Квислинг режимы
Квислинг режимы (норв. Quisling regimet), рәсми исеме — «Милли хөкүмәт» (норв. Nasjonale regjering) — Германия оккупациялаған Норвегияның коллаборационистик хөкүмәте, ул 1942 йылдың февраленән 1945 йылдың майына тиклем ғәмәлдә була. «Милли берҙәмлек» Норвегия нацистик партияһы лидеры Видкун Квислинг хөкүмәттең иң билдәле фигураһы була, ул режим ғәмәлдә булған осорҙа президент-министры вазифаһын биләй[1] Хөкүмәт автономиялы статусын ала, шул уҡ ваҡытта территориаль яҡтан ул Норвегияның 1940 йылда булдырылған Рейхскомиссариат составына инә. Ысынбарлыҡта бөтә дәүләт власы туранан-тура рейхскомиссариат немец хакимиәте ҡулында була.
Квислинг режимы | |
норв. Nasjonale regjering | |
Байраҡ | |
Нигеҙләү датаһы | 1 февраль 1942 |
---|---|
Әһәмиәтле кеше | Видкун Квислинг[d] |
Рәсми тел | Норвег теле һәм Немец теле |
Административ үҙәк | Осло |
Идара итеү формаһы | диктатура һәм автократия[d] |
Валюта | Норвег кронаһы[d] |
Ҡулланылған тел | Норвег теле һәм Немец теле |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 9 май 1945 |
Майҙан | 323 782 км² |
Рәсми дине | Лютерандар |
Квислинг режимы Викимилектә |
Тарихы
үҙгәртергә1940 йылда власты баҫып алырға маташыу
үҙгәртергә1939 йылда уҡ Квислинг Германия хөкүмәте менән бәйләнештәр булдыра. Ул ваҡытта ил алдында Англия һәм Франция ғәскәрҙәрен индереү ҡурҡынысы тора. 1939 йылдың декабрендә ул Гитлер менән осраша һәм Норвегияла «яңы тәртип» булдырыу маҡсатында ярҙам һорай. Гитлер финанс һәм, кәрәк булһа, хәрби ярҙамын күрһәтергә вәғәҙә бирә.
1940 йылдың 9 апрелендә, Германия Норвегияға һөжүм иткәндән һуң, король Хоком VII илде ташлап китә. Шул уҡ көндө Квислинг радио аша элекке хөкүмәттең ҡолатылыуы һәм яңы хөкүмәт булдырылыуы тураһында хәбәр итә, яңы хөкүмәттә ул үҙе премьер-министр вазифаһын биләй. Квислинг Норвегия граждандарын ҡаршылыҡ күрһәтмәҫкә һәм инглиз-француз ғәскәрҙәре баҫып инеүенән ҡотолдорған немец оккупацияһына буйһонорға саҡыра. Әммә уның белдереүе норвегтар араһында кире ҡараш тыуҙыра, шуға күрә немец оккупацион хакимиәте уны 15 апрелдә вазифаһынан бушата һәм яңы власть органдарын булдыра башлай. 24 апрелдә Рейхскомиссар һәм дәүләт лидеры итеп Йозеф Тербовен тәғәйенләнә[2]
Хөкүмәтте булдырыу һәм эске сәйәсәт
үҙгәртергә1940 йылдың сентябрендә Квислинг Иозеф Тервен янында премьер-министры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнә. Автономиялы хөкүмәт 1942 йылдың февралендә генә ойошторола һәм Квислинг премьер-министр посын ала. Ысынында, хөкүмәт власы немец мәнфәғәттәре менән сикләнә. Эске дәүләт сәйәсәте Германия баҫып алған территорияларҙағы башҡа автономиялы һәм про-немец режимдарынан әллә ни ныҡ айырылмай. Милли берләшеү партияһы илдә берҙән-бер законлы законлы партия һанала, нюрнберг раса закондары индерелә, йәһүдтәргә илдә төпләнеү тыйыла. Рәсми булмаған рәүештә Квислингҡа ҡарата «Фёрер» (норв. fører) титулы ҡулланыла — Германиялағы Фюрер титулының аналогы. Норвегия территорияһында концентрацион лагерҙары ойошторола, ә 1942 йылдың октябренән 1943 йылдың февраленә тиклем режимға ҡаршы тороусыларҙың һәм йәһүдтәрҙең тәүге ҡулға алыуҙары үткәрелә. Шулай уҡ илдә ҡаршылыҡ хәрәкәте йәйелә, хәрәкәт ағзалары оккупанттарға һәм коллаборационистарға ҡаршы бер нисә диверсия үткәрә[3] Квислинг, яңы режим бойондороҡһоҙлоҡ алыр, тип ышана, әммә ҡайһы бер сәбәптәр арҡаһында өмөттәре аҡланмай: уның хөкүмәте халыҡ араһында популяр булмай, халыҡ күберәк король Хоком VII һәм хөкүмәт һөргөндә көн күргән Англияны ҡайғырта. 1943 йылдың 16 авгусында[4] Норвегия Милли хөкүмәте СССР-ға һуғыш иғлан итә.
