нәшер иткән А. Чехов әҫәрҙәренең йыйылмаһына индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә француз теленә тәржем ителә.

Яҙыусының замандаш тәнҡитселәре хикәйәне бик юғары баһалай. Бер аноним тәнҡитсе «Кенәз ҡатын» хикәйәһен «Хмурые люди» йыйынтығына ингән иң күренекле, мөһим әҫәр тип атай[1]. Ф. Е. Пактовский «Кенәз ҡатын» хикәйәһендә тирә-яҡ мөхиттең хатта табип Михаил Иванович кеүек интеллигент кешеләргә лә «деморализациялы йоғонтоһо» булыуын билдәләп үтә[2].

В. Альбов хикәйә героиняһында «хайуан» башланғысын таба: кенәз ҡатын— «осоусы «ҡошсоҡ», унда …табибтың һүҙҙәре бер ниндәй ҙә кешелеклелек уята алмай …»[3] тип яҙа.

Е. А. Ляцкий хикәйә тураһында былай тип яҙа: «Публицистик ниәт авторҙы шул тиклем ныҡ биләп ала, шунлыҡтан ул табип менән кенәз ҡатындың һөйләшеү картинаһындағы ныҡ тәбиғиһеҙлекте һиҙмәй, ә оҫта теллелек гәүһәрен был ҡатын алдына һибеү евангелиелағы билдәле тәрән мәғәнәле һүҙҙәгесә мәрйен һибеүҙән саҡ ҡына артығыраҡ булып китә. табип фигураһы бөтөнләйе менән күләгәлә тороп ҡала, һәм хикәйә үҙенең нәфислеген бик күпкә юғалта»[4].

Бер тапҡыр хикәйә героиняһы кенәз ҡатын Вера Гавриловна ирҙәр монастырына килә. Монастырҙа ул монахтарҙы һәм архимандритты осрата һәм унан фатиха алырға була. Ул архимандрит менән оҙаҡ ҡына һөйләшеп тора һәм уға монастырҙа төн үткәрәсәге, унан һуң әхирәте менән күрешәсәге һәм уларҙа өс-дүрт көн йәшәйәсәге тураһында әйтә. Монастырь кенәз ҡатынға бик ныҡ оҡшай. Бында ул һәр йыл йәй көндәрендә килеп йөрөгән була.

Ял итеп алғас, кенәз ҡатын тышта йөрөп килергә сыға. Аллеяла ул үҙенең Дубовка ауылында эшләп киткән табип Михаил Ивановичты осрата. Улар һөйләшеп китә, кенәз ҡатын табибҡа иргә сығыуы, графлыҡтан кенәзлеккә күсеүе һәм ире менән айырылышыуы тураһында бәйән итә. Артабан ул тормошта яһаған хаталарына зарлана. табип уның был фекерен ҡеүәтләй һәм үҙ күңелендә йыйылып килгән үпкә һүҙҙәрен кенәз ҡатынға әйтеп һала.

табип кенәз ҡатынды уның өйөндә батшалыҡ иткән кешеләрҙе күрә алмаусанлыҡта, кешеләргә хөрмәт күрһәтмәүҙә һәм ябай кешене кешегә һанамауҙа ғәйепләй. Кенәз ҡатындың мәрхәмәтлек эшмәкәрлеген ул ҡурсаҡ комедияһы тип иҫәпләй. Мәҫәлән, уның илгизәрҙәр ҡабул итеү йортонда «юрғандарҙы һәм йәймәләрҙе , әбейҙәр бысратмаһын өсөн, йоҙаҡлап тоталар— әйҙә, шайтанлы борос һауыттары иҙәндә йоҡлаһын! Әбей карауатҡа ултырырырға ла, кофта кейергә лә, шыма паркет буйынса үтергә лә баҙнат итмәй. Барыһы ла парад өсөн тотола һәм әбейҙәрҙән, ҡараҡтарҙан йәшергән кеүек, йәшереп тотола». Кенәз ҡатындың крәҫтиән балаларын уҡытырға булған теләге лә балаларҙың ҡасып китеүе менән тамамлана— уларҙы ҡайыш менән ярып, уҡырға килгәне өсөн аҡса түләп, яллап уҡытырға мәжбүр булалар. табип шулай уҡ кенәз ҡатындың уны бер ниндәй ҙә сәбәбен аңлатмайынса үҙ өйөндәге эштән ҡыуғаны өсөн ғәфү итә алмай.

Был һәм башҡа миҫалдар кенәз ҡатынының кәйефен бик ныҡ боҙа, ә табип уның янынан бик тиҙ сығып китә. Икенсе көндө кенәз ҡатын монастырҙан китергә йыйына. Уны оҙатырға килеүселәр араһында табип та була. Ул кисә бик күп артыҡ һөйләп ташлағаны өсөн ҡатындан ғәфү үтенә. Быға кенәз ҡатын «бик йылы йылмая һәм уға, үпһен өсөн, ирендәренә ҡулын һуҙа». Хушлашҡандан һуң, кенәз ҡатын «үҙе менән бергә яҡтылыҡ, йылы йөрөтөүҙән , хәтер ҡалыуҙы ғәфү итеүҙән һәм дошмандарыңа йылмайып ҡарауҙан да татлыраҡ бер ни ҙә булмауы тураһында уйлай». Ул үҙен бик бәхетле итеп тоя.

Экранлаштырыу

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Месть», «Баран и барышня», «Хористка», «Княгиня» хикәйәләре буйынса 1992 йылда «Милостивые государи» телефильмы төшөрөлә[5]. Режиссеры: Николай Александрович.

  • Чехов А. П. Княгиня// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького.— М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, Page 241, Françoise Darnal-Lesné, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • La Princesse, traduit par Édouard Parayre, Éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, 1970, ISBN 2-07-010550-4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Журнал «Книжный вестник». 1890, №4, стлб. {0}[13]{/0}} (1936)
  2. Ф. Е.Пактовский. Современное общество в произведениях А. П. Чехова. «Чтения в Обществе любителей русской словесности в память А.С. Пушкина…» Казань, 1901, стр. 13—15
  3. В. Альбов. Два момента в развитии творчества Антона Павловича Чехова…— «Мир божий», 1903, №1, стр. 90—91
  4. Евг. Ляцкий. А. П. Чехов и его рассказы… — «Вестник Европы», 1904, №1, стр. 141—142
  5. «Милостивые государи» х/ф. {0}[13{/0}} (1936)