Катаев Олег Александрович

Катаев Олег Александрович (25 ноябрь 1923 йыл, Харьков — 11 август 2006 йыл, Санкт-Петербург) — СССР һәм Рәсәй энтомологы, биология фәндәре докторы, профессор, урман энтомологияһы белгесе.

Катаев Олег Александрович
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 25 ноябрь 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1]
Тыуған урыны Харьков, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Вафат булған көнө 11 август 2006({{padleft:2006|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1] (82 йәш)
Вафат булған урыны Санкт-Петербург, Рәсәй
Һөнәр төрө энтомолог, ғалим
Эш урыны Санкт-Петербург дәүләт урман-техник университеты
Уҡыу йорто Санкт-Петербург дәүләт урман-техник университеты
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Харьковта 1923 йылдың 25 ноябрендә тыуа. 1930-сы йылдарҙа Кировта йәшәй. 1941 йылда Брянск урман техник институтына уҡырға инә, институт һығыш ваҡытында Киров ҡалаһына эвакуацияланған була. 1943 йылдан алып Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғансы бомбардировка авиация ғәскәрҙәре сафында һуғыша. 1948 йылда Ленинград урман техник академияһында уҡыуын тамамлай. Диплом эше һыбашҡыны (смолевка еловая) тикшереүгә арналған була. 1948 йылда аспирантураға уҡырға инә. Катаев Римский-Корсаков Михаил Николаевич (1873—1951)[2] етәкселегендә уҡый башлай, ә инде 1952 йылдаПавел Николаевич Тальман етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[3]. Эшенең темаһы булып «Вторичные вредители хвойных древостоев Калининградской области и меры борьбы с ними» тора. Диссертацияһын яҡлағандан һуң, ғүмеренең аҙағына тиклем Урман техник академияһында эшләй, 10 йылдан ашыу урман хужалығы факультетының деканы була[4]. 1983 йылда докторлыҡ диссертацияһын яҡлай һәм уға профессор дәрәжәһе бирелә. 2006 йылдың 11 авгусында вафат була[5].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Катаевтың ғилми тикшеренеүҙәре урман энтомологияһы бәйле. Ул урмандарҙың ҡороуы проблемаларын хәл итеүгә ҙур өлөш индерә һәм ибының ғәйеплеһе урман ҡабыҡ ҡуңыҙы икәнен асыҡлай. Ылыҫлы орлоҡ әҙерләү һәм һаҡлау ысулдарын камиллаштыра, бөжәктәрҙең, ҡоротҡостарҙың һанын иҫәпләү ысулы менән урмандарҙы һаҡлау ысулын таба. СССР-ҙың төрлө төбәктәренә бик күп экспедициялар ойоштора[5].

Педагогик һәм ойоштороу эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Катаев етәкселегендә 17 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлана[3]. Ул урман энтомолгияһы һәм урмандарҙы һаҡлау буйынса уҡытыу пландары һәм стандарттарын төҙөй. Ул бер нисә киң ҡулланылған уҡыу әсбаптарын яҙған[2].

Бер нисә ғилми журналдарҙың редколлегияһы составына инә[2]. Оҙайлы ваҡыт Фәндәр Академияһының Зоология институты һәм Мәскәү дәүләт урман университетының энтомология буйынса идаралығы ҡарамағындағы диссертация советы составына инә. 1997 йылда Русэнтомология йәмғиәтенең почетлы ағзаһы итеп һайлана, ә 1989 йылда йәмғиәттең вице-президенты була[3]. Күп һанлы Ватан һәм халыҡ-ара конференциялары нда ҡатнаша[5].

2007 йылдан алып йыл һайын Санкт-Петербург дәүләт урман техник университеты һәм Рус энтомологя йәмғиәте «О. А. Катаев хөрмәтенә уҡыуҙар» үткәрә.

Һайланма әҫәрҙәре

үҙгәртергә

120-гә яҡын публикациялар, дәреслек һәм монографиялар авторы[5], , шул иҫәптән

Китаптары

үҙгәртергә
  • Катаев О. А., Щербакова Л. Н. Лесная энтомология. Основы зоологии: Для лесохозяйственных факультетов (специальность 1512). — Л.: Ленингр. лесотехн. акад. им. С. М. Кирова, 1974. — 70 с.
  • Тальман П. Н., Катаев О. А. Методы лесоэнтомологических обследований: Учеб. пособие для студентов лесохозяйственных факультетов. — Л.: Ленингр. лесотехн. акад. им. С. М. Кирова, 1964. — 120 с.
  • Катаев О. А. Основы зоологии : Учеб. пособие : (Для студентов лесохозяйственных факультетов). — Л.: ЛТА, 1962. — 49 с.
  • Катаев О. А., Мозолевская Е. Г. Экология стволовых вредителей : (Очаги, их развитие, обоснование мер борьбы). Учеб. пособие по курсу "Лесн. энтомология". — Л.: ЛТА, 1981. — 87 с.
  • Катаев О. А. Насекомые-вредители изделий из древесины и некоторых недревесных материалов. — Л.: ЛТА, 1982. — 72 с.

Мәҡәләләре

үҙгәртергә
  • Катаев О.А., Голутвин Г. И., Селиховкин А. В. Изменения в сообществах членистоногих лесных биоценозов при загрязнении атмосферы // Энтомологическое обозрение. — 1983. — Т. 62. — № 1. — С. 33—47.
  • Мозолевская Е. Г., Катаев О.А. Лес и промышленные выбросы // Лесное хозяйство. — 1992. — Т. 62. — № 10. — С. 2—4. — ISSN 0024-111.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Oleg Aleksandrovich Kataev // http://sdei.senckenberg.de/biographies/information.php?id=51124Немецкий энтомологический институт.
  2. 2,0 2,1 2,2 Селиховкин А. В., Гороховников А. В., Поповичев Б. Г., Щербакова Л. Н. Памяти О. А. Катаева (1923–2006) // Энтомологическое обозрение. — 2007. — Т. 86. — № 2. — С. 458—466. — ISSN 0367-1445.
  3. 3,0 3,1 3,2 Селиховкин А.В. О. А. Катаев - яркий продолжатель дела плеяды выдающихся лесных энтомологов // Известия Санкт-Петербургской лесотехнической академии. — 2008. — № 182. — С. 4—17. — ISSN 2079-4304.
  4. Выдающийся ученый и педагог (к 70-летию со дня рождения) // Известия ВУЗов. Лесной журнал. — 1994. — № 1. — С. 140—142.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 Олег Александрович Катаев (1923-2006) // Лесоведение. — 2007. — № 2. — С. 78—80.