Кату́нь[1] (көн. алт. Кадын) — Рәсәйҙең Алтай Республикаһында һәм Алтай крайында аҡҡан йылға, Обьтың һул һәм төп өлөшө. Йылға оҙонлоғо — 688 км[2]. Бассейн майҙаны — 60 900 км²[2].

Катунь
южноалт. Кадын
Катунь йылғаһы Алтай Республикаһының Чемал районында.
Катунь йылғаһы Алтай Республикаһының Чемал районында.
Характеристика
Оҙонлоғо 688 км
Һыу сығымы 626 м³/с (в 53 км от устья)
Һыу ағымы
Инеше Геблер боҙлоғо
 · Координаталар 49°44′54″ с. ш. 86°33′55″ в. д.HGЯO
Тамағы Обь
 · Координаталар 52°25′50″ с. ш. 84°59′00″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Алтай Республикаһы, Алтай крайы
Район Усть-Коксинск районы/Онгудай районы/Чемал районы/Шебалин районы/Маймин районы/Алтай районы (Алтай крайы)/Совет районы (Алтай крайы)/Красногорск районы (Алтай крайы)/Бий районы/Смоленск районы (Алтай крайы)
РДҺР 13010100312115100003045
Катунь (Алтай Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы
Катунь Викимилектә

Физик-географик характеристика үҙгәртергә

 
Катунь һәм Бия бассейндары

Катунь йылғаһы (алт.Ҡадын) Катунь һыртының көньяҡ битләүендә, Белуха тауы (Ҡадын Башы, Үч-Сумер- Өс Башлы тау) итәгендә, Геблер боҙлоғоноң көньяҡ сигендә башлана[3].

Үҙәненең дөйөм характеры буйынса, йылға өс участкаға бүленә: Үрге Катунь — башынан алып Кокса (Көк Суу)йылғаһына тиклем, оҙонлоғо 186 км[4]; Урта Катунь - Коксанан Оло Сумультаға тиклем, оҙонлоғо 206 саҡрым; Түбәнге Катунь - Оло Сумультанан алып Бия менән ҡушылыуға тиклем, оҙонлоғо 296 км.

Өҫкө өлөшөндә йылға көньяҡ һәм көнбайыш яҡтан Катунь һыртын урап үтә һәм 1000 м тиклем дөйөм түбәнәйеүгә һәм иң ҙур тайпылыштарға эйә. Был участкала Катуньға Катунь һыртының көньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәренән, шулай уҡ Листвяга (Ҡыҙылҡарағай жотасы) һәм Холзун һырттарынан бик күп ҡушылдыҡтар ҡушыла. Урмандар бында ҡараңғы тайганан тора.

Урта Катунь, Коксанан Оло Сумультаға тиклем, бейек тау һырттары өлкәһендә үтә. Был участкала дөйөм түбәнәйеүе — 400 метр самаһы. Бында йылғаға боҙлоҡло туҡланыуы булған иң мөһим ҡушылдыҡтары ҡоя: Мульта, Кураган һәм башҡалар. Тюнгур ҡасабаһынан (алт.«Түнур»- бубен) түбәндәрәктән алып Аргут (алт.Арҡыт) йылғаһына тиклем Катунь (Ҡадын) йылғаһы һикәлтәле тарлауыҡ аша аға. Урман үҫемлектәренең составы буйынса Катуньдың урта өлөшөндә ҡарағас өҫтөнлөк итә.

Түбәнге Катунь, Оло Сумульта тамағына тиклем, урта тауҙар һәм тәпәш тауҙар өлкәһендә ята. Йылғаның дөйөм түбәнәйеүе - 400 метр самаһы. Үҙәндең өҫтөнлөк итеүсе характеры - киртләстәрҙең киңерәк үҫеше. Был участкала ҡушылдыҡтарҙан иң ҙуры булып Чемал һәм Сема йылғалары һанала. Тау битләүҙәренең баштарын башлыса ҡарағас биләй. Сумульта тамағынан башлап ҡарағайҙар күренә башлай.

Майма ауылынан түбәндәрәк Катунь дала йылғаһының характерына эйә була. Ағымдың инешенән алып тамағына тиклем дөйөм түбәнәйеү 2000 м тәшкил итә, шуға ла ағымдың тиҙлеге ҙур — 5-6 м/сек[5].

Бийск ҡалаһынан көньяҡ-көнбайышҡа табан 19 км алыҫлыҡта Бия менән тоташҡан урында Себерҙең иң ҙур йылғаларының береһе — Обь барлыҡҡа килә. Йылға көньяҡтан төньяҡҡа төрлө климат шарттары аша үтә. Йылға үҙәнендә дөйөм климат тенденцияһы көньяҡта климаттың һалҡыныраҡ һәм ҡорораҡ, ә төньяҡта яуым-төшөмдөң күберәк һәм йылыраҡ булыуы менән характерлана. Йылға үҙәндәре елгә дусар, унда йыш ҡына юлдарҙы көрт баҫа. Тау һырты тирәһендә ҡыш тыныс һәм ҡарлы. Урман битләүҙәрендә ҡарҙың ҡалынлығы метр ярымға етеүе ихтимал.

Ҡушылдыҡтары үҙгәртергә

 
Аккем йылғаһының Катуньға ҡушылған ере

Катуньдың дөйөм оҙонлоғо 708 км булған 254 ҡушылдығы бар. Иң күп һыулы ҡушылдыҡтар Алтай Республикаһы территорияның үрге һәм урта ағымында ҡабул ителә. Төп ҡушылдыҡтары:

Торама пункттар үҙгәртергә

 
Катунь түбәнге ағымында

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Катунь (№ 0154182) / Реестр наименований географических объектов на территорию Ҡалып:Субъект РФ в родительном падеже // Государственный каталог географических названий. rosreestr.ru.
  2. 2,0 2,1 «Катунь» — информация об объекте в Государственном водном реестре
  3. Лист карты M-45-78 Кокколь. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
  4. Лист карты M-45-64. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1979 год. Издание 1985 г.
  5. Гидрография. abratsev.ru. Дата обращения: 12 сентябрь 2019. Архивировано 30 ноябрь 2020 года.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә