Ат егеү кәрәк-ярағы
Ат егеү кәрәк-ярағы — һыбай йөрөгәндә йәки йөк ташығанда атты егеү өсөн кәрәкле ҡорамалдар тупланмаһы[1][2].
Башҡорттарҙа ат егеү кәрәк-ярағы яһау традициялары
үҙгәртергәБашҡорттарҙа ат егеү кәрәк-ярағы яһау традициялары күсмә хужалыҡ ( Күсмә тормош) ихтыяждарына, яу сәнғәте ( хәрби хеҙмәт) барлыҡҡа килеү һәм үҫешеүгә бәйле була. Ат егеү кәрәк-ярағы яһау өсөн ағас, күн, металл киң файҙаланылған.
Һыбай йөрөү өсөн ат егеү кәрәк-ярағы төп өлөштәрен башлыҡтан, моронһалыҡтан һәм оҙон теҙгендән торған нуҡта, ауыҙлыҡ менән йүгән, эйәр, сергеһе (туҡым) менән үңлек, айыл (тартма), өҙәңге, күмелдерек һәм ҡойошҡан, ҡанъяға, ҡамсы тәшкил иткән. Нуҡта һәм йүгәндәр Башҡортостандың дала райондарында, нигеҙҙә, ҡайыштан йәки ишелгән ат ҡылынан, тау-урман райондарында йүкәнән эшләнгән. Ике ҡушма ауыҙлыҡтан һәм шыуып йөрөүсе балдаҡтарҙан торған йүгәндәр киң таралған, S рәүешендәге йәки үҙәк кеүек псалийлы ауыҙлыҡтар осраған. Йүгәнде һырлап һәм семәр баҫып, көмөш йүгертелгән металл өҫтәмәләр, ҡайһы ваҡыт төҫлө быяла һәм таш ҡаштар ҡуйылған, нәҙек ҡайыштан суҡтар тағылған айылдар (көмбәҙ рәүешендәге айылдар айырылып торған) менән биҙәгәндәр. Эйәр ҡапталы һәм ҡашағаһын (ҡашын) яһау өсөн башлыса ҡайын ороһон файҙаланғандар; бөтөн үҙағастан эшләнгән эйәрҙәр осраған. Эйәрҙәр ҡашаға, ҡаптал формаһы һәм биҙәлеше менән айырылған: алғы ҡашын бейегерәк эшләгәндәр, ҡайһы ваҡыт ҡош, йәнлек йәки йылан башы рәүешендә юнғандар, йыш ҡына уны вертикаль рәүештә, артҡыһын тәпәшерәк һәм ауышыраҡ ҡуйғандар.Ир‑егеттәр, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балаларға тәғәйенләнгән эйәрҙәр булған. Ҡатын-ҡыҙ эйәренең алғы ҡашы киң һәм бейек (нигеҙҙә ярым түңәрәк), артҡыһы ныҡ ауышлыҡ м‑н тәпәш итеп яһалған.
Һыбай йөрөү өсөн
үҙгәртергәЭйәрҙең алғы ҡашағаһы геометрик орнаментлы семәр, ярым ай рәүешендәге металл өҫтәмәләр менән, көмөш йүгертеп, сәскә-үҫемлек орнаменты, ҡусҡар биҙәге төшөрөп биҙәлгән. Өҙәңге тимерҙән эшләнгән, ҡайһы ваҡыт көмөш һыр менән биҙәкләнгән; оронан ҡырҡып яһалғандары осраған (йөрәк рәүешендә бөтөн йәки аҫҡы мөйөштәре түңәрәкләтелеп өсмөйөшләп бөгөлгән). Үңлек һәм серге (туҡым) эшләгәндә кейеҙ, күн, йөн һ.б. ҡулланылған. Үңлекте ғәҙәттә кәзә дебетенән баҫылған ҡалын кейеҙҙән, сергене сергетыш йәки буҫтау менән тышланған кейеҙҙән яһағандар. Ҡатын-ҡыҙ эйәренең сергеһен аппликация, сигеү һ.б. менән биҙәгәндәр, туй тантанаһы өсөн бай итеп биҙәлгән сергеләр бик затлы күренгән. Айыл, күмелдерек, ҡойошҡан, ҡамсыны ҡайыштан яһағандар, киндер йәки йүкәнән ишкәндәр.
Йөк ташыу өсөн
үҙгәртергәЙөк ташыу өсөн ҙурлығы менән айырылып торған махсус артмаҡ эйәрен файҙаланғандар. Егеү төрөнә ҡарап, ҡамыт-дуғаны бер ат һәм пар ат өсөн, ш. уҡ дуғалы һәм дуғаһыҙ төрҙәргә бүлеп йөрөткәндәр. Бер атты дуға менән егеү өсөн ҡолаҡбаулы (ҡамыт баулы) һәм тамаҡбаулы ҡамыт, айыллы ыңғырсаҡ, арҡалыҡ, бауырлыҡ, дуға, ышлыя, ауыҙлыҡ һәм теҙген менән йүгән, дилбегә, дуғаһыҙ егеүгә ҡамыт, мисәү, ҡолаҡһа кәрәк. Пар атты һыңар тәртә менән егеү өсөн ҡамыттар, күмелдерек, мисәүҙәр, ышлыялар, ауыҙлыҡтар м‑н йүгәндәр һәм пар дилбегә ҡулланылған. Һөйрәткеле пар ат еккәндә ағас ҡамытты аттың муйынына кейҙереп, һыңар тәртәгә беркеткәндәр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Словарь русского языка (МАС)
- ↑ Военная энциклопедия 2014 йыл 14 август архивланған.
Ат егеү кәрәк-ярағы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ат егергә онотмайыҡ(недоступная ссылка)