Бойондороҡһоҙлоҡ мәсьәләһе
үҙгәртергәКвислинг хөкүмәте булдырылғандан һуңда диктатор Йозеф Тербовен элеккесә Норвегияға идара итеүен дауам итә[5][6], ул туранан-тура Гитлерға буйһона[6]. Квислинг режимы марионетка хөкүмәте була, әммә Квислинг Норвегияның бойондороҡһоҙлоғо һәм Тербовенды вазифаһынан ситләштереү өсөн көрәш алып бара. Ул даими рәүештә, әммә һөҙөмтәһеҙ, әлеге идеяны Гитлерға еткерә бара. Квислинг Норвегияның бойондороҡһоҙлоғона Германия менән солох килешеүе төҙөү һәм оккупацияны тамамлау юлы менән өлгәшергә ниәтләй; Германия Норвегия суверенитетын танырға тейеш, тип һанай. Артабан ул Коминтернға ҡаршы пактҡа ҡушылырға уйлай. «Ось» илдәре яғында Икенсе донъя һуғышына инеү өсөн Норвегия армияһына саҡырыуҙы тергеҙеү планлаштырыла.
Квислинг берҙәм валюта һәм дөйөм баҙар менән Европа союзын булдырыу идеяһын тәҡдим итә, әммә унда Германияның өҫтөнлөклө роле күҙалланмай[7]. Квислинг үҙенең пландарын хаттар аша йәки тура һөйләшеүҙәр ваҡытында Гитлерға еткерә (мәҫәлән, башта 1942 йылдың 13 февралендә, ә һуңынан 28 ғинуарынан 1945 йылдың 28 ғинуарында — рейхсканцелярияла)[8] Квислинтың бөтә пландарын Гитлер кире ҡаға, уның һуғыш тамамланға тиклем бер ниндәй ҙә килешеүҙәр төҙөргә уйы булмай һәм башында Норвегияны, «оло рейхтың» иң төньяҡ өлкәһе булараҡ, аннексиялау пландарын йөрөтә. Әммә 1945 йылғы һуңғы осрашыу ваҡытында Гитлер Квислингҡа һуғыш тамамланғанан һуң Норвегия бойондороҡһоҙлоғон тергеҙергә вәғәҙә итә. Гитлерҙың бындай вәғәҙәһе — берҙән-бер билдәле осраҡ[8]
Режимды ҡолатыу
үҙгәртергә1944 йылға ҡарата Квислинг бөтөнләй тиерлек Норвегия бойондороҡһоҙлоғона өмөтөн юғалта, ә Германия һуғышта еңелеү хәлендә була. Йозеф Тербовен 1945 йылда үҙ-үҙенә ҡул һала, ә Квислинг хөкүмәте менән бергә 9 майҙа ҡулға алына, һәм режим йәшәүҙән туҡтай. Милли берләшеү партияһы тыйыла һәм тарҡатыла.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Квислинг (Quisling) Видкун
- ↑ Видкун Квислинг | NORGE.RU — вся Норвегия на Русском
- ↑ КВИСЛИНГ И СУДЬБА ЕВРЕЕВ НОРВЕГИИ | Газета «Русский Базар» | Russian Bazaar Newspaper 2013 йыл 23 июнь архивланған.
- ↑ А. М. Носков. Норвегия во второй мировой войну 1940—1945., М: Наука., 1973. С. 132.
- ↑ Tangenes, Gisle. The World According to Quisling (19 September 2006). 13 сентябрь 2009 тикшерелгән. 2018 йыл 2 февраль архивланған.
- ↑ 6,0 6,1
- ↑ Dahl, Hans Fredrik (1995), "Quisling, Vidkun", in Hans Fredrik Dahl, Norsk krigsleksikon 1940-45, Oslo: Cappelen, ISBN 82-02-14138-9, <http://mediabase1.uib.no/krigslex/q/q1.html#quisling-vidkun>. Проверено 13 сентябрь 2009. 2011 йыл 24 декабрь архивланған.
- ↑ 8,0 8,1 Dahl, Hans Fredrik (1995), "Quisling-Hitler-møtene", in Hans Fredrik Dahl, Norsk krigsleksikon 1940-45, Oslo: Cappelen, ISBN 82-02-14138-9, <http://mediabase1.uib.no/krigslex/q/q1.html#quisling-hitler-motene>. Проверено 14 сентябрь 2009. 2011 йыл 24 декабрь архивланған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Дания-Норвегия операцияһы
- Норвегия Икенсе бөтә донъя һуғышында
- Видкун Квислинг
- Милли берҙәмлек (Норвегия)