Кеми һынлы сәнғәт музейы

Лапландияның үҙенсәлекле сәнғәтен күрһәтеүсе Торнио (Финляндия) ҡалаһында урынлашҡан музей.

Кеми һынлы сәнғәт музейы (Kemin taidemuseo) — Лапландияның үҙенсәлекле сәнғәтен күрһәтеүсе Кеми (Финляндия) ҡалаһында урынлашҡан музей.

Кеми һынлы сәнғәт музейы
фин. Kemin taidemuseo
Нигеҙләү датаһы 1947
Рәсем
Дәүләт  Финляндия[1]
Административ-территориаль берәмек Кеми[2][1]
Урынлашҡан урамы Q84300621?[1]
Адрес Marina Takalon katu 3, 94100 Kemi[1]
Почта индексы 94100[1]
Рәсми сайт merilapinmuseot.fi/museo…
Карта

Музей бинаһы

үҙгәртергә

Кеми мәҙәни үҙәгендә Кеми һынлы сәнғәт музейы бүлмәләре генә түгел, Кеми ҡала театры объекттары, ҡаланың төп китапханаһы, Кивало колледжы һәм Лапландияның Диңгеҙ музыка институты урынлашҡан. Кеми мәҙәни үҙәгенең һынлы сәнғәт музейына арналған секцияһы өс этапта төҙөлә һәм, Коммерция колледжына тәғәйенләнгән бүлмәләре менән бергә, 1977 йылда тамамлана. Музей үҙенең хәҙерге бинаһына тулыһынса 1990 йылдың икенсе яртыһында ғына күсә. Музей Марин Такалонкату, 3 адресы буйынса баҙар майҙанында урынлашҡан[3].

Кеми һынлы сәнғәт музейы Төньяҡ Финляндияның боронғо һынлы сәнғәт музейы булып тора[4]. Уның йыйынтыҡтары 1947 йылда лектор Апе Рантаниеми бүләк иткән сәнғәт әҫәрҙәре коллекцияһы менән башлана. Унда 1910—1920 йылдарҙа Альберт Эдельфельт, Аксели Галлен-Каллела, Пекка Халонен, Ээро Нелимарка, Маркус Коллин, Тыко Саллинен, Эллен Теслефф һәм Магнус Энкелл[5]кеүек фин рәссамдары ижад иткән әҫәрҙәр ингән. Баштараҡ, иғәнә һымаҡ тапшырыу ярҙамында, коллекция сәнғәт әҫәрҙәре менән тулыландырылырға тейеш булған. Хәҙерге ваҡытта Кеми һынлы сәнғәт музейын яңы әҫәрҙәр менән тулыландырыуҙың төп йүнәлеше булып округтың хәҙерге заман сәнғәте үҫеше тора.

2007 йылда музей коллекцияһында яҡынса 2156 эш тупланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 http://www.museot.fi/museohaku/index.php?museo_id=21309
  2. (unspecified title)Finnish Heritage Agency.
  3. «2. 2013 Museoiden toiminta», 2013 Museotilasto, ' s. 36. Museovirasto, 2014. ISSN 1239-4149 (Painettu) / ISSN 1798-4572 (Verkkojulkaisu)
  4. KEMIN TAIDEMUSEO
  5. Hauru Ketonen Virpi Helka ja: Valtakunnallinen taidekokoelmaprojekti. Väliraportti 1.12.2003. Valtion taidemuseo, kehittämisyksikkö Taidemuseoalan KEHYS. Viitattu 26.10.2008.