Кенәз ташы (нем. Fürstenstein; слов. Knežji kamen) — Цолльфельд үҙәненән антик ионий колоннаһының түңкәрелгән нигеҙе. Ул Каринтия герцогтарының һәм, фараз буйынса, иң боронғо славян дәүләттәренең береһе — Карантания хакимдарының тәхеткә ултырыу церемонияһында төп роль уйнаған.

Кенәз ташы
Дәүләт  Австрия
Административ-территориаль берәмек Клагенфурт-ам-Вёртерзе
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән таш[d]
Карта
 Кенәз ташы Викимилектә

Кенәз Ташында ултырған Каринтия герцогының һүрәте менән Клагенфурт фрескаһы.

Интронизация церемониалы

үҙгәртергә

Церемония, күрәһең халыҡты символлаштырған крәҫтиәндең ташҡа ултырыуынан башланған. Герцог тәхетенә кандидат яҡынлашҡас, ул уға крәҫтиән күлдәген кейҙереп, таяҡ йәки тимер таяҡ тапшырған һәм ҡулына яланғас ҡылыс тотоп ташҡа менергә мөмкинлек биргән[1].

Буласаҡ герцог донъяның дүрт яғына ла боролорға тейеш була. Унан һуң уны Мариа-Заль собор ҡорамына таж кейҙереүгә алып барғандар, унан һуң ул әле лә Госпосвет яланында торған таш тәхеттә үҙ урынын биләй алған.

Церемониалдың күрәләтә боронғо булыуы, шул рәүешле Карантания хакимдары батшалыҡҡа һайланған, тип фаразларға мөмкинлек бирә. Таш үҙе Рим империяһы Норик провинцияһының төп ҡалаһы — Вирунум емереклектәренән сыҡҡан, аҙаҡ был ҡала Крнски град (хәҙер был Австрияла Цолльфельд үҙәне) тигән исем аҫтында Карантанияның баш ҡалаһы булып хеҙмәт иткән.

Генрих I — Кенәз Ташында һайлау тураһында замандаштарының иҫтәлегендә һаҡланған тәүге герцог. Уның вариҫтары таш өҫтөнә Каринтия гербының һүрәтен төшөрөргә бойороҡ биргән. Һуңғы тапҡыр тантана 1414 йылда уҙғарылды.[1]

Тарихи шәүләләр

үҙгәртергә
 
Клагенфурт музейында Кенәз ташы.

1862 йылда тарихи ҡомартҡы булараҡ таш Клагенфурттағы төбәк парламенты бинаһына күсерелә. Һуңынан, губернатор Йорг Хайдер 2006 йылда уны парламент бинаһына ҡайтарырға бойороҡ биргәнгә тиклем, урындағы музейҙа күргәҙмәгә ҡуйыла.

Бойондороҡһоҙ Словенияның 1991—1992 йылдар өлгөһөндәге тәүге аҡсаларында Кенәз ташы һүрәте була. Бының менән Словенияның хөкүмәте Словения һәм Карантания дәүләттәренең күсәгилешлеген күрһәтергә маташҡан, был Австрия патриоттарында ризаһыҙлыҡ тыуҙырған[2]. Әлеге ваҡытта ташты Словенияның 2 евроцентлы тәңкәләрендә күрергә мөмкин.

Каринтия герцогтарының интронизация тантанаһын урта быуат йылъяҙмасыһы Виктрингтан Иоанн (Иоанн Викторинский) ентекле һүрәтләгән. Ренессанс дәүерендә тасуирлама Жан Боден Six livres de la Republique китабында ҡабатлана. Был китапты Томас Джефферсон уҡығанға күрә, Карантанияның кенәз һайлау йолаһы Америка Ҡушма Штаттары президенты вазифаһына инеү тантанаһына йоғонто яһау тураһында фекер бар.[3][4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Google книги, Royal inauguration in Gaelic Ireland. Дата обращения: 14 июнь 2009.
  2. Google книги, Austrian foreign policy in historical context. Дата обращения: 14 июнь 2009.
  3. Google книги, Flavors of Slovenia. Дата обращения: 14 июнь 2009.
  4. Google книги, Slovenia and the Slovenes. Дата обращения: 14 июнь 2009.